Баян менән үткән ғүмер юлы20.03.2015
Баян менән үткән ғүмер юлы Редик Фәсхетдиновтың баянынан урғылған милли сыңдарҙы ишетеүең була, берсә шаян, берсә үҙәктәрҙе өҙҙөргөс моң даръяһы күңелдәрҙе мөғжизәле бер тулҡын булып ялмап ала ла, йөрәктәрҙә сихри эҙҙәр ҡалдырып, мәңгелеккә башҡорт көйҙәренә ғашиҡ итә.

Башҡорт моңон бар илаһи­лы­ғы, нескәлектәре, мең төрлө са­ғыу биҙәктәре менән тама­ша­­сыға оҫта еткергән һәләтле му­зыкант­тарҙың береһе, Рәсәйҙең атҡа­ҙанған, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Редик Фәс­хет­динов Бай­маҡ районының Темәс ауылын­да донъяға килә. Бала саҡтан ҡу­лы­нан баян төшмәй. Уйнап ебә­реүе була, бар тирә-яҡ дәрт­ле моңға сума.
Баянһыҙ тормошон күҙ алды­на килтермәгән йәш егет, мәк­тәп­те тамамлағас, артабанғы яҙ­мы­шын сәнғәт менән бәйләй. Өфөгә ки­леп, һис икеләнеп тормай, ул ва­ҡыттағы Өфө дәүләт сәнғәт инс­ти­тутына уҡырға инә. Ижад юлын Ф. Ғәскәров исе­мен­дәге бе­йеү ансамблендә башлай. Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йән­бә­ков, Радик Гәрәев, Илфаҡ Сма­ков ке­үек мәшһүр сәнғәт әһел­дәре, Флүрә Килдейәрова, Нә­зифә Ҡа­дирова, Азат Айыт­ҡолов, Миң­леәхмәт Ғәйнет­ди­нов, Рә­ши­ҙә Туйсина, Рәйес Вә­ғизов кеүек башҡорт эстра­да­һы йондоҙҙары менән бер сәх­нәлә оҙаҡ йылдар сығыш яһай Редик Фәсхетдинов, шулай уҡ тәүге “Дуҫ­лыҡ” вокаль-инс­трументаль төркөмөндә лә эшләй.
2004 – 2010 йыл­дарҙа респуб­ли­кабыҙҙың уникаль музыкаль кол­лек­тив­тарының береһе бул­ған Башҡортостан­дың халыҡ му­зы­ка ҡоралдары милли оркестр­ында эшләй. “ЮНЕСКО” йүнәлеше буйынса Рәсәй артистары йыйылма төр­көмө составында Азия, Африка, Европа, Скандинавия илдәрендә һәм Германияла, Ҡытайҙа, Һин­достанда уҙғарылған Рәсәй мәҙәниәте көн­дәрендә сит ил тамашасылары алдында сығыш яһай. Профессор, баянсы Владимир Суханов менән хатта экваторҙы, Радик Гәрәев һәм “Дуҫлыҡ” ансамбле менән төньяҡ полюсты ла киҫеп сыға ул! Тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһындағы Колонна залында Ф. Ғәскәров исе­мендәге бейеү ансамбле менән сығыш яһай.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡорт­остандың халыҡ артисы Ре­дик Фәсхетдиновтың ижад ки­сә­һе – “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” концерттар циклынан 6-сы осрашыу. 50 йылдан ашыу ғүмерен сәнғәткә бағышлаған күренекле баянсының сығыш­тарын халыҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ак­компаниаторлыҡ менән бер рәт­тән үҙенең концерттары аша ла тамашасы кү­ңе­лен арбай ул. Донъя ха­лыҡ­тары, классик, эстра­да әҫәрҙә­рен, башҡорт, та­тар халыҡ көйҙәрен бар ма­тур­лығында тамашасыға еткерә.
Мәшһүр виртуоз баянсы Ре­дик Фәсхетдиновтың ижад кисә­һенә рәхим итегеҙ, дуҫ­тар! Уның баш­ҡорт мәҙә­ниәтен, сәнғәтен үҫте­реүгә, онотолоп барған халыҡ көй­ҙәрен тергеҙеүгә һалған көсө баһалап бөткө­һөҙ. Һәләтле импровизатор ҡала-ауылдар буйлап гас­трол­дәрҙә йөрөгәндә бығаса билдәле булмаған халыҡ йыр­ҙарын һәм көйҙәрен отоп ала, улар­ҙы эшкәртеп, тама­ша­сы­лар­ға еткереүгә өлгәшә. Бөгөн дә Редик Фәсхетдинов әүҙем ижад итә. Сит илдә лә халҡы­быҙҙың ижадын, моңон һаман өләшә әле ул!
Байрам концерты бөгөн киске сәғәт етелә Х. Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт фи­лармонияһында була.




Вернуться назад