Пушкиндың “Евгений Онегин”, Лермонтовтың “Беҙҙең заман геройы”, Гончаровтың “Обломов”, Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох”, Достоевскийҙың “Ағалы-энеле Карамазовтар”, Горькийҙың “Әсә”, Шолоховтың “Тымыҡ Дон” әҫәрҙәре һәр әҙәбиәт һөйөүсегә яҡшы таныштыр, моғайын. Уларҙы уҡып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлыҡ туплайбыҙ, яҙмаларҙа тасуирланған осорға сәйәхәт ҡылабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ошондай үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад иткән әҙиптәрҙең үҙҙәре хаҡында күберәк белге килә. Ниндәй кеше ул, нимәләр менән ҡыҙыҡһынған, ғаиләһе, балалары булғанмы? Үгәйһетелгән ЛермонтовУрыҫ әҙәбиәтен һөйөүселәр Михаил Лермонтовты талантлы шағир, ғәҙеллек өсөн көрәшкән, самодержавие һәм ҡоллоҡтоң асыҡ дошманы булараҡ белә. Әммә күптәргә уның тормошо, ниндәй кеше икәнлеге, башҡаларҙың уға мөнәсәбәте сер булып ҡала.
Шағирҙы замандаштары әллә ни хөрмәт итеп бармаған. Уның ваҡытһыҙ дуэлдә үлеп ҡалыуы бер кемдә лә тиерлек йәлләү тойғоһо тыуҙырмаған. Ә батша Николай I: “Эткә – эт үлеме”, – тип әйткән.
Төҫ-башҡа әллә ни күркәм, оҙон буйлы булмаған шағирҙы гүзәл зат ҡына түгел, ир-ат та өнәп бөтмәгән. Өҫтәүенә ул өҫ-башына, бөхтәлеккә әллә ни иғтибар итмәгән. Үҙен маһайыулы тотҡан, үпкәсел булған, кәмһеткәнде онота алмаған.
Малай иртә үкһеҙ етем ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Ҡалған туғандары уны үгәйһетеп, ситләтеп ҡараған. Шағир ҡомарлы уйындарҙа, ярыштарҙа һәр ваҡыт еңелгән. Ҡатмарлы холҡо арҡаһында уға ҡыҫҡа ғына ғүмерендә өс дуэлдә ҡатнашырға тура килгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Михаил Лермонтов әле лә иң талантлы урыҫ шағирҙарының береһе булып ҡала.
Тәм-том яратҡан Гоголь
Танылған урыҫ яҙыусыһы Гоголь ҡул эштәренә әүәҫ булыуы менән айырылған. Апайҙарына күлдәктәр тегергә, шарфтар һәм башҡа әйберҙәр бәйләргә, дуҫтарын вареник бешереп һыйларға яратҡан.
Гоголь йәшендән ныҡ ҡурҡҡан. Насар һауа торошо уға кире тәьҫир иткән. Йәнә үтә ҡыйыуһыҙ булған. Компанияла берәй ят кеше күренеү менән бүлмәһенән сығып ҡасҡан.
Николай Васильевич кеҫәһендә һәр ваҡыт тәм-том йөрөткән. Ҡунаҡханала йәшәгәндә сәйгә бирелгән шәкәрҙе йәшереп алып, һуңынан эшләгәндә, һөйләшкәндә кимереп йөрөгән. Яҙыусы бер ҙә өйләнмәгән.
Әҙип тыуған Украинаһының тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынған. Ошо тикшеренеүҙәре уға “Тарас Бульба” эпик повесын яҙырға булышлыҡ иткән.
Үлеменән ете йыл алда Гоголь: “Кәүҙәм серей башлауҙың тәүге билдәләре беленә башлағас ҡына ерләгеҙ”, – тип васыятнамә ҡалдырған. Әммә уны тыңламағандар...
Бурысын
ҡайтармаған Пушкин
Александр Пушкин ҡапыл ҡыҙып китеүе менән танылған. Ул тәүге тапҡыр дуэлдә лицейҙа уҡығанда уҡ ҡатнаша. Шағир йәмғеһе егерме тапҡыр көс һынашҡан. Бер уйлаһаң, был бер ҙә ғәжәп түгел: телсән, хисле йәш шағир юҡ ҡына бәхәстә лә көтмәгәндә кемделер “ҡәбәхәт”тән һалдырыр булған.
Пушкин кәрт уйнарға яратҡан, еңелеп йыш ҡына бурысҡа батҡан. Был ниндәйҙер кимәлдә уны ижадҡа, әүҙемерәк эшләргә дәртләндергән. Үҙе был хаҡта, уйын ялҡаулыҡтан ҡотҡарһа, ижад бурысты түләүгә ярҙам итә, тигән.
Буласаҡ яҙыусыға лицейға инеү бәхете шунда уҡ тәтемәгән. Әммә үҫмерҙең бабаһы, ул саҡта билдәле шағир Василий Львович Пушкин, лицейҙы асҡан министр Спиранский менән шәхсән таныш булған. Шулай итеп, Александр Сергеевичты танышлыҡ буйынса уҡырға алғандар.
Пушкин үлгәндә лә бурыслы ҡалған.
Мөхәббәт йырсыһы
Һәр шиғыры йыр булып ағылған, тыуған ерен данлап туймаған Сергей Есенин 30 йәше тулыр-тулмаҫ донъялыҡтан китһә лә, бай әҙәби мираҫ ҡалдырған. Матур һөйләгән, төҫкә күркәм был егеткә ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт һоҡланып ҡараған. Поэмалар ижад иткән шағир Рәсәй, донъя буйлап күп сәйәхәт ҡылған. Ул бер нисә тапҡыр өйләнгән. Тәүге ҡатыны Анна Изряднованан Юрий исемле улы тыуа. Ә 1917 – 1921 йылдарҙа Есенин актриса Зинаида Райхҡа өйләнә. Ғаиләлә ҡыҙ һәм ул тыуа. Танылған бейеүсе Айседора Дункан менән дә бер ни ҡәҙәр ғүмер итә.
Шағир һуңғы йәре – бөйөк яҙыусының ейәнсәре Софья Толстая менән дә оҙаҡ йәшәй алмаған. Сергей һәр ваҡыт ҡайҙалыр киткән, үҙ-үҙенән, властарҙан ҡасҡан. Әммә Софья артабанғы ғүмерен иренең иҫтәлегенә арнай, уның хаҡында хәтирәләр йыя, мемуарҙар яҙа. Шағирҙың үлеме серле була. 29 йәшендә уны Ленинград ҡалаһында ҡунаҡханала пар торбаһына аҫылынған килеш табалар. Бер аҙна элек кенә психиатрия дауаханаһында ятҡанлыҡтан, күптәр уны үҙ-үҙенә ҡул һалған тип бара.
Есенин Мәскәүҙең Ваганьков зыяратында ерләнгән.
“Мин хәҙер үләм”
Табип һөнәренә уҡып, талантлы яҙыусы булып танылған Антон Чехов ҡатыны Ольга Книппер менән бергә алты ай ғына йәшәп ҡала: ул Мәскәүгә эшкә китә, ә яҙыусы Ялтала ҡала. Һуңынан яҙыусы ҡатынына: “Беҙҙең бергә була алмауҙа һин дә, мин дә ғәйепле түгел, бары миңә ауырыу ебәргән, ә һиңә сәнғәткә һөйөү уятҡан иблис ғәйепле”, – тип яҙа.
Никах 1901 йылдан 1904 йылға, йәғни Чеховтың үлеменә ҡәҙәр дауам итә. Ольга ирен юғалтҡандан һуң 55 йыл йәшәй, әммә башҡаса бер ҙә тормошҡа сыҡмай. Ул хәләл ефетенең биш спектаклендә уйнай.
Чеховҡа табыныусылар күп булған, хатта уны эҙәрлекләп тә йөрөгәндәр, берәүҙәр – костюмын, икенселәре атлап йөрөшөн тикшергән, өсөнсөләр нисек тә иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырышҡан.
Антон Павлович әҫәрҙәре күпләп донъя экранына сыҡҡан өс әҙип исемлегенә инә. Беренсе урында Уильям Шекспир булһа, икенсеһе – Чарльз Диккенс, өсөнсөһө – Чехов. Уның “Аҡсарлаҡ”, “Ваня бабай”, “Ырғандаҡ”, “Алтынсы палата” тигән әҫәрҙәре айырыуса популярлыҡ яулай.
Чехов Германияла вафат була. Баҡыйлыҡҡа күсер алдынан ул шампан шарабы һорап алған да: “Мин хәҙер үләм” , – тигән һәм бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң күҙҙәрен мәңгелеккә йомған. Яҙыусыны Мәскәүҙә ерләгәндәр.
Посылкала – кирбес
Йәш сағында Иван Тургенев үҙенең еңел холоҡло булыуы менән барыһын да аптырашта ҡалдырыр булған. Ҡайһы ваҡыт әллә күпме кешене ҡунаҡҡа саҡыра ла, дуҫтары билдәләнгән ваҡытҡа килһә, йорто бикле тора. Иртәгәһенә ҡунаҡтар үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдерһә, Тургенев төрлө сәбәп табып, ғәфү үтенә, унан йәнә шунда уҡ үҙенә төшкө ашҡа әйҙүкләй, тәмле шарап менән һыйларға вәғәҙә итә. Тәғәйен сәғәт еткәс, шул уҡ хәл ҡабатлана.
Иван Сергеевич ҡупшы, сағыу итеп кейенеп йөрөргә яратҡан. Германияға уҡырға килгәс, ул бөтөнләй бәйҙән ысҡына: кәйеф-сафа ҡорорға ғәҙәтләнеп ала, ата-әсәһе ебәргән аҡсаны уңға-һулға туҙҙыра. Әсәһе улына аҙыҡ-түлек, аҡса һала, ә ул хатта рәхмәт әйтеп хат яҙырға ла онота. Бер мәл аҡса килеүҙән туҡтай. Ә инде бер аҙҙан Рәсәйҙән бик ауыр посылка килә. Егет һуңғы аҡсаһына уны ала һәм, асып ҡарағас, телһеҙ ҡала: посылкаға кирбес тултырылған була.
Тургеневтың ҡолағына “айыу баҫһа” ла, йырҙың көйөн дөрөҫ отмаһа ла, йырларға ярата. Уның был ҡыланышын тыңлағандар рәхәтләнеп көлөр булған.
Яҙыусы ғәҙәттән тыш таҙалыҡ, тәртип яратыуы менән айырылып торған.