Ҡабына ҡуҙ янған йөрәктәрҙә24.02.2015
Ҡабына ҡуҙ янған йөрәктәрҙә Был яҡ, эстафетаны тапшырған Йылайыр районы менән сағыштырғанда, баш ҡалабыҙға яҡыныраҡ та, әммә Башҡортостан Гербының авторы Фазлетдин Ислаховты биргән Балаҡатай ере иғтибар үҙәгендә булырға ынтылып тормағандарҙан. Тик был күренеш төбәктә үҙ алдына ижад иткәндәр, яҙыусылар юҡ тигәнде аңлатмай әле. Әҙәби марафонды ойошторор алдынан “уның иң тәү маҡсаты — йәш ижадсыларҙы табыу, уларҙың яҙмаларын республика матбуғатына сығарыу” тигән фекер әйтелде. Әммә урындарҙа йәштәр генә түгел, өлкән быуын вәкилдәре лә ҡулынан ҡәләм төшөрмәй икән.
Әҙәбиәт йылы уңайынан ойош­торолған саралар тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланып китте. Унда 3500-ҙән ашыу экспо­нат һаҡлана, “Боронғолоҡ”, “Көн­күреш”, “Этнография”, “Һәр еңеү беҙгә ҡә­ҙер­ле ине”, “Радио- һәм видеотехника тари­хы” экспозициялары эшләй. Төнь­яҡ-көн­сығыш башҡорттарының милли кейеме, күҙҙең яуын алып, әллә ҡай­ҙан үҙенә саҡырып тора. Тура кеүек эре хайуан бөгөн Ер шарында юҡ, әммә бик борон йәшәгән, XVII быуатта юҡҡа сыҡҡан был йән эйәһенең баш һөйәге тап ошо төбәктә та­был­ған һәм музейҙың бер үҙенсәлеге булып тора (4-се биттәге һүрәттә). Әйткәндәй, башҡорт ха­лыҡ әкиәттәрендә хә­ҙерге һыйыр ма­лының боронғо нәҫелдәше хаҡында телгә алып кителгән.
Музейҙа шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашҡан, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән үҙешмәкәр ижадсы Павел Бунаковтың ижадына арналған ҙур күргәҙмә әҙерләнгәйне. Яңы Балаҡатайҙағы 1-се мәктәптең III класс уҡыусылары Дима Васеньков, Сулпан Хөсәйенова, Денис Вәлиев, Айҙар Әхмәтйәнов уның шиғырҙарын яттан һөйләне. Балаларҙың саф тауышы тынып ҡалған музей эсенә йән өрөп ебәргәндәй булды.
Мәҙәниәт йортоноң фойеһында әҙәби сара уңайынан Б.Пастернактың, С. Есенин­дың, А. Твардовскийҙың, К.Симоновтың, М. Ғафуриҙың, А. Игебаевтың ижадтарына арналған “Һәр бер юлды тойғо һуғарғанда” тип аталған күргәҙмә эшләне. Бында шулай уҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­те район халҡы өсөн китап сауҙаһы ойош­торҙо. Башҡорт телендәге әҫәрҙәр бында килеп тә етмәй тиерлек, шуға нәшриәт хеҙмәткәре Ғәлиә Ғәләүетдинова янынан кеше өҙөлмәне.
Ҡабына ҡуҙ янған йөрәктәрҙәФ. Байышев исемен йөрөткән китапханала районда ижад итеүселәрҙең ҡулъяҙ­малары тикшерелде. Сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Мәсхүт Миңлеғәлин һәр ижадсыға уңыштар теләне. Әлбиттә, башҡорт телендә яҙғандарҙың ҡулъяҙмалары бик күп ине тип әйтеп булмай, уларҙың ҡайһы берҙәре менән “Башҡортостан” гәзитен алдырғандар ошо арала танышты ла инде. Әммә һәр автор менән күҙгә-күҙ осрашҡас, көл аҫтындағы ҡуҙҙай, күңел төпкөлдәрендә тәрән һыҙла­ныуҙар, шатлыҡ-хәүефтәр ятҡаны тойолдо. Айгөл Апарова, Регина Байрамғолова, Таңһылыу Ғәйнетдинова кеүек мәктәп уҡыу­сылары тыуған тәбиғәте, тәүге ­ки­серештәре хаҡында бәйән итһә, Рәйфә Ситдиҡованың, Райхана Әхмәҙиеваның яҙмаларында милләт яҙмышы хаҡында уйланыуҙар, халыҡтың көнитмеше тура­һында фекерҙәр әйтелә. Ҡулъяҙмаларҙы тикшереү үҙ-ара әңгәмәләшеү, килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөй­ләшеү рәүешендә барҙы.
“Яңы Балаҡатай” район гәзите мөхәррире Анатолий Сафиканов “Сат­ҡы­лар” һәм “Алые паруса” тигән әҙәби ҡушым­таларҙа район ижадсыларының әҫәрҙәре баҫылып тороуы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. “Беҙҙе йышыраҡ баҫһындар ине!” – тигән оран да яңғыраны залдан. Беҙ ҙә ҡушылабыҙ был теләккә! Баҫмаларҙың тиражы, гәзиткә яҙғандар ғына түгел, уны уҡығандар ҙа кәмегән заманда талпынып ижад итергә кәрәк, матбуғат менән бәйләнешен өҙмәгән авторҙарҙы юғалтырға ярамай!
Ҡабына ҡуҙ янған йөрәктәрҙәДаими авторыбыҙ Әсләм Арыҫлановтың сығышы ялҡынлы фекерҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итте.
– Балаҡатай башҡорттарына төбәктә иғтибар етеңкерәмәй ул. Тарихты белмә­гән­дәр күп. Тап тыуған яғымдың үткәненә арнала китаптарым, был хаҡта яҡташ­тарыма еткереү теләге ҙур. Бына был йыйынтыҡтарымды китапханаға ла, әҙәби марафонда ҡатнашҡан башлап яҙыусы­ларға ла бүләк итәм. Республикалағы 54 райондың һәр ҡайһыһынан берәү генә булһа ла яҙыусы сыҡҡан, ә беҙҙән юҡ — ошо күренеш эсемде бошора минең. Әҙәбиәт йылында беҙҙең яҡ ижадсыларына ла иғтибар бирелеүе – ҙур шатлыҡ, әммә атҡараһы эштәр етерлек әле. Төбәктә башҡортса баҫмаларҙы алдырыусылар артырға тейеш тип иҫәпләйем! – тине ул.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты Леонид Соколов рус телендә яҙғандарҙың ҡулъяҙмаларына баһа бирҙе. Эйе, Г. Будакова, Т. Патракова, Ю. Сусев, Н. Матвеева, А. Субботин, Р.Фәт­хиев, Л.Редреева, В. Миндийәров, Т.Козина кеүек үҙешмәкәр авторҙар сарала әүҙем ҡатнашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙарын да бирҙе. Әгәр башҡортса яҙғандар араһында Айгөл Апарованың Мос­тай Кәрим ижадына арналған иншаһы асыш тип табылһа, рус телле авторҙарҙан Татьяна Козина үҙен рәссам шағирә итеп танытты. Уңыштар юлдаш булһын уларға!
М. Ғафуриҙың Өфөләге йорт-музейы мөдире Светлана Низаметдинова китапхана хеҙмәткәрҙәренең Милли әҙәбиәт музе­йы ойошторған сараларҙа әүҙем ҡат­нашы­уын һораны. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Фәнилә Ғарипова иһә залдағыларҙы күберәк уҡырға саҡырҙы.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов үҙенең сығышында урындағы гәзит редакцияһы ҡарамағында әҙәби ойошма булдырыу хаҡында фекер әйтте. Уның тәҡдимен хуплап ҡаршы алдылар. Хаҡлы ялға тиклем китапханалар селтәрендә эшләгән Рәйсә Кинйәбаеваны етәксе итеп һайлап та ҡуйҙы балаҡатайҙар. Төбәк ижадсыларын берләштерһен был әҙәби ойошма!
Кискеһен район мәҙәниәт йортонда “Ата-бабалар ере таланттарға бай” тип аталған концерт ойошторолдо. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев үҙ сығышында:
Ҡабына ҡуҙ янған йөрәктәрҙә– Төбәктә әүҙем халыҡ йәшәй. Биләндә ойошторолған Ҡатай ырыуы башҡорт­тарының бер тармағы йыйыны, рус халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әҙәбиәт йылы һеҙгә яңы исемдәр асыр тигән теләктәмен! – тине.
Йылайыр районы хаки­миәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Коротков йылъяҙма-китапты йола буйынса Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Павел Мехоношинға тапшырҙы. Спартак Мөжәүир улы Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән ике хакимиәт башлығына ла Рәхмәт хаты бирҙе.
Артабан кисәне ҙур концерт дауам итте. Залда халыҡ бик күп булмаһа ла, шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡтар ғына йыйылғайны бында. Йылайырҙар ҙа буш килмәгән: мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Андрей Сухов тәбрик һүҙен әйтте, йәш шағирә Рузилә Иҫәнбаева, йырсылар Зөлфиә Сырлыбаева, Марина Алонсова үҙ маһирлығын күрһәтте. Балаҡатайҙарҙың балалар ансамбле башҡорт бейеүҙәре менән ҡыуандырһа, “Шкатулка” эстрада-фольклор төркөмө совет осорондағы рус халыҡ йырҙарын башҡарыу стиле менән һоҡландырҙы. Район ижадсыларының һәр шиғырын көслө алҡыштар менән оҙатты тамашасы. Шағирҙар Леонид Соколов менән Денис Ғилмановтың сығышын да үҙ итте залдағылар. Тапҡыр фекер һалынған әҫәрҙәр йылмайып ҡабул ителде.
Алда әйтелгәнсә, күңелдәрҙә ятҡан ҡуҙҙарға ут өҫтәгән “Әҙәби нағыш” район ижадсыларын шиғриәт усағы янында туплаһын. Йыл үтер ҙә китер ул, ә йөрәктәрҙәге йылыны, яҡтылыҡҡа әйҙәгән ижади осҡондо үҙебеҙгә һаҡларға бит!


Вернуться назад