Йөрәгемдең өлөшө06.03.2015
Ерем, йылғаларым, үҙәндәрем,
Һеҙҙе һағынып үтә көндәрем.
Төйәгемдән ситтә йәшәгәнгә,
Күңел һыҙлай, өҙөлә үҙәгем.

Туғандарым менән һөйләшәһе,
Йырлашаһы ине башҡортса.
Гармун моңона, их, бейергә ине
Гөрләп үҙебеҙсә, ауылса!

Туған телем, ерем, йолаларым —
Йөрәгемдең һеҙ бит өлөшө.
Тел һаҡланһа, еребеҙ ҙә йәшәр,
Бөтөн күңелле булыр һәр кеше!







Вернуться назад