Аҡмулланың аҡ йорто10.02.2012
Аҡмулланың аҡ йортоБала саҡ хәтирәләре... Туҡһанбай ауылы...
Йәйҙең матур бер көнөндә беҙҙең ишек алдына егелгән ат килеп керҙе, ат арбаһынан миңә таныш түгел бер ағай төштө. Ҡәртнәйем (беҙҙең яҡта, Бишбүләк районының Аҙнай ауылында, ҡартинәйҙе ҡыҫҡартып шулай тиҙәр) шат йөҙ менән теге ағай менән барып күреште, хәл-әхүәлдәрен һораша башланы. Ағай аты менән булышҡан арала тиҙ генә ҡәртнәйемдән ҡунаҡтың кем икәнлеген, ҡайҙан килгәнен һораным. Баҡтиһәң, ул беҙгә туған кеше булып сыҡты, Туҡһанбай ауылынан икән. Ауылдың исеме бик сәйер тойолдо миңә. Ниңә ошондай атама биргәндәр, унда 90 бай йәшәгәнме?
Бына ошо көндән башлап был ауылды күреү теләге миңә тынғылыҡ бирмәне. Оҙаҡламай хыялым тормошҡа ашты, ул яҡтарға юлыбыҙ төштө. Күпме ваҡыт миңә тынғы бирмәй йөрөгән ауылды барып күргәс, уның ябай ғына булыуы әҙерәк күңелемде төшөрҙө, ҡыҙыҡһыныуым һүрелә төштө.
Туҡһанбай ауылының килеп сығышын, тарихын китаптан уҡып белдем, ул кеше исеменән килеп сыҡҡан икән.
Ошонан һуң күп тә үтмәне, Туҡһанбай ауылынан Аҡмулла исемле атаҡлы шағир сыҡҡан икән, уға арнап музей асалар, юлдарҙы төҙөкләндерәләр, ауылды йәмләндерәләр тигән хәбәр таралды.
Музей асылыу тантанаһына беҙҙе лә саҡырҙылар, ул ваҡытта мин VIII класта уҡып йөрөй инем. СССР-ҙың барлыҡ төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдыҡ. Уларҙың тулҡынланып һөйләгән телмәрҙәрен йотлоғоп тыңланыҡ, аҙаҡтан музейға ағылдыҡ.
Бына, ниһайәт, беҙгә лә сират етте, тулҡынлана-тулҡынлана музейға индек. Әйберҙәр һәм ҡомартҡылар ике залда урынлаштырылған. Беренсе залда — Туҡһанбай ауылы тарихына ҡағылышлы документтар, Дим буйы башҡорттарының көнкүрешен, йәшәйешен сағылдырған экспонаттар, Аҡмулланың тормошон күҙалларға ярҙам итеүсе әйберҙәр. Икенсе залда — Мифтахетдин Аҡмулла тураһында документтар, ҡулъяҙмалар, китаптар. Экскурсия үткәргән хеҙмәткәр шағирҙың биографияһы, тормошо, ижады хаҡында һөйләне, экспонаттар менән таныштырҙы. Ваҡыт үткәне һиҙелмәне лә, көн кискә ауышты, беҙ “Музейҙың почетлы ҡунаҡтары” тигән дәфтәргә тәьҫораттарыбыҙ хаҡында яҙып, хеҙмәткәрҙәргә рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, күтәренке күңел, ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Ҡайтҡанда бар һөйләгән һүҙебеҙ Аҡмулла, уның музейы хаҡында булды. Их, ниңә ул беҙҙең ауылда тыуманы икән, беҙҙә лә музей асырҙар, ауылды төҙөкләндерерҙәр ине тигән уй ҡайнаны башта.
Беҙҙең хыялдарыбыҙ ҙа тормошҡа ашты: тыуған ауылым Аҙнайҙа ла музей асылды, сөнки бында РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, актер, режиссер Булат Имашев (Имашев Тимербулат Ғөбәйҙулла улы) тыуған.
Аҡмулла музейында тағы ла бер нисә тапҡыр булдым. 2006 йылда бөйөк шағирҙың 175 йыллыҡ юбилейы айҡанлы музейға реконструкция үткәрелде. Аҡмулланың бюсы, яңы экспозициялар, улар араһында иң ҡиммәтле һаналған ҡомартҡы — Аҡмулланың үҙ ҡулы менән эшләгән китап ҡуйыр өсөн йыйылмалы ултырғысы. Шағирҙың биографияһын аныҡлаусы документтар, төрлө архивтарҙа табылған ҡулъяҙмалар, нәҫел шәжәрәһе, яңы китаптар, музыка ҡоралдары, рәсемдәр, портреттар, фотоһүрәттәр — быларҙың барыһы ла изге йортто йәмләп тора. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаттарына, уның тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәргә, Миәкә районынан сыҡҡан яҙыусыларға, күренекле сәнғәт әһелдәренә бағышланған стенд та бар. Әлбиттә, барыһын да һөйләп бөтөрөп булмай, Туҡһанбай ауылына йәм өҫтәп ултырған Аҡмулла музейын барып күрергә, шағир шишмәһенән шифалы һыу эсеп, илһам алып ҡайтырға тәҡдим итәм.
Әле мин — Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында китапхана мөдире. Уҡыусыларға белем, тәрбиә биреүгә китапхана, әлбиттә, ҙур өлөш индерә. Барлыҡ йүнәлештәрҙә лә эшләйем, әммә тыуған яҡты, башҡорт халҡының тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнергә өҫтөнлөк бирәм, уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләүҙе төп маҡсатым тип һанайым.
Тырышҡан мораҙына ирешкән тигәндәй, бергәләп башҡарһаң, барлыҡ эштең, үткәрелгән сараларҙың емеше мул була.
Т. ҠАРМАНОВА.
Нефтекама ҡалаһы.


Вернуться назад