Рәми Ғарипов иҫтәлегенә09.02.2012
Рауил БИКБАЕВ
Ғорур Бөркөт
Бурап яуған февраль ҡарҙарында
Талпынды ла саңҡып бәрелде бит
Ғорур бөркөт ғорур ҡаяға.
Тоғроларҙан булды ул тоғрораҡ,
Саяларҙан булды саяраҡ.
Тыуҙы ошо февраль ҡуйынында,
Ауҙы ошо февраль көртөнә.
Йүрүҙәне ҡалтыранып сатнай,
Янғантауы янып көрһөнә.
Боҫоп йәшәр күпме төлкөнө ул
Күләгәһе менән өркөттө.
Ниңә бынау февраль буранында
Ҡанаттары янды бөркөттөң?
Ҡанаттары янды,
Йөрәккәйен
Баҫманымы ошо боҙ һауа?
Боҙ һауанан янған йөрәгенә
Тик тоҙ тама,
Тик тоҙ, тоҙ тама.
Түшәп китте ерҙең яраһына
Февраль еле йылы ҡарҙарҙы.
Февраль үҙе ниңә яҙға тартып,
Үҙе күрә алмай яҙҙарҙы?
Өрмәк булһа ла бит бөгөнгө көн
Биттәремә гүрҙең һалҡынын,
Ишетәм бөгөн гөрләүектәр шауын,
Тоям барыбер бөгөн яҙ тынын.
Бөрө кеүек ҡапыл асылдың һин,
Тамсы булып, ҡапыл иренең.
Яҙ көнө ул һәр кем яҙҙы маҡтай,
Һин ҡыштарын күрҙең бөрөнө.
Был донъянан һинең китеүҙәрең
Йөрәгемде йөҙгә тураны.
Ҡәбереңә май сәскәһе һибеп,
Илай бөгөн февраль бураны.
Рәшит ШӘКҮР
Февраль бурандары
Урамдарҙа — февраль бурандары,
Аҡ толпарҙай ярһыу бурандар.
Нәҡ ошолай ярһыу булалыр ул
Ҡарлы бурандарҙа тыуғандар.
Аҡ ҡанатлы февраль бурандары,
Көтөп алдыҡ һине быйыл да,
Көтөп алдыҡ беҙ бурандар аша
Һабан турғайының йырын да.
Эй был илһамлы йыр! Хәҙер ҙә ул
Сыңлап тора илдең күгендә.
Шағир һүҙе, шағир аманаты
Йәшәй илдең йөрәк түрендә.
Өйөрөлә ҡарҙар, өйөрөлә,
Илай, һыҡтай буран, һыҙлана.
Илем, ерем, туған телем, тиеп,
Шағир йәне шулай ҡуҙғала.
Сал Уралым, һинең бурандарың
Һалҡын ғына түгел, ялҡын ул,
Халҡын яҡлап йәшәй белгән шағир
Иле, халҡы өсөн алтын ул.
Бурандарҙа тыуған, бурандарҙа,
Юлдары ла булды буранлы.
Ғүмеркәйе үткәс, бурандарҙа
Мәңгелеккә ҡарап юл алды.
Тимер ЙОСОПОВ
Рәми Ғариповты төштә күргәс
Шағирҙы мин төштә күрҙем,
— Ҡайҙа юғалдың? — тинем.
— Юғалманым,
Мин ҡаршыңда,
Балауыҙ һыҡма, тиле.
Бер һыҡтайһың,
Бер көләһең,
Иңемә һуҡма, — тине, —
Һөйөүҙәрем инде, ахыры,
Һандуғас телдәренә.
Ил шатлығын,
Ил ҡайғыһын
Йөкмәнем иңдәремә...
Һүҙе бөттөмө шағирҙың —
Болондарҙа тулайым,
Шатлығымдан илайым,
Сеү, төшмө ни,
Төш булған,
Ҡайттым мин өндәремә,
Йәш аға мендәремә...
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
Рәми
...Саң ҡағабыҙ: көрәшселәр етмәй,
Заман көн дә ала алҡымдан.
Һин бит яуҙа яңғыҙ һалдат көйө
Туңдың ҡарҙа, көйҙөң һалҡында.
Ҡапыл түҙмәй, беҙҙең күҙ алдында
Шартлағанда һинең йөрәгең,
Ауыҙ асып ҡарап тороп ҡалдыҡ,
Ҡалмағайны һис бер терәгең.
Әйтерһең дә әйттең: еләтте!
Һәм уятып киттең милләтте.
Тамара ҒӘНИЕВА
Шағир йөрәге
Эй яҡында ғына һайрай ҡошсоҡ,
Бер шағирҙың, ахыры, йөрәгелер,
Балтик ярҙарынан илгә ҡайтҡан
Салауаттың, бәлки, бүләгелер.
— Кем һин, ҡошсоҡ, ҡайһы шағир моңо,
Иҫтәлеккә Бабич йыры мәллә?
Сулпыларын көйгә сайҡалдырған,
Һандуғастай Ырғыҙ ҡыҙы мәллә?
— Сут-сут, сут-сут... —
түгелә лә ҡошсоҡ...
Зәңгәр нурға күмелә болон-туғай.
Сеү!
Ҡояштың нуры сыңлап китә,
Атылып менә күккә һабантурғай.
Һин булдыңмы әллә
Рәми ағай?..