Ҡиммәтле китап28.02.2015
Ҡиммәтле китап Борон бер хан булған. Ул бик ҙур аҡыл эйәһе бер аҡ­һаҡалды гел үҙе янында тотҡан. Йыш ҡына уның кәңәше буйынса эш ҡылған. Шу­лай ханлығы нығынып, үҙенең яҡшы даны таралған. Әммә хужа­һына ҡарағанда аҡ­һа­ҡал­­дың исеме, аҡыллы һүҙҙәре алдараҡ йө­рөгән. Быға хан бик көнләш­кән. Барын үҙенә йоммаҡ булып, аҡһа­ҡалды киҫәт­кән: аҡы­лыңды, кәңәштәреңде илгә таратаһы булма, имеш.

– Аҡыл – ҡош, уны бикләп тотоп булмай, – тигән аҡ­һаҡал.
Асыуынан хан кәңәшсеһен зинданға яптырған, әллә ни­сәмә йыл буйы кеше йөҙөн күрһәтмәй, кеше һүҙен ишет­термәй, интектереп тотҡан. Аҡһаҡал зинданда ятһа ла, әйткән аҡыллы һүҙҙәре халыҡ ара­һында йөрөгән, мәр­тәбәһе нығыраҡ артҡан. Ә хан­дың яманаты сығып, ханлығы тарҡала башлаған.
Хаталанған хан аҡһаҡалды саҡыртып, бер нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараған, кәңәш һораған.
– Ханым, һинең хөкөмөң – ҡулыңда, тәхетең ме­нән һин көслө, – тигән аҡһаҡал. – Минең хөкөмөм – телемдә, аҡылым менән мин көслө. Тәхет туҙа, хан ғүмере уҙа, аҡыл ҡала, уға тиң хакимлыҡ юҡ.
Баш эймәй һаман шулай зинданда ҡала аҡһаҡал.
Шул заман был яҡ ханлығына ситтән төрлө илсе­ләр, ғилем эйәләре килә башлай. Йөктәрендә – ҡыҙыл мал, бүләк-зиннәт араһында яҙылмыш китаптары ла бар. Әй­теүҙәренсә, шунда ғилем, аҡыл, ти. Тик ханлыҡтарында уларҙы уҡырлыҡ та, серҙәрен асырлыҡ та ғилем эйәһе юҡ икән. Тегеләр ҙә серҙе ныҡ һаҡлай, ти. Хан бик бел­геһе, китаптарға, шун­дағы тылсымға эйә булғыһы килә. Һорап ҡарай, тегеләр дин, көн, ти.
Хан белә, үҙҙәрендә ғилемгә эйә берҙән-бер әҙәм бар, ул да булһа әлеге аҡһаҡал. Ялына яңынан аҡһаҡалға: кисер ханыңды, ғилемеңде, аҡылыңды зинданда серетмә, ҡәбергә алып китмә, тип. Һис юғы, китап итеп яҙып ҡал­дыр, ти.
Хандың, билдәле, үҙ хәйләһе: теленән алалма­һам, ҡу­лынан алмаммы тигәне. Аҡһаҡал быға күнгән­дәй итә. Зиндандан сыҡҡас, халыҡ үтенә, аҡһаҡал, аҡыл-ғилемең яҙылмыш китап булып ҡал­һын, тип. Аҡһаҡал ризалаша, әммә шундай шарт менән: әгәр хан ошо яҙылыр китап аҡылы менән эш итер, хөкөм йөрөтөр булһа. Хан күнә, уға китап ҡына булһын, ҡалғанын үҙе ҡарар.
Аҡҡа яҙылаһы аҫыл һүҙҙең башын аҡһаҡал, ханға төбәп, былай аңлата: “Кешене – һан, һанды хан иткән өс нәмә бар донъяла: аҡыл, сабырлыҡ вә хаҡлыҡ. Тәжрибә, ғилем, белем – аҡыл билдәһе. Өс уйлап бер киҫеү, түҙемлек, кисереү – сабырлыҡ билдәһе. Дөрөҫлөк, ғәҙеллек, тоғро­лоҡ – хаҡлыҡ билдәһе. Ке­ше күрке шунда, ил-йорт ҡото шунда. Аҡыл иҫкермәй ҙә, бөтмәй ҙә, уртаҡлашҡан һа­йын арта ғына бара. Сабыр­лыҡ туҙмай ҙа, уҙмай ҙа, бул­ған һайын һим­мәтләнә бара. Сабырлыҡ төбө – һары ал­тын. Хаҡлыҡ юғалмай ҙа, еңелмәй ҙә, торған һайын асы­лына ҡайта. Байлыҡҡа, хан­лыҡҡа хаҡ бар, быларға хаҡ юҡ”.
Аҡһаҡал шулай китап яҙырға ултырған. Көн-төн яҙ­ған, йүнләп ашау-эсеү, йоҡо күрмәгән. Бар белгә­нен, бар аҡылын шул аҡҡа күсерергә тырышҡан. Тәжрибә, ғилем ҡушылған. Донъя, тормош, кеше, әҙәп-әхлаҡ, ыҙан-йола, хоҡуҡ, идара тураһында ҙур яҙма-китап хасил булған. Унда ғилеме, фәлсәфәһе, өгөт-нәсихәте лә бергә икән. Әйт­кәндәрен төрлө ваҡиғалар, тарих, ҡыҙыҡ, ғибрәтле хәлдәр, тамашалар, парсалар, хикәйәт­тәр, хикәйәләр менән ны­ғыта барған.
Танышҡандар аҙаҡ. “Ниңә шул саҡлы төрлө, ҡатмар­лы?” – тип һорағас: “Тормош ниндәй, китап шун­­дай”, – тигән аҡһаҡал. “Ниңә ҡыҙығы менән айышы аралаш?” – ти­гәс: “Ҡыҙығы – ҡыҙыҡҡандар өсөн, айышы – фекер йөрөткән­дәр өсөн”, – тигән.
– Хаҡын әйт, – тигән хан, – китабыңдың.
– Уға хаҡ юҡ, – тигән аҡһаҡал.
– Алтын-көмөш бирәм, – тигән хан.
– Алтын-көмөштәрҙән өҫтөн, – тигән аҡһаҡал, – ғи­лем.
– Теләгеңде әйт, улайһа, – тигән хан.
– Китабымдың нөсхәһе үҙеңдә ҡалһын, ханым, – ти­гән аҡһаҡал. – Күсермәһен халыҡҡа бир. Китабым­ды һи­ңә бағышлайым, ханым. Ханлығың кисер, китапта исемең ҡалыр. Яҙғанымды халҡыма төбә­йем, хаҡлыҡты ул сама­лар, баһаны ул бирер.
Хан китапты үҙе уҡыған да йыраҡҡа йыйып ҡуйған. Аҡылы етмәгән саҡтарҙа китапты асҡан – аҡыллы күрен­гән. Зиһене етмәгән саҡтарҙа китапты ҡараған – зиһен тапҡан. Золомо ашҡанда китапҡа йәбешкән – сабырлыҡ килгән.
Бер мәл китапты яртылаш ятлап алған. Хәҙер уны юҡ итергә уйлаған. Юҡ итер ине – зиһен генәһе ярты-йорто, һаҡлар ине – көндәш кеүек. Бағышланмыш исе­ме йәл.
Хан да, аҡһаҡал да донъя ҡуя. Исемдәре онотола, йәшереп-йөшөрөп йөрөткән, йолҡоп-мөнтәп бөткән китаптың өлөштәре генә аҙаҡ халыҡ ҡулына килеп инә. Ҡалғанын халыҡ уҡый, фәһем ала, күсерә, тарата. Шулай күпмелер киҫәктәре беҙҙең көндәргә килеп етә. Шуға ла ул киҫәк-ҡоҫаҡ.







Вернуться назад