“Еңмеш”ле инек, “Әсә”ле лә булдыҡ20.02.2015
“Еңмеш”ле инек, “Әсә”ле лә булдыҡ Башҡорт кино сәнғәте хаҡында ауыҙ тултырып һөйләргә ҡыймаған кеүек инек, әммә хәҙер – йәш, өмөтлө режиссер Айнур Асҡаровтың ижад емештәре донъя күрә башлағас, был турала һүҙ йөрөтөү урынһыҙ түгел.
Сираттағы ҡыҫҡа метражлы “Әсә” нәфис фильмы башҡорт халыҡ ижадындағы “Саҡ менән Суҡ” бәйетенә нигеҙләнеп төшөрөлгән, әммә ул боронғо заман һулышын бирмәй, ә тап бөгөнгө яҙмыш һынауын кисергән, яңғыҙ бала тәрбиәләгән гүзәл зат кисерештәрен һүрәтләй.
Юғары кимәлдә башҡарылған ижади хеҙмәттең ҡуйыусы-операторы – Анна Рожецкая, сценарий авторы – Шәүрә Шәкүрова, композиторы – Камил Абдуллин.
– Фильм Башҡортостан Башлығы грантына Өфө ҡалаһында, Бөрйән һәм Нуриман райондарында өс ай эсендә төшөрөлдө, – тип белдерҙе видеотаҫма продюсеры Фәнил Ғәлимов. – Төп ролдәрҙе Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисткаһы Юлиә Ғәләүетдинова башҡара.
“Әсә” фильмы хаҡындағы тулыраҡ мәғлүмәт гәзиттең киләһе һандарының береһендә донъя күрәсәк.


Вернуться назад