Һәр төбәктең йөҙөк ҡашы булырҙай сәнғәт әһелдәре бар. “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленән тыш Ишембайҙа бер сара ла үтмәй, сит тарафтарҙа ла йыш ҡунаҡ коллектив. Ә йылға атамаһына бәйле исемле ансамблдең бейеүҙәрендә, әйтерһең дә, Юрматы ырыуының сал тарихы сағыла…“Берғамыт”ты 2001 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ғәскәровсы Әхиәр Хәлитов ойоштороп ебәрә. Әлбиттә, “үҙе өсөн генә тыпырҙаған” бер нисә бейеүсенән торған коллективтың профессиональ киләсәге ул саҡта икеле була. Әммә бейеүсе бейей-бейей оҫтара тигәндәй, ҡыҙҙар-егеттәр маһирлана бара, репертуар ҙа байый. “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Бесәнселәр” бейеүҙәре “Берғамыт”тың алтын фондын тәшкил итә.
Ансамблдә инде бишенсе быуын бейей. Коллективты хәҙер Артур Мөхәмәтйәнов етәкләй. Әйтергә кәрәк, 14 йылда коллектив ҙур уңыштарға өлгәшеп өлгөргән. Әлбиттә, был йәһәттән бихисап миҫал килтерергә булыр ине, ләкин һуңғы ваҡиғаға туҡталғанда ла, күп нәмәгә күҙ асыла һымаҡ – ансамблдең солисы Эмиль Һөйәрғолов “Байыҡ-2014” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсынан еңеү яулап ҡайтты. Оҫтаның Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡырыуҙы кире ҡағып, Ишембайҙа ҡалыуы ла яҡташтары күңелендә уға хөрмәт уята.
— Үҫеш өсөн Ишембайҙа мөмкинлектәр ҙур. Йәштәр үҙҙәренең талантын күрһәтергә әҙер тора, — ти ғорурлыҡ менән Эмиль.