Асылы үҙгәрмәне11.03.2015
Асылы үҙгәрмәне Районыбыҙҙың йәштәше — “Маяҡ” гәзите 80 йыл эсендә данлы, шанлы юл үтеп, бөгөн Илештең алтын йылъяҙмаһына, халыҡтың яратҡан баҫмаһына әйләнде. Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, гәзит 1935 йылдың 12 мартынан “Еңеү таңы” исемендә сыға башлай. Баҫманы ике кеше аҙнаһына бер тапҡыр өс мең данала нәшер итә. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, дәүерҙәр үтеү менән гәзит “Сталинсы”, “Коммунизм байрағы”, “Уңыш өсөн” тип үҙгәртелә. 1965 йылдың апреленән ул район тормошонда “Маяҡ” булып балҡый. Шуныһы мөһим: ниндәй генә исем менән сығарылһа ла, асылы үҙгәрмәне, һигеҙ тиҫтә йылда үҙ ҡиблаһына тоғро ҡалды — агитатор, политинформатор, пропагандист булды һәм бөгөн дә үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Гәзиттең үҫеш тарихы төбәктекенән айырылғыһыҙ. Ул — Илештәге барлыҡ ваҡиғаларҙың йылъяҙмаһы.

“Маяҡ”ты формалаштырыуға һәм үҫтереүгә төрлө йылдарҙа уның мөхәррире булып эшләгән ялҡынлы журналистар — Ш. Шәймәрҙәнов, З. Әғләмов, Б. Ямалов, Ә. Ба­сиров, В. Ғәлиев, Г. Хөснөтдинов, Х. Ғәлиев, Ә. Зө­бәйеров, Ә. Әйүпов, Р. Лоҡманов, Э. Ҡаһиров, А. Хәй­ретдинова ҙур өлөш индерә.
1972 йылда редакцияның типография менән бергә төҙөлгән бөгөнгө бинаһы сафҡа инә. Башта гәзит ҡул менән, артабан линотип машиналары ярҙамында, 2001 йылдан нәшриәт-компьютер комплексында йыйылып, типографияла офсет ысулы менән баҫтырыла. 2003 йылдың 1 июленән уның — урыҫ, 2006 йылдың 1 июленән башҡорт телендәгеһе донъя күрә. 2004 йылда Илеш мәғлүмәт үҙәге ойошторола.
Татарстан, Башҡортостан республикаларында киң бил­дәле шағирҙар Р. Миңнуллин, Р. Хәйри, шулай уҡ Р. Фаз­лыев, Р. Ғәскәров, Р. Хафизов, танылған журналист З.Хә­миҙуллиндың “Маяҡ”та ҡанат нығытып, журналистика серҙәренә төшөнөп, ҡәләмен ослауы — беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.
1985 йылдан алып редакция ҡарамағында бик күп ҡәләм оҫталары әҙерләүгә өлгәшкән “Йәш хәбәрселәр” мәктәбе эшләй. Әйткәндәй, хәтһеҙ илештәргә сәнғәт донъяһына фатиха биргән “Ләйсән” әҙәби-музыкаль берләшмәһенең башланғысын 2013 йылдан “Балҡыш” ижади төркөмө дауам итә. Уның әүҙем ағзалары ла гә­зитебеҙ менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, ижад емештәрен “Маяҡ”та әленән-әле баҫтырып тора.
Гәзит үҙ эшен халыҡҡа яҡынайтыуҙа ауыл хәбәрселә­ренә таяна. Төрлө йылдарҙа Ф. Шәйхелисламов, Ж. Шакирова, Х. Әх­мәт­йәнова, К. Ғәлиуллин, Р. Ҡазыханов, В. Йән­гирова, Х. Рә­жәпова, Р. Хәйбрахманов редакцияның дуҫтары булды, фәһемле яҙмалары менән баҫмабыҙҙың эстәлеген байытыуға, уны уҡымлы итеүгә булышлыҡ итте. Һуңғы дәүерҙә уларға алмашҡа килгән З. Кашапова, М. Зарипова, С. Сафиуллина, Ф. Ғөбәйҙуллина, Ә. Саттарова, Ф. Минһа­жева, К. Насретдинова, Г. Фәйзуллина, Г. Кә­бирова, А. Шә­йемова, Ф. Сәйетов һәм башҡаларҙың мәҡәләләрен райондаштар яратып уҡый, көтөп ала. Улар — редакция менән гәзит уҡыусыларҙың күңелен тоташтырған, тематиканы байытыуҙа, уның географияһын киңәйтеүҙә тоғро ярҙамсыларыбыҙ. Үҙ-ара бәйләнеште нығытыуҙа “Маяҡ”тың йыл кешеһе”, “Лото уйыны”, “Редакция көндәре” кеүек акцияларҙы ла отошло файҙаланабыҙ. Райондың һәм гәзитебеҙҙең юбилейҙары уңайынан төбәктәге 22 ауыл биләмәһенең һәр ауылында булып, шундағы хужалыҡтарҙан, социаль тәғәйенләнештәге учреждение­ларҙан, шулай уҡ эшҡыуарҙар, алтын ҡуллы һөнәрмәндәр, ижад эше оҫталары һәм башҡалар хаҡында хәбәрнамәләр ойоштороп, махсус сәхифәләр баҫтырабыҙ. Улар гәзит уҡыусылар тарафынан хуплау таба, урындарҙа халыҡ менән осрашыу гәзиттең эстәлеген яҡшыртыу өсөн яңы идеяларға юл аса.
80 йыл эсендә гәзит үҙ йөҙөн булдырҙы, үҫте. “Маяҡ”тың татарса, урыҫса, башҡортса баҫмалары редакцияһын, полиграфистарҙы, гәзит таратыусыларҙы берләштергән коллективта бөгөн 32 кеше эшләй. Предприятиеға 2009 йылдан Р. Хисаметдинов етәкселек итә. Ветерандарҙы ла иҫәпләп, ун алты журналист Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы булып тора. А. Хәйретдинова, Ф. Маликова, Ә. Сабирова — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре, Р. Заһретдинова — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Р. Хәҙимуллина менән З. Мәтҡолова — Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, биш журналистың күкрәген “Матбуғаттың алтын фонды” билдәһе биҙәй. БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1985 йыл), Бөтә Рәсәй “Матбуғат-2002” күргәҙмәһе дипломы (2002), “Матбуғат донъяһы. Полиграфия” конкурсының II дәрәжә дипломы (2006), ХIV Халыҡ-ара “Матбуғат-2007” һөнәри күргәҙмәһенең “Матбуғаттың алтын фонды” билдәһе (2007), төрлө ведомстволарҙың Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары — эшсәнлегебеҙ көҙгөһө.
Коллектив район тормошонда ҡайнап йәшәй — спорт фестиваль-ярыштарында, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса үт­кәрел­гән өмәләрҙә, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл иһә ветеран­дарыбыҙ “Илеш телерадиокомпанияһы” менән берлектә Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә ойошторолған “Еңеү салюты” район халыҡ ижады фестивалендә призлы урын яуланы.
Ҡыҫҡаһы, баҫмабыҙ — илештәрҙе туп­лап, яңы эштәргә әйҙәүсе, яҡшы башланғыстарға рухландырыусы ҙур көс ул.
Рәмзиә ХӘҘИМУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм
киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад