Китап “ене” ҡағылған20.02.2015
Ул егетте мин һәр ваҡыт китап менән күрәм. Матбуғат йортоноң ашханаһында төшкө аш мәлендә тамаҡ ялғаған сағында ла эргәһендә китабы ята. Үҙе ашап ултыра, тирә-яғындағыларға иғтибар ҙа итмәй, күҙен китаптан алмай. Хәҙерге ваҡытта шулай йотлоғоп уҡыған кешеләрҙе күреү хатта аптырарлыҡ та, сөнки күптәр китаптан төңөлгән, компьютер, Интернет менән артыҡ мауыҡҡан, телевизорҙан айырылмаған заманда йәшәйбеҙ.

Бер бинала эшләп йөрөгәс, был кеше менән яҡындан танышырға булдым. Һөҙөмтәлә ҡыҙыҡлы ғына әңгәмә килеп сыҡты. Фәһемле фекерҙәре бүтәндәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятыр тип, уның хаҡында һөйләргә булдым. Исеме — Алексей Евгеньевич Гладков. “Башҡортостан” нәшриәтенең журналдар баҫа торған цехында эшләй.
— Ҡасан ҡарама, ҡулығыҙҙа — китап. Уҡыуға һөйөүегеҙ бәләкәйҙән башланғандыр?
— Юҡ. Мин китапханаға тәүге тапҡыр IV класта ғына индем. Шунда уҡ балалар өсөн тәғәйенләнгән бәләкәйҙәрҙе алманым, ә мауығып уҡырлыҡ мажаралы әҫәрҙәр, өлкәндәр ҙә яратҡан ҡалын йыйынтыҡтар менән таныша башланым.
— Айырыуса ниндәй яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен оҡшаттығыҙ?
— Александр Дюманы йотлоғоп уҡыным. Аҙаҡ классиктар Лев Толстой, Алексей Толстой, Федор Достоевский, Борис Пастернактарҙың ижадтары үҙенә арбаны.
— Ә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре менән таныш­һығыҙмы?
— Әлбиттә. Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим... Әнүәр Бикчәнтәевтең барлыҡ яҙмаларын уҡыным. Хәҙер күберәк Рәсәй һәм сит ил авторҙарының заман прозаларын уҡып барырға тырышам.
— Мәҫәлән?
— Күптәр улар. Әйтәйек, Дина Рубинаның ижады күңелгә яҡын. Шунан Наринэ Абгаряндың трилогияһы оҡшаны. Уның ижады менән танышыуым көтөлмәгәнсә булды. Ғәҙәттә, мин Интернеттан балалар әҙәбиәте кәштәһенә бик иғтибар итеп бармайым. Ә бында күп кешеләрҙең ошо яҙыусының әҫәрҙәре тураһында фекерҙәренә юлыҡтым. Шунан ҡыҙығып китеп уҡып ҡарарға булдым. Тәүҙә “Манюня”һын алдым. Шунан — икенсеһен, өсөнсөһөн... Нимәһе менән үҙенә тарта һуң был әҫәрҙәр? Ундағы ваҡиғалар өлкәндәргә балалар тураһында яҙылған. Ә бала саҡ һәр кем өсөн дә ҡәҙерле һәм яҡын. Шуға ла мауығып уҡыла, үҙеңдең бәләкәй мәлең иҫкә төшә, күңелдә йылы, яҡты хәтирәләр балҡый. Аҙаҡ авторҙың “Беҙ яратҡан кешеләр” тигән хикәйәләр йыйынтығын да яратып уҡыным. “Килмешәктәр” (“Понаехавшие”) әҫәре лә бик уҡымлы.
— Әйтеүегеҙгә ҡарағанда, мәктәпте күберәк уртаса билдәләр менән тамамлағанһығыҙ. Ә бөгөн һеҙҙең фекерләү кимәлегеҙ, донъяға ҡарашығыҙ, аң-белемегеҙ әҙәби әҫәрҙе баһалауығыҙ ҡайһы саҡ юғары уҡыу йорттарында лекция уҡыған ғалимдарҙан һис тә кәм түгел. Бының сәбәбе, моғайын, һеҙҙең китаптар менән дуҫ булыуҙан киләлер, шулаймы?
— Һис шикһеҙ, шулай. Уҡыуһыҙ шәхес тыумай. Элек трамвайҙа, электричкала китап тотҡан кешеләр ғәҙәти күренеш була торғайны. Һуңғы ике-өс йылда бындай бер нисәүҙе генә осраттым. Мин, мәҫәлән, бер юлы әллә күпме китап уҡыйым. Эштә айырым йыйынтыҡ көтә, төшкө ялды бушҡа уҙҙырмайым. Юлда, транспортта, ғәҙәттә, аудиокитап тыңлайым. Сират көткәндә, өйҙә яйлап уҡый торған айырым китаптарым бар. Йыраҡ юлға йыйынған­да еңелерәк әҙәбиәт алам. Ҡыҫҡа хикәйәләр, эсселар яратам. Күп уҡыған — күп белә, тигәндәй, үҙем дә афоризмдар уйлап сығарам.
— Ә китаптарҙы ҡайҙан алаһығыҙ: китапханалар­ҙанмы, әллә магазинданмы?
— Күңелемә тап килгәндәре, зауығымды ҡәнәғәт­ләндергәндәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китапханаларҙа юҡ. Шуға күрә күбеһенсә һатып алам. Мәҫәлән, сит ил авторы Чак Паланиктың романдарын китапханаларҙа табып булмай. Уның ижады оҡшай миңә. Бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә алғанға әҫәрҙәрен альтернатив жанр тип билдәләр инем. Автор, киҫкен сюжеттар һайлап, ваҡиғаларҙы оҫта психологизм менән бирә белеүе менән ота. “Бишек йыры” тигән фантастик романын айырыуса оҡшаттым. Өс әҫәре буйынса кино ла төшөрөлгән.
— Ҡыҙыҡлы китаптарҙы һайларға һеҙгә Интернет ярҙам итәме?
— Әлбиттә, иң беренсе Интернеттан ҡарап танышам. Кешеләрҙең фекерҙәрен беләм. Шунан үҙемә исемлек төҙөп алам. Ҡайһы әҫәрҙәрҙе мотлаҡ уҡырға тейешлегемде билдәләйем. Тибор Фишерҙыҡылар менән шулай таныштым. Һуңғы ваҡыт “Комсомольская правда” гәзите лә аҙна һайын бер битен яңы сыҡҡан китаптарға бағышлай. Шундағы анонстарҙы уҡып, үҙемде ҡыҙыҡ­һындырғандарын һайлайым. Әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш, фәнни-популяр, иҡтисади һәм сәйәси темаларға яҙыл­ғандарын да уҡырға тырышам. Бөгөнгө заман талабы шундай: йәшәгән дәүереңдән артта ҡалмаҫҡа кәрәк.
— Хәҙерге балаларҙың күбеһе китап уҡымай. Әҙәби әҫәргә һөйөүҙе нисек ҡайтарырға уларға?
— Әлеге балаларҙың атаһы ла, әсәһе лә — телевизор. Улар йәнһүрәттәр тәрбиәһендә үҫкән. Шуға күрә лә һәр нәмәне һүрәт аша ҡабул итергә өйрәнгәндәр. Ә китап битенә яҙылған текста, хәрефтәрҙә улар һүрәтте, тормошто, ваҡиғаны күрмәй. Мин, мәҫәлән, әҫәрҙе уҡыйым икән, күҙ алдыма тотош ваҡиғалар, китаптағы сюжеттар кинолағылай килеп баҫа. Ә хәҙерге балаларҙа ана шул нәмә юҡ. Улар механик рәүештә уҡый, шуға яҙылған­дарҙы күңеле менән тоймай, мәғлүмәт башына, мейе­һенә барып етмәй. Быларҙы һеңлемдең улынан да күреп беләм. Ул компьютерҙа мәғлүмәтте минән дә алда таба, кәрәк төймәгә лә тиҙерәк баҫа. Әммә бындағы хәбәр­ҙәрҙең барыһы ла белем түгел икәнен әлегә аңлап етмәй.
— Тимәк, мәктәптәрҙә дөрөҫ уҡырға, белем алырға тейешенсә өйрәтеп еткермәйҙәр булып сығамы?
— Мин, ғөмүмән, биш йәшкә саҡлы балаға телевизор күрһәтеүҙе тыйыр инем. Интернетта кәрәкмәгән мәғлүмәт күп. Ә бала шуларҙың ҡайһыһы файҙалы һәм кәрәкле, ҡайһыһы зыянлы, ялған икәнен айырып бөтә аламы? Мәҫәлән, бер саҡ һеңлемдең улының биологиянан дәрес әҙерләгәнен ҡарап ултырҙым. Үҫемлектәрҙең әллә нисә төргә бүленгәнен тырыша-тырыша ятлай. Был белем — уның өсөн үле материал. Ҡала балаһы шул үләндең ҡайҙа үҫкәнен күргәне бармы? Йәнле тәбиғәт менән туранан-тура аралашамы? Уҡытҡанда ҡоро мәғлүмәт биреү белемле итмәй. Әҙәбиәттә лә шундай уҡ хәл. Әҫәрҙең геройҙары хаҡында һөйләргә мөмкин, ә мәғәнәһен, нимә хаҡында һүҙ барғанын, яҙыусының ни әйтергә теләгәнен фекерләү һәләтенә һәр кем эйә түгел.
— Ә ниндәй жанрҙарҙы яратмайһың?
— Мистикаға ҡоролғандары һәм ҡурҡыныстар тура­һындағыларын бөтөнләй уҡымайым тиерлек. Детективтар ҙа хәҙер элекке кеүек мауыҡтырғыс түгел, ә көлкөлө, дөрөҫөрәге, ышандырмай, көлкө тыуҙыра...
Өфөләге 62-се мәктәпте тамамлап, ике йыл заводта эшләп, әрме хеҙмәтендә булып ҡайтҡан егет башта 1-се полиграфия училищеһында, унан Өфө китапхана техникумында белем ала. Аҙаҡ Силәбеләге мәҙәниәт һәм сәнғәт университетын тамамлай. Белем баҫҡыстарының иң түбәнгеһенән башлап, юғарыһына тиклем күтәрелгән. Китап-журнал баҫыусы ла, китапханасы-библиограф та... Әммә 20 йылдан ашыу нәшриәттә эшләгән 48 йәшлек Алексейҙың иң яратҡан шөғөлө — китап уҡыу.
— Ваҡытының ҡәҙерен белмәгән кешеләргә аптырайым. Эшкә килгәндә, ҡайтҡанда юлда берәр сәғәт тирәһе үтә. Ә шунда бына тигән китаптар уҡырға мөмкин, — ти ул.
Бер ваҡыт һөйләшеп ултырғанда күренекле яҡташым, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев ҡыҙыҡлы фекер әйткәйне. Талантлы бер журналист хаҡында һүҙ сыҡты. Телгә бай, йор һүҙле, һәр әйткәне – мәҡәл үҙенең. “Ниңә һин яҙмайһың?” – тип һорағас, “Бөтәһе лә яҙһа, һеҙҙекен кем уҡыр һуң?” – тип көлдө лә ҡуйҙы. Ә бит башҡорт әҙәбиә­тен уның кеүек яҡшы белгән кешеләр күп түгел. Шағир­ҙарҙың үҙенә оҡшаған ижад емештәрен бер уҡыу менән ятлап алып, кәрәк ерендә һөйләп тә ебәрә. Шул үҙен­сәлекле кеше хаҡында тыңлағас, Рәшит ағай: “Булыр-булмаҫ яҙыусыларға ҡарағанда шундай талантлы уҡыусылар беҙгә нығыраҡ кәрәк”, — тигәйне.
Алексей ҙа — ана шул талантлы уҡыусыларҙың береһе. Ул үҙе өсөн мәңге бөтмәҫ сер һандығын — китап донъяһын асҡан һәм шундағы ҡиммәтле аҫылташтарҙай хазиналарға юлыҡҡан.
...Әңгәмәбеҙҙән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, икенсе ҡаттағы ашханаға төшкәндә Алексейҙың ризыҡланып ултырғанын күрҙем. Алдында, ғәҙәттәгесә, ҡалын ғына китап ята. Ул мине, үҙе менән яңыраҡ ҡына һөйләшкән кешене, эргәһенән үтеп киткәндә күрмәне лә хатта, бөтә иғтибары китапта ине.
Фекерле кеше менән аралашҡан мәл әрәмгә үтмәй, тиҙәр. Минең дә был көнөм бушҡа уҙманы. Ҡайһы саҡ ҡәләмдәштәр менән дә ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡмай, сөнки чукчалар хаҡында сығарылған көләмәстәге кеүек “яҙыусы уҡымай, яҙыусы – яҙа” тормошо менән йәшә­гәндәр ҙә юҡ түгел. Алексей шикелле күп уҡыған, күпте белгән башҡа һөнәр эйәләре менән аралашҡандан һуң хатта үҙеңә оят булып китә. “Был аҙнала ниндәй китап уҡының?” — тип һораһалар, яуап бирә алырбыҙмы? Бәлки, әҙәбиәт йылында күптәргә китап “ене” ҡағылыр.



Вернуться назад