Зөбәржәт Йәнбирҙина рухына арнап14.03.2015
Республикабыҙҙа гәзит-журнал, китап уҡыусылар, бигерәк тә шиғриәт һөйөүселәр араһында шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙинаны белмәгән, хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Ул Еңеү йылында Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында донъяға килгән, ә 2009 йылдың Бөйөк Еңеү көнөндә арабыҙҙан китте... Үҙе иҫән ваҡытта уҡ әҙәбиәтебеҙҙең аҫыл ташына тиңләп, шиғриәт зөбәржәте итеп күтәреүебеҙ юҡҡа түгел ине.

Зоотехникка уҡыһа ла, әҙәбиәткә килеүе — күңел талабы, тәбиғәттән. Аллаһы Тәғәләнән бирелгән һәләте менән ул китаптар яҙҙы, Стәрлетамаҡ, Күмертау тарафтарында тиҫтәнән ашыу шағирға һәм шағирәгә серле шиғриәт иленә юллама бирҙе. Яҙғандарыбыҙҙы сәнғәт юғарылығына күтәреү өсөн күптәребеҙгә Зөбәржәт апайыбыҙҙың аҡыллы фекер­ҙәре, тос кәңәштәре кәрәк ине. Ул теләк­тәрен ихлас өләште. Беҙ, Стәрлетамаҡ шағирҙары, барыбыҙ ҙа Зөбәржәт Йән­бирҙинаны хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Быйыл сентябрҙә апайыбыҙға 70 йәш тулыр ине.
Остазыбыҙҙы ҙурлап, беҙ, Стәр­летамаҡ яҙыусылар ойошмаһы әҙиптәре, йәш ижадсыларҙы асыҡлау маҡсатында, уның исемендәге премия булдырыу һәм “Ашҡаҙар” гәзите менән берлектә иң яҡшы әҫәргә конкурс үткәреү тураһында һөй­ләшеп килештек. Әҫәрҙәрҙе 15 сентябргә тиклем яҙыусылар ойошмаһына йә иһә редакцияға ебәрергә кәрәк. Иң шәптәре диплом һәм бүләк менән билдәләнәсәк.
Хөрмәтле милләттәштәр, ҡәрҙәштәр, абруйлы ҡәләмдәшебеҙҙең юбилейы уңайынан үткәрелгән конкурста ҡат­нашығыҙ.

Ойоштороу комитеты.



Вернуться назад