Күңелдәрҙән урғыла моң25.02.2015
Күңелдәрҙән урғыла моң Һуңғы йылдарҙа халыҡ концерттарға бик йөрөп бармай. Ә бына билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимраниҙың юбилейы алдынан ижадташ дуҫтарын йыйыуы хаҡында ишеткәс, Красноусол халҡы ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да моң һөйөүселәр концертҡа эркелешеп килде.

Тамашасы халыҡсан йырҙар ижад иткән композиторҙы ярата шул. Моң һөйөүселәрҙең өмөтө аҡланды был көн­дә – иҫ киткес шәп концерт ҡа­рап ҡайт­тылар. Композиторҙың ижад кисәһенә арналған сараны Башҡорт­ос­тан­дың ат­ҡаҙанған артисы, популяр йырсы Фәрүәз Урманшин менән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Эльвира Насирова бик матур итеп алып барҙы.
– Ысынлап та, Рәмил Ғимра­ниҙы ха­лыҡ ярата, ихтирам итә. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Хәйер, талантлы композитор – районыбыҙҙың ғына тү­гел, бар­лыҡ республика моң һөйөүсе­ләренең дә ғорурлығы, – тине ихлас күңелдән район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, аҙа­шын ихлас ҡотлап.
Тамашасылар был көндә йәш йырсылар – Өфө ҡалаһы­нан кил­гән Зилиә Бәхтиева, район мәҙә­ниәт һарайы хеҙ­мәткәре Юлай Аҙна­ғолов башҡары­уындағы йыр­ҙар­ҙы ҙур кинәнес менән тыңланы.
Әйткәндәй, Ғимрани үҙе лә ши­ғыр­ҙар ижад итә. Юлай Аҙ­нағолов иһә, уның шиғырына көй яҙып, тамашасы хөкөмөнә сы­ғарҙы. Алҡышлап ҡабул иттеләр йәш йырсы сығышын. Баш­ҡорт­ос­тандың ат­ҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, сәхнә ветераны Ән­үәр Ғә­зизовты иһә ҡат-ҡат са­ҡырып сығарып йырлаттылар. Ул, тасуири итеп һөй­ләп, автор­ҙың шиғыр­ҙарын, робағи­ҙа­рын да халыҡҡа еткерҙе.
Ғимрани районыбыҙҙың ике тиҫтә са­маһы ауылына арнап йырҙар яҙған. Сәйетбаба, Ҡауар­ҙы, Юлыҡ, Һабай, Абдулла, Имәндәш, Яугилде, Ерек, Үзбәк, Бурлы һәм башҡа ауылдар, “Красноусол” шифаханаһы ха­ҡын­да­ғы­на тағы берәү өҫтәлде. Районы­быҙ­ҙың күренекле йыр­сыһы Рәмил Сәй­фуллин “Мырҙа­ҡай”ҙы йырлап ишеттерҙе. Кон­цертта халыҡ шулай уҡ Хызыр Нәзиров, Рәмил Ҡот­досов баш­ҡарыуындағы йырҙарҙы ла көслө алҡышҡа күмде. Ком­по­зиторҙың Биш­бүләк районында йәшәгән ижадташ дуҫтары – Зөлфиҙә менән Ғаяз Мул­лағә­лиевтәр башҡарыуындағы “Көҙгө ямғыр”, “Ҡайтырһың бит”, “Йәш­легем тирәктәре”, “Ғүмерем миҙ­гелдәре” кеүек йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде. Ә инде райондың Афған ветерандары советы рәйесе, билдәле йыр­сы Марс Хәйрул­лин­дың “Ҡайтыр­мын, әсәйем” йырын урыҫ телендә башҡа­ры­уы кисәгә үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Стәр­ле­тамаҡ филар­монияһы артисы Инсаф Ғәли­мов­тың сығышы ла алҡыш­тарға кү­мел­де. Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған мат­бу­ғат һәм киң мәғлү­мәт хеҙ­мәткәре, “Аш­ҡаҙар” ра­дио­һы­ның алып барыу­сы­һы, билдәле йыр­сы Урал Ниғмә­тул­лин­дың йыр-моң байрамына ки­леүе сараға йәм өҫтәне. Өфө еге­те Айнур Абдуллин үҙен­сә­лекле моңо менән тамашасы күңеленә юл тапты.
Юби­лярҙы ҡот­лар­ға теләү­се­ләр ҙә бай­таҡ ине. Ра­йон мәҙәниәт бү­леге етәксеһе Фә­нил Кинйәғолов, район башҡорттары ҡо­ролтайы баш­ҡарма комитеты рә­йесе Әлфиә Шаһи­ева, “Красноусол” шифа­ха­на­һынан Кәбир Монасипов, Һаҙый Юлмөхәмәтов һәм башҡалар талант эйәһенә ижади уңыштар теләне.
– Рәмил Ғимраниҙы күптәр бил­дәле композитор, яҙыусы, шағир тип таный. Ә бына уның һәүәҫкәр тарихсы, нин­дәйҙер кимәлдә археолог та икәнен белгәндәр һирәктер. Ул тыуған Үз­бә­генең генә тү­гел, байтаҡ ­ауыл­дарҙың тарихын асыҡ­ларға ярҙам итте, – тине һәүәҫкәр тарих­сы Һаҙый Юлмө­хә­мәтов.
Эйе, Ғимрани тыуған ауылында шә­жәрә байрамын уҙға­рыуға, боронғо ауыл урынында үҙ башланғысы менән һәйкәл төҙөтөп ҡуйыуға өлгәште.
Башҡортостандың атҡаҙанған арти­сы Фәрүәз Урманшиндың сы­ғышын һәр ва­ҡыттағыса ал­ҡыш­тарға күмеп, ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырҙылар. Талант­лы бейеүсе Илшат Хәбибуллин, “Красноу­сол” шифа­ха­на­һының халыҡ бе­йеү­ҙәре ансамбле сығыштары кон­цертҡа үҙенсәлекле биҙәк булды.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: былтыр район хакимиәте башлығы тәҡдиме менән Рә­мил Ғимрани Ғафури районының гимнын яҙҙы. Халыҡ шағиры Мәжит Ға­фури ме­нән билдәле шағир Фәрғәт Ғәлин һүҙ­ҙә­ренә бынамын тигән композиция бар­лыҡҡа кил­де. Ра­йон мә­ҙә­ниәт йорто хеҙ­мәткәр­ҙәре баш­ҡарған Ға­фу­ри гимнын халыҡ аяғөҫтө баҫып тыңланы.
Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡа­ла­һының Ғәли Ибраһимов исе­мен­дә­ге премияһы лауреаты, Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙ­мәткәре Рәмил Ғим­рани үҙенең алтмышына ҙур уңыш­тар менән ар­тыла. Уның бындай бай йөк­мәткеле концерттары артабан да тамаша­сыларҙы һөйөндөрөп торһон.







Вернуться назад