Уның шәхесе хаҡында бәхәсле фекер алышыуҙар, талантына, фиҙакәрлегенә һоҡланғандар һәр саҡ табылыр, сөнки мәшһүр бейеү оҫтаһы Рудольф Нуриев, әйтерһең, һауалағы талпынышы менән быуаттарҙан быуаттарға, күңелдәрҙән күңелдәргә табан осҡандай. Төрлө илдәрҙәге матбуғат баҫмалары уны төрлөсә атаны: “бейеү короле”, “сәнғәт аллаһы”, “шайтанлы сығыш яһаусы”. Был атамаларҙы бер мәғәнә берләштерә – оҫта!17 мартта, яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ, замандашыбыҙ Рудольф Нуриевтың тыуған көнөндә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Руди – never off…” спектаклен сәхнәгә сығара. Режиссеры – үҙен башҡорт сәхнәһенең оҫтаһы итеп танытҡан Айрат Абушахманов, балетмейстеры – Ринат Абушахманов, рәссамы – Варвара Чувина (Санкт-Петербург), музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин. Төп ролде Урал Әминев башҡара. Уның атаһы, Остаз, Щелков училищеһы директоры образдарын сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев алып сыға. Әсәй ролендә – Лилиә Ғәлина. КГБ агенттары, полиция хеҙмәткәрҙәре булып театрҙың йәшерәк быуын артистары уйнай.
2012 йылдың 15 декабрендә премьераһы үтһә лә, яңынан күҙ һалайыҡ сиктәр аша атлап, сәнғәт юғарылығын яулаған даһи яҙмышҡа.