Һәйкәлдәр һынлы сәнғәт емешеме?20.02.2015
Донъяла ниндәй генә һәйкәлдәр юҡ! Мәғә­нәһеҙ, хатта ытырғаныс күренештәргә лә таш­ һын ҡуйған илдәр етерлек. Мәҫәлән, Ис­па­нияның баш ҡалаһы Мадридта шайтанға ла һәйкәл һалғандар. Кешелек мәңге көрәшкән ҡара көстәргә дан йырлау кеүек бит был. Рәсәйҙә лә төрлө күренештәр бар: ултырғысҡа, йылмайыуға, унлыҡ аҡсаға, ҡойроҡҡа, Интер­нетҡа һәм башҡа әллә ниндәй сәйер нәмәләргә һәйкәл ҡуйылған. Әммә, Хоҙай һаҡлаһын, донъя кимәлендә билдәле ҡараңғылыҡ сығанаҡтарын данлаусылар юҡ әлегә. “Ё” хәрефен тамам онотмаһындар өсөн һынландырғандар, тип яҙайым тиһәм, хатта компьютер клавиатура­һында ул шрифт юҡ!!! Лайыҡлы, ысынлап та лайыҡлы икән һәйкәлгә, тип көлдөм ап­ты­ра­ғандан.
Үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Башҡортостан­дың баш ҡалаһы Өфөлә әҙиптәргә һәйкәлдәр апаруҡ ҡына икән: ана Салауатыбыҙ “сабып сыҡҡан сал быуаттар аша”, үҙенең исемен йөрөткән уҡыу йорто алдында Аҡмулла уйланып ултыра, Мостай ағай, әйтерһең, быуат­тарҙан быуатҡа атлай, Мәжит Ғафури “ҡайҙа баҫ­ҡандар икән” тип халҡы хаҡында фекер йөрөтә, Пушкиндың бюсы фәһем тарата, М. Горькийҙың һыны гуманистик идеялар хаҡында иҫкә төшөргәндәй. Былар хаҡында һүҙ ҡуҙ­ғатыуым юҡҡа түгел. Ә ниндәй булырға тейеш һуң ул шағирға, яҙыусыға һәйкәл? Ошо хаҡта уйла­ғанда һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең үҙенә ҡарап фекер йөрөтә башлайһың.
Бюстар – айырым тема. Уларҙың булыуы яҡшы, әммә һүҙ оҫтаһының асылын, ижади булмышын сағылдырған ҙур һәйкәлгә бер ни ҙә етмәй.
Эйе, килешәм, һис юғында бюст та бара, бөтөнләй юҡ түгел бит әле, тиеүселәр араһына ҡай саҡ үҙем дә инеп китәм, сөнки, нисек кенә булмаһын, ул да әҙәбиәткә иғтибарҙы күрһәтеп, әҙип ижадына бер пропаганда булып тора.
М. Аҡмуллаға, М. Кәримгә баш ҡалабыҙҙа һәйкәлдәр асылыуы ҙур ваҡиға булды. Етмәһә, композиция йәһәтенән ҙур йөкмәтке һалып эшлән­гәндәр, шағирҙарҙың ижады, асылы тураһында мәғлүмәт биреп торалар. Һынлы сәнғәт әһеле булмағас, был әҫәрҙәрҙең һәр детален ентек­ләп тикшереп, һөнәри баһа бирергә лә йыйынмайым. Әммә профессионализм менән бергә эшеңде яратып башҡарыу, әҙиптең ижади моңо менән һуғарылыу ҙа мөһим түгелме икән, тип уйланам ошо һәйкәлдәргә ҡарап. Тәнҡит тә, ризаһыҙлыҡ та түгел, ни бары уйланыу! Улар күңелде рухландырмай, осошло мәлдәр бүләк итмәй. Кем белә, бәлки, Сосланбәк Тавасиев Салауатты һынландырғандан һуң, һәр һәйкәлде мөһабәт һәм мөхәббәтле итеп күрге киләлер?!
Әҙәбиәт йылы уңайынан мәшһүр Шәйехзада-шағирға ла һәйкәл асыласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев Дүртөйлө районында ойошто­ролған Бабич көндәрендә. Проектҡа конкурс та иғлан ителде, ахырыһы. Егерме дүрт йәшендә генә фажиғәле шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашҡан шағирҙың һәйкәлен моңло сәнғәт әҫәре итеп күрге килә. Заманында Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағир Рәйес Түләк ошо идея менән янып йөрөнө. Улай ғына ла түгел, ул Х. Ғарипов эшләгән эскиз буйынса ҡуйырға кәрәк Бабичҡа һәйкәлде тигән фекерҙә ине. Шағирҙың донъя менән хушлашҡан һуңғы мәлдәрен сағылдыр­ған был һәйкәл эстетик яҡтан, бәлки, сәнғәт әҫәре талаптарына яуап та бирмәгәндер, әммә бик тетрәндергес күренеш ине унда. Архивымда ошо эскиздың һүрәтен эҙләп ҡараным, табалманым. Хәҙер хәтерҙә лә ҡалмаған инде, бәлки, Рәйес, гәзиттә баҫылмағас, кире килеп ал­ғандыр. Бының менән нимә әйтергә теләйем: шағир һәйкәле уның сәнғәтен генә асып ҡал­майынса, әллә ҡайҙан сәмләндереп, рухландырып торорға тейеш. Салауатыбыҙ һыны һымаҡ!
Сосланбәк Тавасиевтың ейәне менән ейән­сәре Өфөгә килгәне булды. Улар менән Абрамцевола ла осраштыҡ. Шунда Марина: “Ола­тайымдың ниндәйҙер шедевр эшләүен белә инем, тик был тиклем тип уйлама­ғайным. Өфөлә һәйкәлде күргәс, йығылып китә яҙҙым. Хистәремде бик күрһәтеп бара торған кеше түгелмен, әммә мин иланым!..” – тине. Журналист булараҡ, төрлө ерҙә сәфәрҙәрҙә булырға тура килгәне бар, ысынлап та, Салауат Юлаевтың һәйкәле кеүек һынлы сәнғәт өлгөләре бик-бик һирәк икән! Юҡҡа ғына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов мәшһүр Сосланбәк Тавасиевҡа ерем, һыуым исеменән рәхмәт әйтеп шиғыр бағышламаған! Әҙәбиәт йылында шағирға һәйкәл ҡуйылып, беҙҙең дә күңелдәр рәхмәт тойғоһонан ил­­һамланһын ине! Һынлы сәнғәт әҫәре булһын ул!







Вернуться назад