“Әҙәби нағыш” – Нуриманда!18.03.2015
Нуриманда, тимәк, хозур ҙа, ярайһы уҡ ҡырыҫ та тәбиғәтле Ҡариҙел буйында... Революционер Баһау Нуриманов исемен йөрөткән район әҙәбиәтебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә Ғәйнан Хәйри, Сәғит Мифтахов, Ярулла Вәлиев, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған Хөрмәт Хәйри кеүек шәхестәрҙе, Сәүиә Сираева, Роза Кәримова һәм башҡа сәнғәт оҫталарын биргән. Тау-урманлы төбәк Зиннур Насибуллин, Самат Ғәбиҙуллин кеүек әҙиптәрҙең дә яҡты иҫтәлеген һаҡлай. Бында башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар дуҫ-татыу йәшәй, нигеҙҙә, бөгөнгө әҙәби емештәр ҙә ошо телдәрҙә ижад ителә.
Иртәгә Ҡыҙылъярҙа үтәсәк марафонға нуримандар дәррәү әҙерләнә, ә район ҡәләмгирҙәре семинарында Өфөнән бер төркөм күренекле әҙиптәр оҫталыҡ класы ойоштормаҡсы. Әлегә йәш ҡәләмдәштәрҙең ижад емештәренә күҙ һалайыҡ.


Сабир ШӘРИПОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Мин бәхетле!

– Бәхетһеҙһең: һинең барлығыңдан
Үҙгәрмәй бит, аңла, бер ни ҙә.
Кәкре ҡайын кәкре булып ҡала,
Тигеҙләнмәй соҡор ере лә.

– Хаҡлыҡ та бар кеүек һүҙҙәреңдә,
Әммә үкенмәйем йәшәүгә.
Минән дә бит ҡалыр ерҙә ниҙер,
Йәмдәр табып, тырышып эшләүҙән.

Сабый күңеленә туған телгә
Һөйөү орлоҡтары һалалһам,
Йәнтөйәккә, ғәзиз илкәйемә
Мөхәббәт уттары ҡабыҙһам,

Мин бәхетле, бала күңелендә
Һаҡлай алһам матур уйҙарҙы —
Дөрөҫ һуҡмаҡ һайлап, ихлас йәшәп,
Үтер улар тормош юлдарын.

Миләүшә ҒИЛМАНОВА,
Яңы Субай мәктәбе уҡытыусыһы.



Миҙалды
усҡа һалып...


Олатайым төштә, имеш,
Миҙалын һона миңә:
– Мә, ҡыҙым, алтын миҙалды
Һаҡла, юғалта күрмә.
Был һүҙҙәрҙән һуң кинәт
Йоҡомдан мин уяндым.
Олатай һуғышта алған
Миҙалды усҡа һалдым.
Изге теләктәр теләнем,
Именлек — еребеҙгә.
Рәхмәт яуһын, ветерандар,
Тыныслыҡ өсөн һеҙгә!

Салауат батыр

Түҙә алманы Салауат
Илде мыҫҡыллауҙарға —
Тоғро атына атланып,
Күтәрелде яуҙарға.
Бүгәсәү тигән атлыға
Батыр эйәреп китте.
Ирек өсөн көрәшеүҙәр
Башҡорт башынан үтте.
Ҡулға алынды Салауат,
Ихтилалдар баҫылды.
Танау, ҡолаҡтар киҫелеп,
Етәкселәр аҫылды.
Салауатҡа ҡаты яза –
Танау, ҡолаҡ киҫелгән.
Батырыбыҙҙың ғүмере
Ҡыр(ы)ҡ биштә өҙөлгән.
Салауаттай ҡаһармандар
Ер йөҙөндә булһындар,
Илгә бәлә килмәһен тип,
Һаҡта уяу торһондар.

Ләйсән МЫРҘАҒОЛОВА,
тәрбиәсе.



Өйҙәре нурлы, яҡты

Олатайым-өләсәйем,
Аҡыллы һәм баҫалҡы.
Өйҙәре нурлы, яҡты,
Хәтерләтә ҡояшты.

Йәшәйҙәр улар татыу,
Өҫтәлдә мулдан аш-һыу:
Бауырһағы, бәлеше,
Төрлө-төрлө емеше.

Һоҡланғыс мәл

Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа...
Түшәлә мамыҡ юлға.
Саңғыларымды алам да
Мин күтәреләм тауға.

Һоҡланамын урманға:
Миләштәр һәм баландар,
Йүкә, ҡайын, имәндәр
Аҡ бәҫкә уранғандар.

Гөлдәр ЗӘЙНУЛЛИНА,
Иҫке Күл мәктәбе уҡыусыһы.





Вернуться назад