Илһамландырһын һәр ижадсы!20.02.2015
Хөрмәтле дуҫтар, “Әҙәби тулҡын” хикәйәләр конкурсы иғлан ителеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Заман һулышын сағылдырған, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән хикәйәләр көтәбеҙ, тигән мөрәжәғәт гәзит уҡыусыларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы, күрәһең – редакцияға күпләп хаттар ағыла башланы. Тәүләп яҙыусылар менән бергә конкурста ҡатнашырға теләк белдергән профессиональ ҡәләм оҫталары ла табылды. Шуны иҫәпкә алып, бәйгегә ике номинацияла йомғаҡ яһаласаҡ: “Башлап яҙыусылар” һәм “Ҡәләм оҫталары”.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әҫәрҙәрҙең күләме 10 – 15 биттән артмаҫҡа тейеш. Авторҙарҙың йәше сикләнмәй. Тәүге өс урынды яулағандарҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бынан тыш, әҫәрҙәр “Башҡортостан” гәзитенең сайтына ҡуйылып барасаҡ, һәм унда иң күп тауыш (“лайк”) йыйған авторға дәртләндереү призы эләгә.
Рухи диңгеҙебеҙҙә “Әҙәби тулҡын” уйнап торһон!




Вернуться назад