Осошо балҡышлы булһын!20.03.2015
Осошо балҡышлы булһын! Шағир Ғилман Ишкининдың “Мин, бәлки, урап та килмәҫмен” тигән шиғри йыйынтығы менән асылып китте “Сыңрау торна” серияһы. Ҡалай уңышлы, моңло исем тапҡан башҡорт ижадсыларының әҫәрҙәрен байраҡ итеп сөйгән егеттәр!

Беренсенән, торна – беҙҙең мә­жүси ата-бабаларыбыҙ табынған ҡош. Әле лә беҙ уларға ниндәйҙер эске тул­ҡын­ланыу һәм әйтеп аңла­тып булмаҫлыҡ кисе­рештәр менән ҡарайбыҙ. Мәшһүр шағир Рәсүл Ғамзатов уларҙы әҙәбиәт донъя­һына мәңгелеккә алып инде. Башҡорт шағиры Рафаил Са­финдың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғыры “Торналар”ҙан алданыраҡ яҙылһа ла, авар әҙибенең “ҡошо” донъяға осто. Етмәһә, Марк Бернес шундай тетрәндергес йыры менән был әҫәрҙе үлемһеҙ итте. Образдың тап торналар аша бирелеүе йырҙың күңел­дәргә үтеп инә алыу көсөнә йоғонто яһамай ҡалмаған, минеңсә. Әҙәм балаһы күрмә­гән, күрһә лә, ҡош бейеклегенән байҡай алмаған урындарҙан урап, тыуған яғына талпынып ҡайтҡан, киткәндә үҙәк өҙгөс тауыш менән хушлашҡан торналар, ысынлап та, әҙәбиәттең үҙе кеүек, тыуған ергә тоғролоҡ, мөхәббәт өлгөһө, моң сығанағы төҫлө. Көтөп алған беҙҙең “Сыңрау тор­на”быҙ ҙа йөрәктәргә им, күңелдәргә ҡеүәт бирһен, осошо балҡышлы булһын, тип теләгәндер шиғриәт һөйөүселәр китаптарҙы ҡулға алыу менән.
Яңыраҡ “Сыңрау торна” икенсе “ҡош”он осорҙо. Ҡырмыҫ­ҡалы районында йәшәгән Фирүзә Абдуллинаның “Барыһы ла яҡшы буласаҡ” йыйынтығы ул. Шағирәнең исеме “Бәйләнештә” социаль селтәрен файҙаланыусыларына яҡшы таныш. Әлегә тиклем шиғыр яратҡан һәр кем уның әҫәрҙәре менән махсус төркөмдә генә таныша ала ине. Әйткәндәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында ла тикшерелеп, ыңғай баһа алды Ф. Абдуллинаның ҡулъяҙ­малары.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Сыңрау торна” серияһы китаптарын сығарыу менән башҡорт егеттәре Вилнур Хәсәнов һәм Мансур Ғилфанов шөғөлләнә. Һәр “торна” башҡорт рухиәтенә заман һулышын индергән йыйынтыҡ булыр, тип өмөт итә улар. Әйт­кәндәй, Ғ. Ишкининдың “Мин, бәлки, урап та килмәҫмен”, Ф. Аб­дуллинаның “Барыһы ла яҡшы буласаҡ” китаптары баш ҡаланың “Спорт”, “Телеүҙәк” туҡталыштарындағы “Өфө-матбуғат” киосктарында һатыла.
Ҡанатлы серияға осоштар әйҙәгәндәй, Фирүзә Абдуллина үҙенең бер шиғырында:
Йөрәгемдә йәшәй мөхәббәтем,
Маяҡ булып әйҙәп торасаҡ,
Мөхәббәтем минең менән икән –
Барыһы ла яҡшы буласаҡ! – тип яҙа. Шулай булһын!







Вернуться назад