Һиндостан ҡыҙына.
Күргәнем юҡ ине илеңде,
Ишеттем бер һинең көйөңдө.
Ул көй матур ине, моңло көй:
«Мурмурки надек, мурмурки».
Барҙым һинең тыуған илеңә,
Керҙем һинең торған өйөңә;
Бик ҡунаҡсыл икән һеҙҙең өй —
Мурмурки надек, мурмурки.
Һин йырланың тағы өҙҙөрөп,
Бигерәк оҡшай миңә һеҙҙең көй.
Мин ҡарайым һинең күҙҙәргә —
Мурмурки надек, мурмурки.
Мин йырланым туған телемдә,
Оҡшаш икән, тинең, беҙҙең көй.
Бер-береһенә йырҙар оҡшағас,
Мурмурки надек, мурмурки.
*Һиндса. Башҡортса: “Алма минән, алма күҙҙәреңде”.