Ваҡытты уҡып үткәрегеҙ24.02.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан баш ҡалабыҙҙа «Бында уҡыйҙар!» акцияһын ойошторорға тигән тәҡдим индерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советында ведомство етәксеһе Борис Мелкоедов белдерҙе.

— Кафе, вокзалдарҙа, һаулыҡ һаҡлау йәки дәүләт хеҙмәттәре учреждениеларында һәр саҡ телефонға текәлгән кешеләрҙе күрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Эйе, халыҡ күп ваҡытын көтөп уҙғара. Шуға беҙ йәмәғәт урындарында китап кәштәләрен ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ, теләүселәр унан әҙәби әҫәрҙәрҙе алып уҡый аласаҡ. Был эште бойомға ашырыу өсөн фирма стикерҙары һәм сайт әҙерләүҙә ярҙам итерлек партнерҙар табырға ғына кәрәк,— тине Борис Мелкоедов.
Бәләкәй китапханалар ҡала халҡы килтергән баҫмаларҙан тупланасаҡ тип күҙаллана.
— Китапханалар йыйыу пункттарының береһе буласаҡ тип уйлайбыҙ. Ҡала халҡы төрлө баҫмалар килтерә, уларҙы алып уҡыусыларға теләктәрен ҡалдыра ала. Йомғаҡлау сараһында акцияның иң яҡшы ҡатнашыусылары бүләкләнәсәк, — тип билдәләне Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе.





Вернуться назад