Танылған яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Я. Хамматов, Ғ. Ибраһимов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Сабир Шәрипов М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залына китап һөйөүселәрҙе ижад кисәһенә йыйҙы. Сарала автор үҙе, ҡәләмдәше Рәсимә Ураҡсина, шулай уҡ БДУ, БДПУ студенттары әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған юл хикмәттәрен уҡыны.– Әҙәм балаһы икмәкһеҙ, йырһыҙ һәм юлһыҙ йәшәй алмай, – тине Сабир Нәғим улы. – Сәфәрҙә ниндәй генә күренештәр күҙәтелмәй. Ҡапыл кәйеф күтәрелә, йә иһә күңел ҡырыла, мәҙәк аймылыштың, хатта көтөлмәгән фажиғәнең шаһиты ла булаһың. Юлда шатлыҡ та, хәсрәт тә, һағыш та һағалай беҙҙе.
Яҙыусының юл һынамыштары, хикмәттәре ана шул хистәрҙең шауҡымында тыуған да инде. Улар авторҙың “Аҡ ҡулсатыр”, “Зәңгәр катер”, “Ҡолонташ” тигән китаптарында урын алған. Ә ни өсөн хикмәт тип атала һуң? Баҡһаң, яҙыусы үҙе күргән йә ишеткән фәһемле, һабаҡ булырҙай ваҡиғаларҙы ғына һайлап, уларҙы хикмәт дәрәжәһенә күтәрә: һәммәһе лә “ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ” тигән әҙәби зауыҡҡа яуап бирә.
Мәҫәлән, “Йылмайыу бәләһе” тигәнен генә алайыҡ: “Париж, Лондон кеүек Көнбайыш метролары хеҙмәткәрҙәре – һаҡсылар, әйбер ташыусылар, фәлән-фәсмәтәндәр пассажирҙар менән йылмайып ҡына мөғәмәләгә инә, илтифатлы хеҙмәтләндерә. Мәскәү метроһындағы персоналдан иһә берәү йылмайһа, пассажирҙар уның хаҡында “әллә бынау аҡылға бер төрлөрәк инде” тигән һығымта яһай”.
Сабир Шәриповтың сатрашты, гармунда оҫта уйнауын да, балыҡ тоторға әүәҫлеген дә яҡшы беләбеҙ. Ә инде авторҙың тағы бер матур сифаты – халыҡ араһында күп йөрөүе, күҙәтеүсәнлеге – башҡорт прозаһына биҙәк өҫтәрҙәй уймаҡ хикәйәләр тыуҙырыуға булышлыҡ итә.