Нисек йәшәйһең, әҙип?27.02.2015
Нисек йәшәйһең, әҙип? Әҙәбиәт йылы башланды. Шау-шыулы байрамдар, осрашыуҙар менән республика райондары буйлап марафонда йүгереп кенә үтеп китерме икән был йыл да?! Ә бит ул, миңә ҡалһа, дәүләт етәкселегенең әҙәбиәт өлкәһенә бәйле ойошмаларҙың вәкилдәре менән осрашыуынан, алда торған һәм быға тиклем хәл ителмәгән элекке проблемаларҙы сисеү юлдарын асыҡлауҙан, эш планын ҡарауҙан, мөмкин булғанса ярҙам итеүҙән башланырға тейеш түгелме икән ни?!


Кемдәр улар – әҙәбиәт өлкәһенә ҡағылышлы ойошмалар? Иң беренсе сиратта, әлбиттә, Баш­ҡорт­остандың Яҙыу­сылар союзы. Уның күпме проблемалары бар? Мин бер ҡасан да идара ағзаһы булып һайланманым, Союз­дың эске тормошон, бәлки, белеп тә бөтмәйем­дер, әммә Яҙыу­сылар союзы ағзаһы булғанға тиклем дөйөм йыйылыштарында ҡат­нашып йө­рөгән студент саҡтан бирле ошоғаса съезд һайын бер мәсьә­лә күтә­релә килә: үҙе­беҙҙең ижад йортон булдырыу. Ошо йылдар эсендә, теләгәндә, бер түгел, әллә нисәмә ижад йорто төҙөргә мөмкин түгелме ни? Кәрәкһә, бер йәй эсендә лә Европа стандарттарына яуап бирерлек кимәлдә ҡунаҡханалар тө­ҙө­лә лә баһа. Инде шул йылдарҙан бирле әллә күпме быуын әҙәбиәтсе­ләре хаҡлы ялға сыҡты, ә ижад йорто һаман да юҡ. Быныһы – хәл ителмәгән бер мәсьәлә.
Икенсеһе – Милли әҙәбиәт музейы нисәмә йыл бинаһыҙ интегә. Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһында фо­йе­ла Башҡортостандың халыҡ шағир­ҙарының портреттарынан торған га­­ле­ре­яны тамашасылар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ә бит улар – музей материал­дарының меңдән бер өлөшө генә. Улар менән халыҡ күптән танышырға хаҡлы. Музей шарттарында һаҡлана торған күпме материал махсус ҡулайлашты­рылмаған, ябай кабинеттарҙа бикләнгән килеш ята. Был арабыҙҙан күптән киткән аҫыл заттарыбыҙҙың әҙәби ҡомартҡы­ларына, рухына хыянат түгелме ни? Нисәмә йыл буйына әҙәбиәт музейы өсөн бынамын тигән яңы бина төҙөп ҡуйып булыр ине. Был хаҡта мин бер нисә йыл элек “Бинаһыҙ музей” тигән мәҡәлә яҙып та сыҡҡайным. Әҙәбиәт музейы, ти ҙә һөйләйҙәр, бинаһы булмағас, ул нисек музей булһын инде?
Яҙыусылар, бигерәк тә хаҡлы ялда­ғылар, өйҙәге ығы-зығынан, ваҡ мәшәҡәт­тәренән арынып, берәй ижад йорто булһа, шунда барып, ҙур күләмле әҫәрен тыныс ҡына яҙып ҡайтыр ине. Эшләп йөрөгәндәренә лә ярты айға һуҙылған ҡышҡы ялдарҙа ижад итергә мөмкинлек булыр ине. Хәҙер элекке шикелле бөтә әҙиптәр ҙә Мәскәүҙәге, Санкт-Петербург­тағы ижад йорттарына бара алмай. Беҙҙең эш хаҡы самолет билетына ла етмәй, уныһы бер кемгә лә сер түгел. Күрше Татарстандағы Яҙыусылар ойош­ма­һында булып ҡайтҡандар һоҡланыу­ҙарын һөйләп бөтөрә алмай. Өс ҡатлы яңы матур биналарында хатта ситтән килгәндәр өсөн ҡунаҡхана бүлмәләре бар, тиҙәр! Ниңә уларҙа шулай, ә беҙҙә – юҡ? Беҙҙең Союз бинаһының ҡул йыуыр­ға йылы һыуы ла юҡ бит, иҫкереп бөткән торбалары ытырғандыра хатта. Өфөнөң Ленин урамындағы “Каруанһарай” комплексы янындағы бынамын тигән боронғо матур бинала “Макдоналдс” торғансы, Әҙәбиәт музейы асылһа, килгән ҡунаҡтар танышырлыҡ иҫтәлекле урын булыр ине. Ә “Сәнғәт училищеһы” туҡталышындағы элекке биналарҙың береһен ниндәйҙер уйын йортона биргәнсе, халыҡ китап­ха­наһы асһалар, рухиәтебеҙгә файҙа килте­рерҙәр ине.
Яҙыусының эше – ижад итеү. Ижад емешең – китап. Ә беҙҙең Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең хәле нисек? Ни өсөн һаман уның да үҙ бинаһы юҡ? Ниңә йылдан-йыл әҙә­би әҫәрҙәр сығарыу ҡыҫҡара? Ниңә гоно­рар­ҙар кәмей? Нәш­риәт эргәһендәге буш урын­да Баш­ҡорт­ос­тандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Бии­шеваға ҡуйы­ласаҡ һәй­кәл ниңә һаман үҙ урынын алмай?
Ошолар хаҡында ла етди һөйләшеү булырға тейеш түгелме икән ни быйыл? Китаптар, ярай, һирәк­ләп булһа ла сыҡ­ты ла, ти. Китап­ханаларыбыҙ ни хәл­дә? Беҙҙең ижад уҡыусыларға барып етәме? Ниңә ки­таптарҙың тиражы әҙ? Һәйбәт баҫмалар ике-өс ай эсендә һатылып бөтә лә ҡабат баҫтырылмай, шуға уларҙы көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табып булмай. Ниңә яҙыусы биш йылға бер генә китап сығарырға тейеш?
Ни өсөн барлыҡ райондарҙа ла баш­ҡорт китабы магазиндары юҡ? Һыра, араҡы һатылған кибеттәр аҙым һайын бәшмәк кеүек ҡалҡып ҡына тора. Халыҡ­ҡа рухи аҙыҡ кәрәкмәйме ни хәҙер?!
Бына бер нисә йыл инде зыялы апайҙарыбыҙҙың береһе Сәнә Сабирйә­нова “Халыҡ китапханаһы”н асыу идеяһы менән янып йәшәй. Тик әлеге лә баяғы бина юҡлыҡҡа килеп төртөлә мәсьәлә. Ә бит халыҡ өсөн бушлай китапхана булыр ине ул. Хеҙмәтләндереү хаҡында һүҙ бармай, китаптарҙың бушлай тупланыуы тураһында әйтәм. Эш шунда: күп әҙип­тәребеҙҙең бай китапханалары үҙҙәре яҡты донъянан киткәндән һуң әрәм-шә­рәм булып, таралып бөтә. Рухи мира­ҫыңды ҡәҙерләрлек, телеңде бел­гән, башҡортса уҡыған балалар үҫтерә алмау ҙа үҙе бер фажиғә яҙыусы өсөн. Аҙаҡ китаптарҙың подъезға сығарып ырғыты­лыуына ғәжәпләнәһе түгел. Ярай ҙа, үҙе иҫән саҡта хәстәрләп, тыуған ауылына бүләк итеп ҡалдырһа. Ә өлгөрмәһә? Шулай әрәм булғансы, халыҡ китап­ханаһынан урын алып, әллә күпме кеше файҙаланыр ине. Был хаҡта Сәнә апай менән әңгәмәбеҙ ҙә әҙерләнгән “Баш­ҡортостан” гәзитенә. Ҡыҙыҡһыныусылар тулыраҡ мәғлүмәтте шунда таба ала. Башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен урыҫ уҡыусыһына еткереү ҙә, тәржемәләү мәсьә­ләһе лә хәл итеүҙе талап итә.
Әле һанап киткән бөтөн мәсьә­ләләр­ҙе хәл итеү өсөн республика етәк­се­легенең яр­ҙа­мы кәрәк. Ярҙам итеү өсөн хәл­дең торошон белеү, аң­лау мөһим.
Әле республи­кабыҙ иле­беҙ өсөн мөһим ваҡиғаны үткәреү алдында тора. Эйе, бик яуаплы осор. Ләкин хал­ҡы­быҙҙың рухи донъяһын, байлы­ғын, телен, әҙә­биәтен һаҡлап алып ҡалыу тағы ла мөһимерәк бит. Байрамдар ҙа, ҡунаҡтар ҙа килә лә китә, ә халҡыбыҙға ошонда үҙ проблемалары менән йәшәргә ҡала. Беҙ­ҙең мәсьә­ләләр­ҙе башҡа бер кем дә хәл итмәй.
Инде хәҙер яҙыусылары­быҙҙың үҙҙә­ре­нә киләйек. Республи­кабыҙҙың әҙәби мөхитендә нин­дәйҙер һиллек һиҙелә. Бер-ике әҙиптән башҡа мат­буғатта рухи донъя­быҙға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәргән, һүҙ әйткән кеше лә юҡ хәҙер. Ҡайҙа “Әҙип һүҙе”, “Нисек йәшәйһең, әҙип?” кеүек рубрикалар? Яңыраҡ мин эшләгән “Йән­шишмә”лә ошо йылға бик шәп бер яңылыҡ индергән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзитен һанлап алып уҡып, иғтибар итеүселәр генә бик булмағандыр өлкән­дәр ара­һынан.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гим­назияһында VIII класс уҡыусылары өсөн дәрес үткәрҙе. Туған әҙәбиәт дәресендә үҙенең “Йыртҡыс тиреһе” әҫәре буйынса һөйләшеү менән генә сикләнмәгән ул, балаларҙың ниндәй китаптар уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһынған. Повесты яҙыу­сының үҙе алдында анализлау, темаһын асып биреү, геройҙарының ҡылыҡтарын баһалау һәләттәрен күрһәтеп, уҡыусылар һынау тотһа, әҙип өсөн дә был дәрес, моғайын, фәһемле булғандыр.
Ошондай асыҡ дәрестәрҙе башҡа яҙыусылар ҙа тыуған ауылдарындағы мәктәптәрҙә үткәрә ала. Тәжрибәне эләк­тереп алырға ғына кәрәк. Юғиһә беҙ, әҙиптәр, тыуған яҡтарға нисектер ашы­ғып, ҡайҙалыр үтеп барышлай ғына һуғылабыҙ, күмәк шағирҙар менән ҡай­тып, шәп-шәп осрашыу үткә­рәбеҙ ҙә ти­ҙерәк кире боролоу яғын ҡа­райбыҙ. Ҡайһы бер ос­раҡта хатта әҙиптәр: “Бәлки, залда ултырыу­сыларҙың һорауҙары барҙыр?” – тип мөрәжәғәт итеүҙе лә кәрәк тапмай. Ә бит уҡыған, китап яратҡан тамашасының әллә күпме һорауы булыуы мөм­кин. Бер яҡлы ғына булмаһын ине бындай осра­шыуҙар.
...Студент саҡтағы бер ваҡиға әле һаман иҫемдә. Юҡ, Өфөлә булманы ул. Йәйге каникул ваҡытында ауылда инем. Бер ваҡыт көпә-көндөҙ: ”Беҙгә Өфө­нән, Мәскәүҙән яҙыусылар килә. Унда һин дә ҡатна­шырға тейешһең, клубҡа бар”, – тип әйтеп киттеләр.
Барһам, Ғәйнан Әмири менән Мәскәүҙән тәржемәсе (исеме иҫемдә ҡалмаған) килгән. Ҡунаҡтар сығыш яһап бөтөүгә, вәт һорау яуҙыра башланы бит ауыл халҡы. Беҙҙең Марат Рысаев тигән ағайҙың уҡымаған китабы юҡ ине. Башҡорт яҙыусыларының әҫәр­ҙә­рен генә түгел, Мәскәүҙә, Ленинградта сыҡҡан “Новый мир”, “Знамя”, “Нева”, “Звезда”, “Иностранная литература” кеүек ҡалын-ҡалын журнал­дарҙы ла алдыра торғайны. Шул Марат ағайҙың һорауҙары Ғәйнан ағайҙы тамам хәлдән тайҙырҙы. Миңә хатта әҙип әҙерәк йәл дә булып китте. ”Мораҙым”дың икенсе китабы ҡасан сыға?” — тигән һорауға авторҙың теүәл генә яуап ҡайтара алмағаны әле һаман күҙ алдымда тора.
Марат ағай һымаҡ китап яратҡан ауыл кешеләре бар ул әле лә, бар. Улар яҙыусылар менән осрашыуҙарға мохтаж. Быйыл шундай эшлекле саралар ҙа күберәк булһын ине. Әҙиптәр тыуған яҡтарына ҡайтыу менән иң башта район хакимиәте башлығына инеп, ауыл­дарҙағы китап магазиндары, китапханалар торошо, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең нисек уҡыты­лыуы, ни сәбәпле милли мәктәптәрҙең ябылыуы, тел дәрестәренең кәметелеүе менән ҡыҙыҡһынырға тейештер. Илебеҙ Президенты В.В. Путин, Рәсәй халҡы һорауҙарына яуап биргәндә, “Балалар үҙҙәре йәшәгән ерҙә белем алырға хоҡуҡлы”, — тип айырым билдәләп китте бит.
Ҡыҫҡаһы, Әҙәбиәт йылында башҡара­һы эштәребеҙ – бығаса йыйылып, хәл итеүҙе көтөп ятҡандары ла, алда тор­ғандары ла – бихисап. Спортсылар һы­маҡ, марафондан-марафонға йүгереп кенә йөрөмәйек әле, йәмәғәт! Әйҙәгеҙ, һөйләшәйек: уйланаһы мәсьәләләребеҙ күп бит. Яҙыусы өсөн һәр йыл, һәр көн – әҙәбиәт йылы, әҙәбиәт көнө. Ә инде махсус йыл иғлан ителгән икән, ул барыбыҙға ла айырыуса ҙур бурыс һәм яуаплылыҡ йөкмәтә, һәм беҙ нимәлер эшләп ҡалырға тейешбеҙ.


Вернуться назад