Мәғрифәт рухы бөркөлә бынан28.02.2015
Мәғрифәт рухы бөркөлә бынан Өфөгә терәлеп кенә тигәндәй ятыуына ҡарамаҫтан, Ҡырмыҫҡалы райо­нына иртүк ҡуҙғалдыҡ. Ҡалала ғына тыныс икән, оло юлға сыҡҡайныҡ, һепертмә буран күтәрелде. Ибраһим ауылын көрт баҫҡан, шулай ҙа юл таҙартылған, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев музейы ихатаһы ялтырап ята.

– Бөгөн беҙҙән башҡа кеше күренмәй, ә һеҙ иртә менән бында... – тип өндәшәбеҙ музей директоры Ғәзимйән Ибраһимовҡа.
– Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең йортонда һәр саҡ тәртип булырға тейеш, – тине ул. – Музейҙан ғилем нуры бөркөлөп, һәр саҡ үҙенә тартып торһон. Ҡунаҡтар ҡайтыр саҡта тағы ла килергә теләк белдергән осраҡта маҡсатыбыҙға өлгәштек тип уйларға була.
Музейҙың ишеген асып ингәс тә ғалим, мәғрифәтсе һәм шағир бюсы менән осраштыҡ. Эргәһенә махсус яҡтыртҡыс ҡуйылғас, һын айырыуса мөһабәт, серле күренә. Ижад әһеленең эш, аш бүлмәләрен ҡарайбыҙ. Ундағы һәр нәмәне ҡулға алғы, тотоп ҡарағы килә. Ҡолаҡлы самауыр, ялтыр сәйнүк, етеле шәм, ағастан семәрләп эшләнгән ултырғыстар, йыуан тояҡлы өҫтәл, ундағы дүрткел ҡара һауыты, боронғо яҙмалар һәм башҡалар – барыһы ла XIХ быуаттың сағылышы.
Мәғрифәт рухы бөркөлә бынанБеҙҙе мәғрифәтсенең айырыуса Ҡы­рымда ғүмер иткән осоро ҡыҙыҡһындырҙы. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 1886 йылдың аҙағында яҡташыбыҙҙы Ҡырымдағы ваҡыф эштәренә йәлеп итеү өсөн Петербургка саҡырғандар. Башта унда Сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт иткән, унан инде ярымутрауға юлланып, Симферополь ҡалаһында төп бурысына тотонған. Төрлө сараларҙа ҡатнашҡан, арҙаҡ­лы шәхестәр менән осрашҡан. Мәҫә­лән, Баҡсаһарайҙа танылған мәғрифәтсе Исмәғил Ғаспранский менән тығыҙ ара­лашҡан.
Ғәзимйән Ғәлекарам улы белдереүенсә, музейҙа 300-гә яҡын экспонат иҫәпләнеп, ул һәр саҡ тулыланып тора. Иҫке Муса ауылында йәшәгән Мөхәммәтсәлим Өмөтба­евтың ейәне Рихард (хәҙер мәрхүм) фондты байытыуға ҙур өлөш индергән. Бүтән туған­дары ла шағирға бәйле булған күп әйбер­ҙәр­ҙе биргән. Ғалимдың үҙенә һәм ғаиләһенә ҡағылышлы шәхси әйберҙәр, фоторәсемдәр — шуға асыҡ миҫал. Иң ҡиммәтле ҡомартҡы, әлбиттә, әҙиптең яҙмалары.
Мәғрифәт рухы бөркөлә бынанХалыҡ музейға йыш йөрөй. Ситтән дә күп киләләр. Әйткәндәй, ҡыҙым Зөһрә гимназияла уҡығанда, утыҙлаған баланы Ырым­бурға экскурсияға алып барҙылар. Сәфәр ҡайҙан башланған тип уйлайһығыҙ? Класс етәксеһе Каруанһарайҙы күрһәтер алдынан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың музейы менән дә таныштырырға булған. Ә яҡта­шыбыҙҙың тормошоноң бер өлөшө Ырымбур менән бәйле. Үҫмер ҡаланың кадет корпусында С. Күкләшев, М. Биксурин кеүек мөғәллимдәрҙән һабаҡ алған.
Ғәзимйән Ибраһимов иһә музейға килгән һәр кем менән йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып, барыһын да көтөп ҡала.


Вернуться назад