М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Асыҡ ишектәр көнө” барышында башҡорт филологияһы факультеты “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү флешмобын уҙғарҙы. Сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге Сәсәндәр мәктәбе эпостан өҙөктәр ятлап, мәшһүр әҫәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа “Халыҡ сәсәне” исемен ҡайтарыуҙы һорап яҙылған хатты ла уҡыны. Йәш артист Илдар Шәрипов “Каруанһарай” көйөн ҡурайҙа уйнап ишеттерһә, башҡорт филологияһы факультеты студенттары башҡарыуында “Ҡобайыр” бейеүе тамашасы күңеленә хуш килде. Әйткәндәй, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса сара Учалы һәм Йылайыр райондарында ошо көндәрҙә уҙған, шулай уҡ Белорет һәм Сибай ҡалаларында ла үткәрергә йыйыналар.
Сараның төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын һаҡлау, пропагандалау, йәш быуынға еткереү. Форсаттан файҙаланып, башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, профессор Луиза Сәмситова уҡыу йортоноң әһәмиәтен билдәләне, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы һәм сығарылыш класс уҡыусыларын ошонда белем алырға саҡырҙы.
Халҡыбыҙҙың мифологик эпосын яттан һөйләү флешмобы тантанаһының һуңында, мәшһүр сәсәниәбеҙ Розалия Солтангәрәеваның отҡор һүҙҙәренә эйәреп, барыһы ла “яҡшылыҡ булһын атығыҙ” тигән киң билдәле юлдарҙы ятлап, ҡулға-ҡул тотоношоп, халыҡҡа ҡот һораны:
Ҡайт ҡотом – һорай ҡотом,
Һине көтә башҡортом!”