“Башҡортостан” гәзитенең 2014 йылғы лауреаты, әүҙем авторыбыҙ Миләүшә Ҡолмөхәмәтова, Мәҙәниәт йылын оҙатып, Әҙәбиәткә арналғанын “Йылдар тыуҙырған юлдар” исемле китабы менән ҡаршы алды. Журналист йыйынтыҡҡа Башҡортостандың күренекле яҙыусылары, шағирҙары, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре хаҡында төрлө йылдарҙа республика матбуғатында донъя күргән һүрәтләмәләрен, ижади портреттарын, эссе, иҫтәлектәрен, әҙәби тәнҡит мәҡәләләрен һәм очерктарын туплаған.
Китапҡа баш һүҙ яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев: “Һиҙгер күңелле, үткер ҡәләмле журналисҡа аҡ юл теләге килә. Йыйынтыҡ уҡыусыға әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһе буйынса күп мәғлүмәт бирәсәк, күренекле шәхестәрҙең бығаса билдәле булмаған яҡтарын асырға ярҙам итәсәк”, — тип билдәләгән.