Силәбенән – “күстәнәс”06.03.2015
Рәмил Вәлиев Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, сығышы менән – Бөрйән районынан. Оҫта ҡуллы, рухлы кеше ул. Яһаған йыһаздары, семәрле ҡумталары күҙҙең яуын алырлыҡ. Рәмил ағай ҡумыҙ яһау оҫтаһы булып та танылған. Күңеленә илһам килгән саҡтарында шиғырҙар ҙа яҙа.

Ирмен тигән ир

Ауыл урамы. Өйҙәр ике яҡта.
Улар төрлө-төрлө ҙурлыҡта.
Иғтибарлап ҡына ҡарағанда,
Күренә зауыҡ та, ялҡаулыҡ та.

Бына бер өй. Өй түгел, ҡурсаҡ.
Тәҙрә, ҡапҡа, ҡыйыҡ буйҙары,
Тышҡы баҡсаһы ла семәрле.
Күренеп тора — оҫта ҡулдары.

Ирмен тигән ир йәшәйҙер бында,
Боҫмаған «белмәйем» артына.
Оҫта ҡулдан тыуған матурлыҡҡа
Һоҡланалыр йәше-ҡарты ла.

Сағыштырыр өсөн күршеһендә
Тоталармы серек бер өйҙө?
Юҡсы, йәшәйҙәрсе. Самалайым
Ҡыйыш ҡапҡаға терәлгән ирҙе.

Ауыш баҡса, ҡыйыш мөрйә,
Ҡоймалары тора терәүҙә.
«Нисек эшләйем?
Мин белмәйем...» —
Ялҡау ирҙең һүҙе иң тәүҙә.

Балта бейеп, уйнап торһон
Ирмен тигән ирҙең ҡулында.
Ҡулың алтын, һүҙең тапҡыр булһа,
Балҡып торор ғүмер юлың да!

Бәхет асҡысы

Fаиләнең бәхет асҡысы –
Ир-ат ҡулында.
Уны юғалтмау зарур
Fүмер юлында.

Тәүге кәләш — сабыйҙарға,
Иргә лә әсәй.
Икенсе, өсөнсө ҡатын
Fүмергә үгәй.

Берәү менән ғүмер итеү—
Үҙе ҙур бәхет.
Һаҡла, яҡла бәхетеңде,
Бул һин ир-егет!










Вернуться назад