“Туған телем — бар дауаның да сере”20.02.2015
“Туған телем — бар дауаның да сере” Күмертау ҡалаһында урын­лашҡан Республика политехник лицей-интернаты уҡыу­сылары менән та­ныш­тыҡ ошо көндәрҙә. Улар араһында шиғыр яҙғандары ла күп икән. Рәхим итегеҙ шиғри күстәнәстән!

Урман
Йәшел урман шаулап-шаулай,
Әйтерһең дә, йыр йырлай.
Мин уның көйөн тыңлайым,
Һис айырылып булмай.
Етер көҙ ҙә, япраҡ ҡойоп,
Ергә келәмдәр түшәр.
Юл ташламайым уға мин –
Ҡышын йә урман өшөр.

***
Һиҙелмәй ҙә үтеп китте
Ыжғыр һалҡын ҡыш.
Бына инде яҙ ҙа килде,
Йәмләнде ер, тыш.
Байрас АҠСУРИН.


Умырзая
Ҡарҙы тишеп сыҡты,
Яҙҙың тәүге сәскәһе.
Япраҡтары йәшел генә,
Зәңгәрҙән күҙгенәһе!..


Ҡоштар ҡайта

Көтөп алған яҙ килде
Башҡортостан еренә.
Ҡоштар ҡайта һағынышып,
Үҙҙәренең өйөнә.
Йәмле яҙ килеүенә,
Бөтә ғәләм шатлана,
Көнө-төнө һайрашып,
Ҡоштары ла ҡыуана.
Азалия ВӘЛИЕВА.


Яҙ

Йәмле яҙ килде илемә,
Ҡара ҡарғалар ҡайтты.
Урал тауҙың битендә
Матур сәскәләр атты.
Урам буйлап ниҙер көйләп,
Гөрләүектәр ағалар.
Унда карап ағыҙа
Ыбыр-сыбыр балалар.

Беҙҙең яҡ тәбиғәте

Ҡоштар ҡайта беҙҙең яҡҡа,
Бик күп илдәрҙе урап.
Аҙашмаған улар юлда,
Тыуған яҡтарға ҡарап.
Илфир ХӘМИҘУЛЛИН.

Алағарай, һөтай...

Яҙҙар килде тыуған төйәгемә,
Ҡоштар ҡайтты тыуған еренә.
Умырзая ҡалҡты ҡар аҫтынан,
Айыу сыҡты ҡышҡы өңөнән.
Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА.


Ҡышҡы буран

Килеп ҡарҙар ҡаплап китте
Ҡышҡы буран көндәре.
Миңә шатлыҡ биреп китте
Саф һәм аяҙ төндәре.

Ап-аҡ ҡарҙар алып килә
Күңелдәргә тик паклыҡ.
Ҡыштың ошо матурлығы
Түгелме үҙе шатлыҡ?!.

Айнур БИКБУЛАТОВ.


Хоккей

Ҡышын иң ҡыҙыҡ уйындар –
Саңғы ярышы, хоккей!
Беҙҙең ата-бабалар ҙа
Уйнаған уны баҡый.

Айнур СОЛТАНГӘРӘЕВ.


Әсәйемдең аштары

Әсәйемдең аштарын
Бигерәк тә яратам.
Оҙон ялдар еткәнсе,
Уны һағынып ҡайтам.

Әсәйемдең аштары
Телдәреңде йоторлоҡ.
Хәүефтәрҙе оноттора,
Һағыштарҙы баҫырлыҡ.

Зарима ОМОРҘАҠОВА.


Яҙ килә

Яландар йәшәрә,
Яҙ еҫе тарала.
Ҡайтҡандар ҡоштарым
Ҡасан? Ни арала?
Йылы елдәр иҫә,
Ҡояш та ҡыҙҙыра.
Әрселгән һуҡмаҡтан
Яланға юл борам.
Зәп-зәңгәр томандар,
Шундай йәш урман да.
Ямғырҙар көтә ер,
Болот туй ҡорғандай.

Юлдаш АҠСУРИН.


Уҡытыусым

Яратҡан уҡытыусым бар,
Ул Азат ағай була.
Дәрестәрен тыңлаһаң,
Күңелгә иман тула.
Мулла ла ул, шағир ҙа ул,
Әкиәттәр ҙә яҙа.
Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән
Ярҙам ҡулы ла һуҙа.

Гөлдәриә ХӘСӘНОВА.


Башҡорт теле

Туған телем – башҡорт теле,
Бөйөк телдең бере.
Беҙ яратып һөйләшкәнгә
Ул бөгөн дә саф, тере.

Туған телем – башҡорт теле,
Ғәзиз телдәрҙең бере.
Халҡым именлегенең дә,
Бар дауаның да сере.

Фаягөл ИСМӘҒИЛЕВА.


Оҙон юл

Оҙон юлдан китеп барам,
Аңламайым, ҡайҙа бағам?
Китеп барам урманғамы,
Йөрәккә моң тулғанғамы?

Оҙон юлдар алып бара
Йыраҡтарға, алыҫтарға.
Юлдар берсә ғазап кеүек,
Берсә дауа ғашиҡтарға.

Зинера АРЫҪЛАНОВА.


Ҡыш

Тыныс ҡына ҡарҙар яуа,
Һауа ла шундай аяҙ.
Ҡоштар йөрөй емен сүпләп,
Сыр-сыу килеп, ғауғалап.
Балалар ҙа тышта уйнай,
Шау-гөр килә, көләләр.
Миҙгелдең сафлыҡ бөрккәнен
Улар ҙа бит беләләр.
Ниндәй ғәжәп, ниндәй матур
Йылдың һәр бер миҙгеле,
Ҡышты тылсымсы заттан, тип
Әйткәндәр инде белеп.

Алина ӘХМӘТГӘРӘЕВА.


Вернуться назад