Ҡараясаҡбыҙ әле башҡорт киноһын!24.02.2015
Ҡараясаҡбыҙ әле башҡорт киноһын! Балаһын йөрәге аҫтында һаҡлаған, күңел түрендә йөрөткән, үлем хәлендә ятҡанда ла һуңғы телемен сабыйына бүлеп биргән һоҡланғыс зат ул – әсә. Тормошта уны юғалтыу бер кемде лә аямай, ә ҡәҙерлеңдең иҫән булып та һине ситкә тибеүе – ҡот осҡос һәм тетрәндергес күренеш...
Режиссер Айнур Асҡаров төшөргән “Әсә” нәфис фильмы, милли ижад ҡомартҡыһы “Саҡ менән Суҡ” бәйетенә нигеҙләнгән булһа ла, көнүҙәк мәсьәләне күтәрә. Картина 26 февралдә прокатҡа сыға. Кинотеатрға юлланыр алдынан видеотаҫманы әҙерләгән “Арҡайым продакшн” киностудияһы директоры, продюсер Фәнил ҒӘЛИМОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.


– Фәнил Фәнис улы, прокат тура­һында һүҙ сыҡҡас, тәүге һорау: фильмды ябай тамашасыға ҡайҙа, нисек ҡарау мөмкинлеге бар?
– Шәхси кинотеатрҙар әллә ни алып бармай, ә дәүләт, муниципаль кимәлдәгеләре ихлас ҡабул итте. Өфө, Белорет, Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Октябрьский, Нефтекама, Бәләбәй ҡалалары халҡына 26 февралдә ғаилә, дуҫ-таныштар менән барып, нәфис фильмды ҡарау һәм ял ваҡытын матур, файҙалы үткәреү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. Прокат шулай уҡ DVD форматында ла башҡарыла – рухи зауыҡты камиллаштырыу ниәтендә “Әсә”не мәҙәниәт усаҡтарында, шифаханаларҙа һәм башҡа ойошмаларҙа күрһәтеү хәстәрләнә.
– Мәғлүм булыуынса, был фильм – “Арҡайым продакшн” студияһының ҙур кимәлдә атҡарып сыҡҡан тәүге эше...
– Эйе, быға тиклем “Елғыуар”, “Рәхмәт”, “Минең йондоҙом” исемле, шулай уҡ документаль фильмдар, йәнһүрәттәр сығарыуҙа әүҙем ҡатнаштыҡ.
– “Әсә” киноһы өҫтөндә эшкә ниндәй оҫталар йәлеп ителде? Ҡуйыусы төркөмдә кемдәр?
Ҡараясаҡбыҙ әле башҡорт киноһын!– Фильм филология фәндәре кандидаты Шәүрә Шәкүрова яҙған сценарий буйынса Санкт-Петербург ҡалаһынан саҡырылған ҡуйыусы-оператор Анна Рожецкая тарафынан төшөрөлдө. Ҡуйыусы-рәссамы – Айгөл Байрамғолова, музыкаль яҡтан биҙәүсе һәм композиторы – Камил Абдуллин.
– Кинола игеҙәк малайҙар мөһим ролдәрҙе уйнай шикелле. Кескәй артистарҙы табыуы ауыр булдымы?
– Картиналағы төп ролдәрҙе Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин менән Мәжит Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Юлиә Ғәләүетдинова баш­ҡара, Йылайыр районынан игеҙәктәр Нургиз менән Айгиз Такаловтар өсөн “Әсә” фильмы дебют булды. Кастинг үткәргәндән һуң, тап ошо егеттәр ҡуйылған талапҡа тап килде һәм һайлап алынды.
– Яңы донъя күргән фильмды ете һүҙ менән генә тасуирлағанда?..
– Намыҫ. Ғаилә. Башҡорт. Тәбиғәт. 27 йәш. Ир-ат. Башланғыс.
– Башҡорт киноһының киләсәге хаҡында нимә әйтә алыр инең?
– Милли киноның киләсәге, һис шикһеҙ, бар. 2015 йылда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында эшмәкәрлекте әҙәби һәм тарихи-документаль фильмдар төшөрөүгә йүнәл­тәсәкбеҙ.
Киң даирә тамашасыһына тәҡдим итер алдынан фильм матбуғат аудиторияһына – гәзит, журнал, телевидение вәкилдәренә – күрһәтелде. Әйтергә кәрәк, был сарала аралашыу тәнҡитле, үҙенсәлекле барҙы. Һүҙ тәүҙә – ҡарап ултырыусыларға, һуңынан ғына “Әсә” фильмын ҡуйыусы төркөмгә бирелде. Маҡтау, тәҡдимдәр, теге йәки был деталдәр менән килешмәгән осраҡтар ҙа булды, һәр хәлдә, ҡаралама эше шулай башҡарылырға тейештер ҙә. Төп баһаны, әлбиттә, халыҡ ҡуясаҡ, фильмдың йөкмәткеһе, геройҙары, сифаты, әһәмиәте тураһындағы фекер алышыуҙар алда әле. Шулай ҙа милли кино сәнғәтен ил, донъя кимәлендә яҡлап сығырҙай ижад өлгөләренең юғарыға үрләүе әхлаҡи, рухи кәртәләрҙән ситкә тайпылмаһын ине.


Вернуться назад