Бөйөк шағир тыуған ерҙә03.03.2015
Бөйөк шағир тыуған ерҙә Бына әҙәбиәтебеҙгә бөйөк Рәшит Назаровты биргән ер! Ҡасандыр уның иркен ҡырҙары буйлап Ғәлимйән Ибраһимов, Ғиләж Ғүмәрский, Фәрит Богданов, Роберт Паль, Салауат Әсфәтуллин, Салауат Рәхмәтулла, Флүзә Мырҙабаева, Әлфиә Әсәҙуллина ялан тәпәй йүгергән, сикһеҙ киңлектәргә һоҡланып, зәңгәр күгенә баҡҡан...

Күптән түгел бәрәкәтле Ауырғазы ерендә рухиәт байрамы гөрләне – улар республикабыҙҙа барған “Әҙәби нағыш” марафонын ҡабул итте.
Баш ҡаланан “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева етәкселегендә бер төркөм ҡунаҡтар килеп төштө. Өфө ҡала хакимиәте мәғариф идара­лығының телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Ханнанова, Башҡортостан Яҙыусылар союзын­дағы татар телле әҙиптәрҙең етәксеһе Фәниә Ғә­би­ҙуллина, Зәй­нәб Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире Әлфиә Әсәҙуллина, “Кызыл таң” гәзите хәбәрсеһе Ләйсән Кәшфиҙе район ха­кимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов ҡабул итте. Улар бөгөнгө әҙәбиәттең торошо, китапханалар­ҙың эше, матбуғатҡа яҙылыу барышы тураһында һөйләште, китап­тарын бүләк итте.

Бөйөк шағир тыуған ерҙә– Минең йәштә шағир булыу мөмкинме һуң? – тип мәрәкәләп һорап ҡуйҙы хакимиәт башлығы.
Зөлфиә Ханнанова яуапты тиҙ тапты:
– Була. Үлеп ғашиҡ булһағыҙ...
Артабан ҡунаҡтар район гәзите редакцияһында ижади күңелле йәштәр менән осрашты. Серле әҙәбиәт донъяһына тәүге аҙымдарын атлаған уҡыусылар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, апайҙарының кәңәштәрен ихлас тыңланы. Тап шул көндө шиғырҙары баҫылып сыҡҡан “Башҡортостан” гәзитен бүләк иткәс, йәш ижадсыларҙың күҙҙәре айырыуса янып киткәндәй булды.
Күҙҙәр тигәндә, күңелде ғазаплы тойғо семетеп алғандай: осрашыуға тыумыштан һуҡыр егет Дамир Заһитов та килгәйне. Уның “Уйна ҡурай”, “Дан йырлайыҡ Еңеү көнөнә” тигән шиғырҙарын тыңлағас, күҙҙәргә йәш төйөлдө.
– Күҙҙәр һуҡырлығы түгел, күңелдәр һуҡырлығы ҡурҡыныс, – тине Дамир. Уның был һүҙҙәрен Ауырғазы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зинаида Аркадьевна Ғәбйәлилова эләктереп тә алды.
– Дамир, рөхсәт итһәң, һинең был һүҙҙәреңде баннерға яҙып ҡуясаҡбыҙ, – тине ул.
Осрашыу уҡыусыларға бик оҡшаны. Улар апайҙары биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалыр, моғайын. Ауырғазы ерендә әҙәбиәт усағы киләсәктә тағы ла ҡеүәтлерәк дөрләр.
Бөйөк шағир тыуған ерҙәТөрөмбәт. Ошо ябай ғына бер һүҙ үҙе шиғриәт булып яңғырағандай хәҙер. Әҙәбиәтебеҙ күгенең сағыу йондоҙо, ғорур йөрәге сикһеҙлекте генә таныған оло талант эйәһе Рәшит Назаровтың тыуған ауылы ул. Ҡунаҡтар шағир ҡәберенә сәскәләр һалып, баш эйҙе, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина уға арнап яҙған “Йөрәк аһы” шиғырын уҡыны.
Төрөмбәт мәктәбендә Рәшит Назаровтың музейы эшләй. Унда ҡунаҡтарҙы уҡыусылар шағирҙың ҡанатлы шиғырҙарын һөйләп ҡаршыланы. Рәшит Назаровтың бала сағында күңел йылылығы бөркөп ултырған самауыр, ул сәй эскән сынаяҡтар, өй эсенә һүрән нурын һипкән шәм күҙ алдында ҡабаттан йәнләнеп китер һымаҡ. Ошо шәмдең тоноҡ яҡтыһында йәш шағир йөрәгендә йәшен уйнатҡан.
Музей директоры Гөлирә Назарова шағирҙың шәжәрәһе менән таныштырҙы, уның ҡыҫҡа яҙмышы һәм ғүмерлек ижады тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы бер нисә йыл элек мәктәп баҡсаһына ағас ултыртып, Рәшит Назаров аллеяһын булдырғайны. Бында килгәс, уларҙың хәлен белергә ашыҡтыҡ. Шөкөр, ағастар, йәшел баштарын сығарып, аҡ юрғанға төрөнгән. Иҫән-һауҙар, тимәк. Шағир ижады кеүек, улар ҙа оҙон ғүмерле булып, киләсәктә шаулап ултырыр.
Кис халыҡ район мәҙәниәт һарайына йыйылды. Бында сараның төп ваҡиғаһы – “Әҙәби нағыш” марафонының символын тапшырыу тантанаһы – көтә ине.
– Балаҡатайҙан ҡайнар сәләм алып килдем, – тип башланы һүҙен Балаҡатай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Мәсәғүт Рәшит улы Миңлеғәлин. – Ауырғазы менән Балаҡатай араһында 420 саҡрым ята. Ләкин беҙҙең рухи һәм иҡтисади дуҫлығыбыҙ өсөн аралар юҡ. “Әҙәби нағыш” марафоны беҙҙе тағы ла
нығыраҡ туғанлаштырыр, тип ышанам. Бер-беребеҙҙең таланттары менән аралашып, рухи хазиналарыбыҙҙы уртаҡлашып йәшәйек.
Мәсәғүт Рәшит улынан Йылъяҙма китапты ҡабул итеп алған Зинаида Аркадьевна:
– Рухиәт – халыҡтың йәне ул. Рухлы илдең киләсәге бар. Беҙҙең Ауырғазы ерендә артабан да таланттар үҫеп сығыр, – тине.
Кисә матур концерт менән аралашып барҙы. Ауырғазы район мәҙәниәт һарайының сәнғәт оҫталары халыҡты йыр-бейеү менән “һыйлап” кинәндерҙе.
Өфө ҡунаҡтарының да күстәнәстәре мул булды. Гөлназ Ҡотоева Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Зөлфиә Ханнанова, Әлфиә Әсәҙуллина, Ләйсән Кәшфи шиғырҙарын уҡып, район китапханаһына китаптарын бүләк итте.
Һүҙемде шағирә Зөлфиә Ханнанованың кисәлә яңғыраған шиғыры менән тамамлағы килә.
Бөйөк шағир тыуған ерҙәМинең халҡым аҡ биләүгә төрөп
Ҡаршы ала тыуған бәпесте.
Күңелдәре яҡты булған өсөн
Ярата ул шулай аҡ төҫтө!

Минең халҡым йола, әҙәп һаҡлап,
Аҡ мендәргә килен төшөрә,
Сәфәр сығыр булһа аҡ юл теләй,
Ап-аҡ һөттән ризыҡ бешерә.

Минең илем – әүлиәләр иле!
Фатихалы был ер шуғалыр:
“Аллаһ!” – тиеп улар зекер әйткән,
“Халҡым!” – тиеп ҡылған доғалар!

Әүлиәләр – Хоҙай бәндәләре:
Һинең атай, минең олатай.
Сабыйҙарға ҡара: нисек улар
Доғаларҙы ихлас ҡабатлай!

Әүлиәлек беҙҙең ҡанда бит ул!
Аҡ намаҙлыҡ халҡым түшәһен!
Аҡһаҡалы булып ошо ерҙең,
Ағинәйе булып йәшәһен!




Вернуться назад