Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған тарихи баҫмалар сыға башланы. Мәҫәлән, “1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙары” исеме менән башҡорт халҡының ҡаһарман яугирҙәре Ҡаһым түрә һәм Йәнтүрәгә бағышланған ике плакат донъя күрҙе. Плакаттарҙа яугирҙәрҙең һүрәте һәм улар тураһында мәғлүмәт, башҡорт халыҡ йыры “Ҡаһым түрә”, “Йәнтүрә хикәйәләре”нән өҙөктәр бирелә.
Был баҫмалар нәшриәттең фирма магазиндарына һатыуға сығарылды. Улар мәктәп балалары, студенттар, тарих, әҙәбиәт уҡытыусылары, ғөмүмән, киң ҡатлам уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән.
Нәркәс КҮРПӘСЕВА.