Һуңғы арала беҙҙең төркөмдәге малай-ҡыҙҙарҙың уҡыуы хөртәйҙе. Йә тегеһе, йә быныһы мәктәптән “икеле” алып ҡайта. Бының өсөн детдом директоры тәрбиәсебеҙгә шелтә яһар, ә ул балаларҙың иманын уҡытыр. Был юлы ла тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай барыбыҙҙы ла йыйып, һуңғы арала “икеле” алғандарҙың кәрәген бирҙе.
– Икмәк сереткестәр һеҙ! – тине төкөрөгөн сәсә-сәсә. – Йылыла йоҡлауҙан, эсегеҙ шартларҙай булып һоғоноуҙан башҡа бер нәмә лә белмәйһегеҙ. Хөкүмәт һеҙҙе аҫрағансы, берәй сусҡа фермаһы асһа, күпкә файҙалы булыр ине. Һеҙ бит беҙҙең балалар күрмәгән рәхәтлектә йәшәйһегеҙ... Ә үҙегеҙҙән, исмаһам, тырнаҡ осондай булһа ла файҙа килһәсе...
– Булыр әле берәй заман. – Был һүҙҙе әсе телле Әмилә ысҡындырҙы.
Көтмәгәндә шулай бүлдереүҙәренә Рәйфә апай сығырынан-сыҡты:
– Ах, һин шайтан таяғы! Мин һөйләгәндә ауыҙыңды усың менән йомоп ултыр, оңҡот!
– Мин шайтан таяғы түгел...
– Бейәләй ауыҙыңа хужа була алмаһаң, мә һиңә! – Рәйфә апай йәһәт кенә ҡалын табанлы тапочкаһын сисеп, Әмиләгә елләне. Тәрбиәсебеҙҙең был “ҡоралы” сәпкә тейҙе, ҡыҙҙың ҡулына шаҡ итеп ҡалды. Ауыртыуҙан түҙә алмайынса ул илап сығып китте. Бөтәбеҙ алдында уның өнөн шулай тыҡҡас, тәрбиәсебеҙҙең кәйефе күтәрелеп китте. Ул тағы ла үҙен иркенерәк тотоп, беҙҙе оло ләззәт менән әрләргә тотондо. Шулай итеп, берәү ҙә өлөшһөҙ ҡалманы.
– Уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, шундай ҡарарға килдем әле, – тине ул, туҡтауһыҙ әрләшеүҙән тирләп бөткән ҙур күҙлектәрен һөртөп. – Кем эшләмәй – шул ашамай, тиҙәр халыҡта. Мин был мәҡәлде “Кем уҡымай – шул ашамай” тип әйтер инем. Шуға күрә бөгөндән алып конкурс үткәрергә булдым. Кем дә кем ошо сиректе “өслө”һөҙ тамамлай, шул бөтә төркөмдөң бер көнлөк полднигын ашаясаҡ. Һеҙ ризамы ошо шартҡа?
Күптәр ризалығын белдерҙе. Тик Динар исемле малай ғына өнһөҙ ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, уның башы шул “икеле”нән сыҡҡаны юҡ. Көн дә тиерлек мәктәптән уларҙы тоғо менән йөкмәп ҡайта. Унан көлөп, “Академик” тигән ҡушамат та тағып ҡуйғайнылар.
– Ә һин ниңә өндәшмәйһең, Академик? – Рәйфә апайҙың һорауы мыҫҡыллы яңғыраны.
– Әлләсе... – Динар нимә тип әйтергә лә белмәй баҙап ҡалды. – Әгәр ҙә полдникка берәй емеш бирелһә, шулар бөтәһе лә тик Ботаникка эләгәме?
– Хәлеңдән килһә, һин дә Ботаник бул, – тине тәрбиәсе.
– Ярай, Академик, инәлтмә инде. Ризалаш та ҡуй, барыбер һин еңеп сығасаҡһың бит. – Балалар араһынан берәүҙең шулай мыҫҡыллауы булды, бөтәһе лә шарҡылдап көлөргә тотондо.
Тәрбиәсебеҙҙең был конкурсын бәғзеләр ыңғай ҡабул итһә, кемдер ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Бар, Рәйфә апайҙың һүҙен йығып ҡара! Уның аяғындағы тапочкаһы йә ҡулындағы асҡыстар бәйләме һинең арт һабағыңды уҡытырға әҙер генә тора.
Тәмле-татлы менән балалар йортонда беҙҙе әллә ни шаштырып бармайҙар. Баш ҡаланан дәү-дәү ҡунаҡтар килгәндә генә кинәнеп ашап ҡалабыҙ. Ә былай һирәк-һаяҡ алма бирелһә лә, уныңды йә көслөрәк тартып ала, йә мәктәптән һуңлап килгәнсе урлап ашап ҡуялар. Ҡайһы саҡта алманы биҙрәһе менән ашағы килеп китә...
Беҙҙең төркөмдә әлеге көндә егерме биш бала тәрбиәләнә. Әгәр ҙә мәгәр мин сиректе яҡшы билдәләргә генә тамамлаһам... уй, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Егерме биш алманы миңә тотторһондар әле! Бына ҡыҙарып бешкәнен алып, шытырҙатып тешләйем. Вәт, булыр ине байрам! Ошоларҙы күҙ алдыма килтергәс, ауыҙыма әскелтем шыйыҡса йүгерҙе. Ҡуй, юҡҡа ҡотороноп, нәфсемде аҙҙырмайым әле. Әллә эләгә, әллә юҡ. Үҙ өлөшөңдән ҡолаҡ ҡаҡмаһаң, бик хуш әле. Нисек кенә булмаһын, уҡыуҙа алған яҡшы билдәләрең – үҙең өсөн. Тырыштырып ҡарарға кәрәк...
Рәйфә апай иғлан иткән ошо конкурс дәррәү башланып китте. Кемдер уҡыуға яуаплыраҡ ҡарай башланы, ә кемдәрҙер өсөн был һөйләшеү булды ни, юҡ ни. Болонда үҫкән сәскәләрҙең күп төҫлө булғаны кеүек, беҙҙең төркөмдәге балаларҙың да холоҡ-фиғеле төрлөсә. Араһында тәртиплеләре лә, эт ялҡауҙары ла, аҙ һүҙлеләре лә, ғәйбәт тоҡсайҙары ла бар.
Беҙҙекеләр мәктәпкә барған һайын төрлө мажараға осрап тора. Ул ваҡиғаның шаһиттары детдомға ҡайтыу менән түкмәй-сәсмәй һөйләп һала.
Академик-Динар менән булған ҡыҙыҡлы хәлде хәҙер ишетмәгән кеше юҡтыр. Ул мәктәпкә бер ҡасан да китап-дәфтәр йөкмәп йөрөмәй. Уның сумкаһында йыл буйына берҙән-бер дөйөм дәфтәр йөрөй. Шунда онотҡанда бер математиканан да, әҙәбиәттән дә, физиканан да, географиянан да бер-ике һөйләм сыймаҡлаған була. Күрәһең, ул дөйөм дәфтәр тигәнде шулай аңлай.
Математика дәресе бара икән. Динар класҡа килгән дә, һуңғы рәткә барып, дүрт ултырғысты йәнәш ҡуйған да йоҡларға ятҡан. Быны уҡытыусы ла күрмәгән. Шулай итеп, дәрес ҡыҙғандан-ҡыҙа, ти. Уҡыусылар сиратлап таҡта алдына сығып, төрлө мәсьәләне сисә. Бер заман улар бәхәсләшеп китә. Берәүһе класташының эшен дөрөҫ тип таный, кемдер иһә хаталы тип иҫбатлай.
– Апай, ул дөрөҫ эшләне. Һеҙ өйрәткән формула буйынса ла инде!
– Кит, юҡты һөйләйһең! Шыр хата!
Бәхәс әллә күпме дауам итер ине, шул арала иң һуңғы рәттән кемдер һөрән һала:
– Нимә ҡарҡылдашағыҙ унда?! Исмаһам, кешесә йоҡларға пакуй бирегеҙ!
Уҡытыусы ла, малай-ҡыҙҙар ҙа тынып ҡала. Шулай ҙа эштең ниҙә икәнен төшөнгәс, рәхәтләнеп көлөргә тотоналар. Баҡтиһәң, беҙҙең Академик дәрестә икәнлеген бөтөнләй онотҡан...
Динар нисек булһа ла дәрескә йөрөй әле. Ә бына Даян уҡыу тип иҫе лә китмәй. Исем өсөн генә мәктәпкә барып ҡайта. Теләмәһә, барып та тормай. Иртәнсәк детдомдан сығып китә лә юл ыңғайы таныш-белештәренә һуғыла. Шунда туйғансы тәмәке борхолдатып ала. Унда-бында йөрөп ваҡыт үткәрә лә төшкө ашҡа тып итеп ҡайтып та етә.
Уҡыуға шулай талпынып тормауының сәбәбен дә аңлата.
– Ә мин физкультура техникумына уҡырға барам, – ти ул иҫе лә китмәй. – Унда барыр өсөн әллә нимә белергә кәрәкмәй. Бары көсөң генә булһын. Бына күрерһегеҙ әле – бер нисә йыл баш ҡалала техникумда уҡырмын да, ауылыбыҙҙың мәктәбенә директор булып килеп төшөрмөн әле. Ну шул ваҡытта миңә “икеле” ҡуйып яфалатҡан уҡытыусыларға көн бөтәсәк. Үҙҙәрен ялан аяҡ ҡуҙға баҫтырасаҡмын...
Ә бына Әмилә һуңғы арала яҡшы уҡый башланы. Өйгә эште әҙерләргә яуаплы ҡарай ул. Мәктәптә булғанда һине бар тип тә белмәһә, эргәңә килеп һөйләшеп тә бармаһа, өйгә бирелгән эшкә тотонһа, артыңдан ҡалмай. Күрһәтеп, аңлатып биреүеңде һорай.
Мәктәптә Әмилә үҙен эре тота. Шуғалыр ҙа кластағы уҡыусылар уның менән аралашыуҙы мәртәбә тип һанай. Бөтәһе лә белә: Әмилә әкәм-төкәм менән һөйләшеп бармай. Етмәһә, уның теле үтә әсе. Ул кәүҙәгә йыуантыҡ ҡына. Мәктәптә бер ҡыҙ уны кәмһетмәксе итеп былай тигән:
– Йыуан ҡыҙҙарҙы шул тиклем йәлләйем. Уларға егеттәр нисек ҡарай икән...
Әмилә һис тә юғалып ҡалмаған.
– Егеттәр эт түгел, һөйәккә ташланып бармайҙар. Мин, киреһенсә, ябыҡтарҙы йәлләйем, – тигән ул иҫе лә китмәй генә.
Бер көн тәнәфес ваҡытында Әмилә эргәмә килеп ултырҙы. Кәйефең нисек, тип һораны, уй-хыялдарым менән дә ҡыҙыҡһынды.
– Бына, Ильяс, һиңә ҡарайым да һоҡланып туя алмайым, – тине класташым, йылмайып, – мәктәпкә көн дә ваҡытында киләһең. Белмәгән нәмәң юҡ – уҡытыусының һәр һорауына дөрөҫ яуап бирәһең...
– Ҡуй инде, шаштырма.
– Ниңә шаштырайым, ти! Һинең кеүектәрҙе элек осратҡаным юҡ ине. Белгең килһә, Ильяс, һинең менән аралашыуым үҙе ҙур бәхет! – тип шаштырып ебәрҙе Әмилә.
Тиктомалдан класташымдың мине һыу тейҙермәй маҡтауына аптырап ҡуйҙым. Бигерәк татлы телгә әйләнгән бит!
Киләһе тәнәфестә Әмилә йәнә эргәмә килде.
– Ҡарале, Ильяс, һинең башыңда әллә компьютер ултырамы? Ҡайҙан шул тиклем күпте беләһең?
– Дәрестәрҙе ҡалдырмаһаң, уны ғына бөтәһе лә белә инде...
– Әйҙә, башыбыҙҙы алмашып торайыҡ, – ти ул, мут йылмайып.
Әмиләнең ниңә үҙен былай тотоуын оҙаҡ ҡына төшөнмәй йөрөнөм. Мине маҡтай ғына бит! Булмаған хәл! Берәй әтнәкәһе барҙыр, моғайын. Иң һуңғы дәрес – математика башланыр алдынан ғына төшөндөм.
– Ильяс, аҡыллым, һиңә бер үтенесем бар ине, – Әмилә уңайһыҙланған булып эргәмә килде, – хәҙер математиканан имтихан була. Шул ҡайһы бер формулаларҙа буталам да ҡуям. Һинең менән бер партаға ултырайым әле. Шунда бер-ике урында ярҙамлашып ебәрһәң...
Бына нимәлә икән Әмиләнең киң күңеллелегенең сәбәбе. Ә мин, иҫәр, йылы һүҙгә иреп, уның ниәте хаҡында уйлап та бирмәгәнмен. Үҙемде ысынлап йылы һүҙҙәргә лайыҡ икән тип ышанып йөрөнөм. Әммә был турала һуңынан ғына аңланым.
– Әйҙә. ултыр. Миңә бер тамсы ла ауырлығы юҡ, – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым...
Дәрестәр бөтөр-бөтмәҫ кемуҙарҙан детдомға йүгерәбеҙ. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Ғәҙәттә, төркөмдә дежур кеше төшкө аш мәле еткәс, бөтәһенә лә өҫтәл әҙерләй. Ашын һала, һәр кешегә иҫәпләп икмәк тарата.
Һуңлап килһәң, ашың күптән һыуынған инде. Һалҡын ризыҡтың ни тәме, ни бәрәкәте юҡ. Ауыҙыңды асып, аяғыңды көскә һөйрәтеп йөрөһәң, бөтөнләй ашһыҙ ҡалыуың бар. Шулай булғас, йүгермәй ҡайҙа бараһың?!
Бөгөн класташым Әмилә тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр һөйләп китте әле. Ысын булһа, төшкө ашҡа груша бирәләр икән! Ур-рааа!!! Ууух, тиҙерәк ҡайтырға ине! Бына шул татлы емеште рәхәтләнеп тешләйәсәгемде күҙ алдына килтерәм... Ирендәрем буйлап уның тәмле һуты аға, имеш. Татлы хыялдарҙан ауыҙҙа бал тәме барлыҡҡа килгәндәй булды. Шундай ваҡытта гелән берәй ҡаршылығы сығып тора. Исмаһам, дәрестәре әҙерәк түгел! Бүтәндәр күптән ҡайтып китте. Нисек кенә түҙергә? Әллә һуңғы дәрестән ҡасып ҡайтайыммы икән? Улайтһаң, аҙаҡ уҡытыусынан эләгәсәк... Ә груша ағастағы алланып бешкән емеш кеүек күңелде ымһындырып тора...
Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, мәктәптән һуңлап ҡайтырға тура килде. Өҫтөмдө лә алыштырып тормай ашханаға саптым. Ох! Хәҙер теге грушаны ашаясаҡмын. Ашайым тигәс тә, умырып ҡабырға мин ул тиклем үк ҡомһоҙ түгел. Емештең тәмен татып, ләззәтләнеп һутын һурасаҡмын...
Өҫтәл янына тиҙ генә килеп еттем дә аптырашта ҡатып ҡалдым. Мин көн буйына хыялланған балланып бешкән груша урынына алдымда күгәреп һәм мәжеп бөткән емеш ята ине. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай, ҡулыма алғайным, ул һытылып китте лә, бармаҡтарыма шыйыҡ лайла йәбеште. Әйтерһең, баянан бирле йөрөгән хыялым кинәт шартланы кеүек. Ҡулымдағы серек емеште өҫтәлгә ташланым да ашхананан сығыу яғына йүнәлдем...
Бер нисә көн үткәс, емештең сереккә әйләнеү серенә төшөндөм. Баҡтиһәң, Даяндың этлеге икән. Ул үҙенең өлөшөнә туймай, минекен дә һоғонған икән. Етмәһә, мыҫҡыл итеп, сүплектән серегән грушаны алып, өҫтәлемә һалып ҡуйған. Шул көндә груша ашамағаным өсөн түгел, серек емеш һалғанына йәнем әрнене.
Ниндәйҙер татлы ризыҡтан мәхрүм ҡалыу тойғоһо күңелдә оҙаҡ һаҡланмай ул, ә бәғзеләрҙең күңел сереклеге ғүмер буйына иҫтән сыҡмай. Ярай әле ул “сереклек” тик үҙендә генә ҡалһа. Теге саҡтағы һытылған груша кеүек еҫе донъяға таралыусан шул...
Уҡыу сиреге “һә” тигәнсә үтте лә китте. Груша тарихы ла иртәнге томан кеүек хәтер күгендә иреп, күптән юҡҡа сыҡҡайны инде. Бер көн төшкө аштан һуң бөтәбеҙ ҙә бүлмәгә йыйылдыҡ. Сәбәбе билдәле. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай сирек тамамланыу уңайынан йыйылыш үткәрә.
– Мин үҙ һүҙемдә торам, – тип башланы тәрбиәсебеҙ. – Әгәр иҫегеҙҙә булһа, бергәләп конкурс иғлан иткәйнек. Шунда еңеүсегә тотош төркөмдөң полдникка бирелгән емешен тапшырырға һүҙ ҡуйҙыҡ. Һеҙ ҙә ризалаштығыҙ. Вәғәҙәне үтәйем, – тип Рәйфә апай алдыма бер пакет алма ҡуйҙы. – Үпкәләштән булмаһын, был сиректә Ильястың ғына “өслө”ләре сыҡманы. Рәхәтләнеп һыйлан, Ильяс!
Мин ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалдым, Рәйфә апай сығып киткәйне инде. Төркөмдәштәрҙең бөтәһе лә миңә текләгән. Уларҙың ҡарашы йәнемде кимергәндәй тойолдо. Көн һайын сиректе яҡшы тамамлау хаҡында хыялланһам, хәҙер килеп “өслө” сыҡмауы өсөн үкенес тойғоһо биләне. Пакетты алдым да алмаларымды барыһына ла таратырға тотондом. Шул саҡ кемдер:
– Даянға бирмә! Ул бит теге саҡта һиңә серек груша һалды, – тип ҡолағыма бышылданы.
Сират иң артта ултырған Даянға еткәндә, пакетта ни бары бер генә алма ҡалғайны. Ҡыҙарып бешкән ҙур алманы мин уның усына һалдым.