“Фатимам” аһ иттерҙе21.03.2015
Иҫ киткес шәп концерт ҡараныҡ, уны Туйсиндар ғаиләһе ҡуйҙы. Бала саҡҡа, йәнтөйәккә ҡайтып, урындыҡҡа ятып ял иткәндәй, һағышланып мейескә утын яҡҡандай, йәшел сиҙәмле ишек алдында йүгереп алғандай, һалҡын шишмә һыуынан ауыҙ иткәндәй булып, бер ҡыуанып, бер хисләнеп, бер моңайып ҡараныҡ байрамды. Тыуған йортҡа, әсәй-атайға дан йырланды унда. Гүзәл йәшлеккә, тәүге мөхәббәткә лә илтте ул, көлдөрҙө лә, күңелде лә күтәрҙе.
Ә иң тетрәндергәне һуғыш тураһында “Фатимам” йыры булды. Уны илай-илай тыңланыҡ, аяғөҫтө баҫып алҡышланыҡ.
Туйсиндарҙың был концерт программаһын 9 Май алдынан тотош район ауылдары буйлап йөрөткәндә бик фәһемле булыр, сөнки ул атай йортон һаҡлау, нигеҙен ҡоротмау, барлыҡ туғандарыңды шунда йыйып ғүмер итеү, нәҫел ептәрен дауам итеү, нығытыу мәсьәләләрен күтәрә.
Түбәтәй кейгән Рәмил Туйсиндың “Лә илаһи иллаллаһ” тигән дини йырҙы башҡарыуы ла күңелгә ятышлы булды. Концертты Земфира Байбулдина бик матур, оҫта итеп алып барҙы.
Туйсиндарҙың Баймаҡ районының бәҫен, данын күтәреп йөрөгәндәре өсөн ҡыуанабыҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ. Ижадтары һүнмәһен, дәрттәре һүрелмәһен!