Һәр хәрәкәт – тормоштан25.02.2015
Һәр хәрәкәт – тормоштан Һөйөнсө! Ни бары бер көнгә, йәғни
26 февралдә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы Өфөгә килә.


Былтыр көҙ М. Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры сәхнә­һен­дә уйналған Б. Бикбайҙың “Ҡо­ҙа­са”, А. Ка­мюҙың “Ка­лигула”, Т. Миң­нуллиндың “Ай бул­ма­һа, йондоҙ бар” спектаклдәрен баш ҡала тамаша­сы­лары ихлас ҡабул итте. Актерҙарыбыҙ дәрт-дарман алып, оло ҡәнәғәтлек менән ҡайт­ты, шуға күрә әлеге сәфәргә улар ҡуш ҡуллап риза булды. Тамаша­сы­ларҙы иһә яңы ла, сәхнә өсөн ят та спектакль көтә.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡу­йы­ласаҡ спектакль “Тыңла­йыҡ ваҡыт аҡҡанын” тип атала. Был үҙенсәлекле, уйлан­дыр­ғыс пьесаның авторы – “Шоңҡар” журна­лы­ның баш мө­хәррире, яҙыусы, жур­налист Мөнир Ҡунафин, пьесаны сәхнәгә ҡуйыу­сы режиссёр – Башҡорт­остандың атҡа­ҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исе­мендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов. Дөрөҫөн генә әйткәндә, театр сәх­нәһенә был пьеса яңылыҡ булып килеп инде, сөнки халыҡ башлыса күңел асыуға ҡоролған, йыр-бейеүҙәр менән оҙатылған, илатҡансы көлдөргән спектаклдәрҙе үҙ итә. Ә был әҫәр­ҙең үҙенсәлеге шунда: пьесала бө­гөнгө йәм­ғиәтебеҙ тураһында һүҙ бара…
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ тамашасы­һы спек­такл­де шул тиклем яратып, ихлас ҡабул итте. Артистар уйнаған геройҙар хәлендә һәр бере­беҙ ҡалғаныбыҙ бар, бында һәр һүҙ, һәр хә­рәкәт – тормоштан...


Вернуться назад