Бай мираҫы ҡалды24.02.2015
Бай мираҫы ҡалды Районыбыҙҙа Әҙәбиәт йылы яҡташыбыҙ, талантлы шағир, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Ринат Хәйриҙең тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе менән башланып китте.

Сараны район модел­ле балалар китап­ханаһы хеҙмәткәре Ф. Әх­мәт­йәнова ойошторҙо. 1-се гимназияның баш­ланғыс кластар уҡы­тыусыһы Р. Миф­­тахова III класс уҡыусылары менән “Ҡанаттар ҡайҙа үҫә?” исемле китабы буйынса тасуири уҡыу дәресе үткәрҙе.
Ринат Хәйри һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тыуған ауылы Үрмәттә тамамлап, уҡыуын Ҡарабашта һәм Үрге Йәркәйҙә дауам иткән. IV класта сағында “Башҡортостан пионеры” гәзитендә шиғырҙары баҫыла башлай. Малайҙың күңеле үҫеп, әҙәбиәткә тартыла. Бергәләшеп төрлө гәзит сығаралар, кисәләр үткәрәләр.
Әҙәбиәткә булған һөйөү Ринатты Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Шул йылдарҙа остаздары менән бергә Башҡорт­остан­дың күп кенә райондарында сығыш яһап, ҡәләмен шымарта, тәжрибә туплай. Университетта ғүмерлек мөхәббәтен дә осрата. Бер курстағы, бер төркөмдәге Кушнаренко районы ҡыҙы Айһылыу Вәлиева менән матур ғаилә ҡора. Ләйсән исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Уҡыуын тамамлағас, Ринат Мәғфүр­йән улын Тыпый һигеҙ йыллыҡ мәктә­бенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ижадҡа ынтылған Хәйретди­новтар шул уҡ йылда райондың “Маяҡ” гәзите редакцияһында эш башлай.
Бай мираҫы ҡалдыРинат Хәйри үҙен һәләтле журналист итеп таныта. Яҙған очерк, фельетон, интервью һәм башҡа мәҡәләләрен гәзит уҡыусы­лар яратып уҡый. Ул ижадҡа ла ваҡыт таба. 1980 йылда Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы тәҡдиме менән районда “Ләйсән” ижади берекмәһе төҙө­лөп, балаларҙың, йәштәрҙең һәләтен асыуҙа ҙур роль уйнай. Талантлы шағир республика баҫмалары һәм телевиде­ниеһы менән дә хеҙмәттәшлек итә. 1986 йылда Башҡорт­остандың Журналистар союзына ағза итеп алына. Район һәм республика буйынса төрлө осрашыу­ҙарға йөрөү ижад офоҡтарын тағы ла киңәйтә.
Яҡты донъянан бик иртә киткән тыйнаҡ тәбиғәтле яҡташыбыҙ бай мираҫ ҡалдырҙы – уның тиҫтәгә яҡын китабы донъя күрҙе. “Эҙләйем һине” һәм “Ҡорбан” поэмалары өсөн Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы бирелде.
Сарала ветеран уҡытыусылар Ғ. Ғә­лиева, Ф. Минһажева Ринат Хәйри тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡ­лаш­ты. Әҙиптең ижадын яҡташтарыбыҙ онотмай: Үрге Йәркәйҙә һәм Үрмәт ауылында урамдарға Р. Хәйри исеме бирелгән, ауыл мәктәбендә музейы бар, уҡыусылар ҡәберен һәр саҡ тәртиптә тота. Китапханаларҙа, мәҙәниәт усаҡта­рында, мәктәптәрҙә уның хөрмәтенә төрлө саралар ойошторола: “Упҡын ситендә” повесы буйынса уҡыусылар конференциялары, шиғырҙарын тасуири уҡыу бәйгеләре, хәтер кисәләре...








Вернуться назад