Балалар әҙәбиәте ҡурсалауға мохтажмы?06.03.2015
Иң тәүге балалар өсөн әҫәр, моғайын, бишек йыры булғандыр. Уның моңо, наҙы, рухы менән һуғарылған сабыйҙың мөхәббәткә сорналып үҫеүе һәр беребеҙгә мәғлүм. Тора-бара бишек йырына әкиәттәр, хикмәттәр килеп ҡушылғандыр. Яҡшылыҡ, яманлыҡ хаҡындағы фәһемле әҫәрҙәр барыһы ла дәүерҙәр алышына барған һайын бала күңеленең һағына баҫа торған. Ә бөгөн бәләкәстәребеҙгә нимә тәҡдим итәбеҙ? Беҙҙең яҙғандарыбыҙ уларҙы заман афәттәренән һаҡлаймы, техноген юлдан киткән кешелектең фажиғәләренән ҡурсалаймы?

Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең балалары­быҙ “Тамыр” телеканалының апай-ағайҙары арымай-талмай ижад иткән төрлө тапшырыу­ҙар, йырҙар, кинолар ҡарап, милли рухта тәрбиәләнеп үҫә. Аңлағандар өсөн был – ҙур ҡаҙаныш. Хәйер, үҙебеҙ ҙә шулай үҫтек инде: өлкәндәр өсөн яҙылған йырҙарҙы башҡар­ҙыҡ, үҙәк телеканалдар аша “Спокойной ночи, малыши!” тапшырыуын ҡарап йоҡлап китә торғайныҡ. Әле иһә “Тамыр”ҙың һәр тапшырыуы, һәр яңы проекты –ҡыҙҙарыбыҙ һәм улдарыбыҙ өсөн ҙур рухи таяныс, тамырҙары ныҡлығын күрһәткән заман ҡаҙанышы.
Әҙәбиәткә әйләнеп ҡайтҡанда, хәлдәр ни­се­герәк һуң? З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә даими рәүештә балалар өсөн китаптар сығып тора. Хәҙер бәләкәстәргә ятларға шиғыр юҡ, тип зарлана алмайбыҙ. Зауыҡлы итеп биҙәлгән матур-матур йы­йынтыҡтар бәләкәстәрҙе үҙенә тартып тора. Әммә бының менән генә сикләнергә тейешме беҙ, әҙәбиәтселәр?!
Бөгөн Интернет, телевидение тотош бы­уындың иғтибарын яулап алды, һаулығын һура. Ошондай осорҙа заманса технология­ларға нигеҙләнеп, беҙ балаларыбыҙҙа туған тәбиғәткә, ергә, илгә, яҡындарына һөйөү тәр­биәләрлек, компьютер экрандарынан айырып алырлыҡ китап сығара алабыҙ ҙаһа! Был эште дәүләт кимәлендәге закондар, ҡарарҙар менән нығытып ҡуйһаҡ, һис зыян булмаҫ ине. Бөгөн өлкәндәр өсөн әҫәрҙәр яҙылмай тип борсолорҙан алда балалар әҙәбиәтен хәс­тәрләү бик мөһим! Әгәр ошо минуттан уларҙа китапҡа ҡыҙыҡһыныу, уҡыу мәҙәниәтен тәр­биә­ләмәһәк, берәй ун йылдан беҙҙең ки­таптарҙы ҡулға алыусы ҡалырмы икән?
Махсус рәүештә балалар китабын күпләп сығарыу мәсьәләһен хәл итмәһәк, йылдан-йыл милли баҫмаларға бүленгән сығымдар кәмегән заманда китапһыҙ ғына түгел, уҡыу­сыһыҙ, япраҡ яра алмаған ағастай ҡалыуы­быҙ бик ихтимал! Бәләкәстәр тәгәрәп йөрөп уҡырлыҡ, ҡосаҡлап йоҡлап китерлек булырға тейештер ул хазиналар! Кешелек үҙенең әллә үҫеш, әллә ағым ыңғайына аҡҡан дә­үерендә һәр саҡ ҡаршылыҡтарға дусар булған.
Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде, тигән беҙгә мәшһүр Бабич! Балалар әҙә­биәтен хәстәрләү – ул һүҙ сәнғәтен генә түгел, тотош милләтебеҙҙе глобалләшеү осоронан юғалтыуһыҙ алып сығыуға тиң.




Вернуться назад