Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың ете коллективы “халыҡ театры” исемен раҫлар өсөн сығыш яһаны. Бөтә Союз художестволы үҙешмәкәр ижад фестивале, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың 125 йыллыҡ юбилейына арналған Республика театр фольклор фестивале лауреаты Учалы ҡала мәҙәниәт бүлегенең башҡорт халыҡ театр коллективы ла бар ине араларында. Улар тамашасыларға Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Бөтәһе лә башҡаса булыр ине...” тигән пьесаһын тәҡдим итте.Билдәле һәм әле танылып та өлгөрмәгән һәүәҫкәрҙәр менән Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары ҡатнашлығында ҡуйылған спектакль бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Артистарыбыҙ барыһы ла ролдәрен уңышлы башҡарҙы. Фашизмдың яуызлығы, тотҡонда булған яугирҙәребеҙҙең ауыр яҙмышы, тылда һағынып көткәндәрҙең донъя ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүе — барыһы хаҡында ла һөйләне сәхнә әҫәре.
Йәш Муса ролен башҡарған Илнур Фазлетдинов, уның ҡатыны булып уйнаған Динара Рамаҙанова, ҡарт Мусаны сәхнәләштергән Булат Миңлеғолов һәм уның ҡатыны Файза образын асҡан Рәүзәнә Хәлиуллинаның уйнауы тамашасыны тетрәндерҙе. Залдағылар күҙ йәштәрен тыя алманы. Фашист офицеры (Альберт Таһиров) һәм уның һалдаттары, һаҡсылары (Айсыуаҡ Ғәйфуллин, Тимур Фәйезов, Айҙар Яхин), һалдат ҡатыны Криста (Ләйсән Юнысова) тамашасыларҙа нәфрәт хисе тыуҙырһа, тотҡондар (Рифат Фәйезов, Динар Шәйхетдинов, Руслан Ғибәҙәтов, Илнур Фазлетдинов) йәлләү тойғоһо уятты.
Немец фермеры Раубаль (Ильяс Ибәтуллин) һәм уның ҡатыны фрау Раубаль (Сәкинә Морсалова), ҡыҙҙары Ильзе ла (Илзирә Бузыҡаева) зауыҡ менән уйнаны, залдағыларҙы битараф ҡалдырманы.
Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина һәм башҡа баһалау комиссияһы ағзалары артистарҙың сығышын маҡтап үтте.
Ҡала мәҙәниәт бүлегенең сайтында “үҙешмәкәр театр коллективы актерҙарын тәбрикләп, “биш”ле билдәһе ҡуйылды”, тигән яҙыу барлыҡҡа килде.
Әйткәндәй, тамашаны сәхнәләштереүҙә пьеса авторы Гөлшат Әхмәтҡужина, режиссер һәм театр етәксеһе, шағирә Розалия Фәизова, шағир, прозаик Альберт Таһиров ҡатнашты.
Гөлшат Фәйзи ҡыҙын учалылар яҡшы белә, ул “Өлкәр” журналының мөхәррире булып та эшләп киткәйне. Әле Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында йәшәй. Шуныһы ҡыуаныслы: ул әҙәбиәттең барлыҡ жанрҙарында ла уңышлы эшләп килә. Оҫта публицистың көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләре республика баҫмаларында даими баҫылып тора.
Театрҙың тәғәйен бинаһы ла юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, татыу коллектив сәхнәгә яңы әҫәрҙәр сығара.
“Матди ярҙам булһа яҡшы ла бит. Беҙҙең маҡсат – театрыбыҙҙы тарҡатмай һаҡлау”, — ти улар. Үҙ теләктәре менән иңдәренә ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс алған һәүәҫкәрҙәребеҙгә ижади уңыштар, арымаҫ-талмаҫ ихтыяр көсө, һаулыҡ теләйбеҙ.
Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар
ойошмаһы етәксеһе.