Америкала тыуған китап27.02.2015
Америкала тыуған китап Америкалағы иң яҡшы ун боксерҙың береһе Хәбир Сөләймәновтың Башҡортостандағы көйәрмәндәре уның Өфөлә алыш үткәреүен күптән көтә. Башҡорт батыры, ниһайәт, баш ҡалабыҙҙа булып китте. Тик алыш менән түгел, изге ниәттә – тәүге китабының исем туйын үткәрҙе. Сараға спортсының Силәбе өлкәһендә йәшәгән туғандары һәм тиҫтәләрсә көйәрмәне йыйылды.

— “БашГизхан” романы бокс һәм минең тормошом тураһында тип уйлағандар хаталана. Сит илдәге ун йыллыҡ һағыныуҙар, Рәсәй һәм уның халҡы тураһындағы уйҙар һалынған уның нигеҙенә, — тине автор. — Милли булмыштарын онотоп, бер халыҡ булып йәшәргә ынтылған американдар рәтенә инеп китә алманым, Америка гражданлығынан да баш тарттым. Беҙҙең Рәсәй, киреһенсә, күп милләтле һәм төрлө мәҙәниәтле булыуы менән ныҡлы. Китабымда ошо милләт-ара татыулыҡты үҫтерергә, тамырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырам.
Тышлыҡта Хәбир Сөләймәнов ике образда – рингка сыҡҡан боксёр һәм милли кейемдәге башҡорт батыры итеп һүрәтләнгән. Романдағы ваҡиғалар ҙа беҙҙең замандан XVIII быуатҡа барып тоташа. Киләсәктә автор “БашГизхан” буйынса кино төшөрөргә лә уйлай.
Әлегә китап ике мең данала донъя күргән. Һатыуҙан алынған табыштың байтаҡ өлөшө мәрхәмәтлеккә йүнәл­теләсәк.
— Был сараға бер әсә лә килгән. Уның игеҙәк улдарының береһенә ҡиммәтле операция кәрәк. Балаға мотлаҡ ярҙам итербеҙ, — тип һөйөндөрҙө автор.




Вернуться назад