Айнур бәләкәй сағынан уҡ мәҙәниәткә ғашиҡ Мәүлиҙә менән Рәшит Туҡтаевтар ғаиләһендә үҙ һәләтен ҡеүәтләүҙәрен тойоп үҫә. Әсәһе яғынан килә уның моңға ынтылышы. Олатаһы Нурғәлиҙең халыҡ йырҙарын башҡарыуын иҫе китеп тыңлай бәләкәс Айнур. Уның сәхнәгә сығып башҡалар өсөн йырлау теләге тыуа.
“Баймаҡ моңдары-2000” район конкурсында ҡатнашып, еңеү яулауы үҫмерҙе сәнғәт юлына алып сыға. Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында Джон Мусин кеүек тауышты дөрөҫ ҡуйған уҡытыусыла белем алыу Айнурға “Ирәндек моңдары”, “Гәлсәр һандуғас” конкурстарында уңышлы сығыш яһарға ярҙам итә. Баймаҡ районының Кәрешкә ауылы егете бөгөн З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында аспирантурала уҡый.
Йәш йырсы 27 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында ижадташ дуҫтары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Вилдан Яруллин, ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин – менән бергә тамаша ҡора.
Әйткәндәй, кем Айнурҙың аспирантура етәксеһенең исемен атай, шуға бүләк – концертҡа саҡырыу ҡағыҙы! 272-16-24 телефонына шылтыратып яуабығыҙҙы еткерегеҙ!