Белеп торам, был һорауҙы уҡыу менән әҙәбиәтселәр, юҡ, шиғыр яҙырға өйрәтеп булмай, тип әйтәсәк. Әммә, миңә ҡалһа, шиғыр формаһына төшөндөрөргә, образдың асылы хаҡында фекер һалырға була бала аңына, күңеленә. Был хаҡта М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларына фекер еткерергә тура килгәйне уҡытыусылары Айгөл Игелекованың яңы проекты аша. Архангел районында “Әҙәби нағыш” республика марафонында йөрөгәндә, яңынан иҫкә төштө был фекер. Ҡәләмдәшем, шағир Дамир Шәрәфетдинов бына нимә тип сығыш яһаны ул төбәктә:
– Мәктәптәрҙә балаларҙы инша, изложение, биография яҙырға өйрәтәбеҙ, ә бына шиғыр хаҡында ләм-мим, тиер инем, бер аҙ теоретик белем бирәбеҙ һәм бөттө. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Мәктәп уҡыусыларын шиғыр яҙырға өйрәтергә кәрәк кенә түгел, ә бик кәрәк!
Ә бит хаҡ һүҙҙәр әйтте Дамир Мөлкаман улы. Мәҫәлән, бөгөн алдынғы һаналған илдәрҙең һәр береһендә шиғриәт дәрестәре уҡытылған һәм уҡытыла. Японияла улар “карон” тип аталған һәм, туранан-тура тәржемә итһәң, шиғриәт хаҡында фекер алышыуҙар тип йөрөтөлә. Элек-электән япондар балаларын донъяға матурлыҡ аша ҡарарға өйрәтергә тырышҡан. “Нимә хаҡында һөйләйһең, шул мөхит һине уратып ала, шул рәүешле йәшәй башлайһың” тигән бер риүәйәт тә йәшәй япон донъяһында. “Багаку” дәрестәре лә тап сәнғәт тураһында фән тигәнде аңлата.
Беҙҙең ата-бабаларҙың да был хаҡта әйтеп ҡалдырған бик күп фәһемле фекерҙәре халыҡ ижадында – мәҡәл-әйтемдәрҙә, рийәүәттәрҙә, эпостарҙа, йырҙарҙа – һаҡлана. Мәшһүр “Урал батыр” эпосын ғына алғанда ла, күпме яҡты, яҡшы энергетикалы афоризмдарға юлығаһың:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ...
Ошо юлдар пәйғәмбәрҙәй батырҙың халҡыбыҙға тик яҡшылыҡ юлында йөрөүҙе васыят итеп ҡалдырыуы хаҡында һөйләй. Борондан уҡ һәр кинәйәле, фәһемле фекер шиғри формала әйтелгән. Ҡөрьән-Кәрим дә шиғри юлдарға һалынған һәм көйләп уҡыла.
Ҡытайҙа ижади сәфәрҙә булып ҡайтҡандан һуң, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ: “Яҡты хәтерле ҡытай халҡы, шиғриәткә мөхәббәттәре ҙур, уларҙың киләсәге аяҙ!” – тигән фекер әйтә. Тарих дауамында донъяны образдар аша асҡан милләттәр, ысынлап та, ниндәй генә хәтәр хәлдәргә тарыһалар ҙа, Күктәр ҡөҙрәтенәнме, әллә рухиәткә тоғролоғо менәнме заман афәттәрен еңеп килә. Тик шуныһы бар – моңдо матди байлыҡҡа алыштырырға ярамай, был хыянат тарих тарафынан ғәфү ителмәй. Дәүерҙәр сүплегендә, ана, ниндәй цивилизациялар юҡҡа сығып, хәтерҙә, китаптарҙа ғына йәшәй.
Фекерҙең башына әйләнеп ҡайтайыҡ. Мәктәптәрҙә шиғыр яҙырға өйрәтергә кәрәк балаларға! Эйе, араларында барыһы ла шағир ҙа, сәнғәт әһеле лә булып китмәҫ, әммә ижади ҡараш уларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерер, тормош ҡуйған һәр төрлө һынауҙарҙа бирешмәҫлек рухи көс бирер, күңел донъяларын тамырҙар менән бәйләп, заман ҡаршылыҡтарына иммунитет булдырыр. Шиғырҙың ритмикаһы, рифмаһы йәшәү рәүештәрен йырға һалыр. Әйтәйек, эстетика, башҡорт әҙәбиәте кеүек фәндәрҙе өйрәнгәндә, балалар шиғырҙың эске моңо, яҙылышы менән дә танышып, донъяны ҡабул итешен шиғри формала асып бирһә, ҡалай матур күренеш булыр ине. Былай ҙа “рифмоплет”тар етерлек, тигәндәргә лә яуабым әҙер: улар ҙа бит яҡшы, яҡты уйҙан ҡулына ҡәләм алып, әҙәбиәтте пропагандалай. Ә иң төп баһаны Ваҡыт һәм Халыҡ бирә. Шиғыр яҙығыҙ, ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм малайҙар! Кешелектең юлы Яҡтылыҡ менән Ҡараңғылыҡ көрәшендә дауам итә. Баҫығыҙ донъяның ҡояшлы яғына, халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй.