Яҡтылыҡ йырсыһы10.02.2012
Тарих мең дә һигеҙ йөҙ ҙә
Утыҙ берҙе һуҡҡанда
Оран һалып, сабый тыуҙы
Ҡышҡы һалҡын буранда.
Мең ерендә шул ир бала
Бик отҡор булып үҫте.
Димдә һыуҙарҙа ҡойондо,
Егет ҡорона етте.
Телгә маһир һәм дә тура,
Яуызлыҡты фаш итә.
Шуның өсөн атай менән
Татыулығы ла китә.
Илдәр гиҙә Мифтахетдин,
Уға юлдаш һәр саҡ дин,
Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек
Бөтә байлыҡтан өҫтөн.
Намыҫы уның — паклыҡтыр,
Уйы уның — аҡлыҡтыр;
Һөйләр һүҙе — хаҡлыҡтыр,
Йырлар йыры — яҡтылыҡ.
Бай-бетсәләр күрә алмай,
Халыҡ уны ололай.
Матур уйы, теле өсөн,
Аҡмуллабыҙ, тип ҙурлай.
Тарих мең дә һигеҙ йөҙ ҙә
Туҡһан биште һуҡҡанда,
Көҙҙөң йонсоу мәлендә,
Йыртҡыс бысағы ҡаҙалды
Сәсәндең йөрәгенә.
Ҡотолдоҡ тип һөйөнһә лә
Мәкерле яуыз бәндә,
Аҡмуллабыҙҙың исеме
Мәңге халыҡ телендә.

Айсыуаҡ БАЯЗИТОВ,
VI класс уҡыусыһы.
Белорет районы,
Ғәбдөк ауылы.


Вернуться назад