Матурлыҡ – ул үҙе мөғжизә13.02.2015
«Һылыуҡай» республика телевизион гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры быйыл 10 мартта Өфө ҡалаһының «Мегаполис» мәҙәни-күңел асыу комплексында урынлашҡан «Театро» клубында үткәреләсәк.


Башҡортостандың Мәҙәниәт ми­нистрлығы һәм уның ҡарамағын­дағы Республика халыҡ ижады үҙәге, «Һомай» дефиле-театры ойош­торған сара Рәсәйҙә иң оҙайлы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеүсе милли конкурс булып танылған. Уның баһалама комис­сияһында билдәле компози­торҙар, сәхнә оҫталары, продюсерҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар.
Иң популяр башҡорт шоуының финалына үтер өсөн ҡат­на­шыу­сыларға үҙҙәрен өс этапта күрһәтеү шарт: «визитка» (ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу), «ижади бәйге» (йыр һәм бейеү), «дефиле». Шулай уҡ портфолио алып килеү мотлаҡ. Финалға сығасаҡ 16 — 24 йәшлек һылыуҙың буйы 168 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел. Гүзәл заттың кейәүҙә булмауы ла мотлаҡ.
Конкурсты ойоштороусылар әйте­үенсә, быйылғы финалда Әҙәбиәт йылына бағышланған ижади һы­науҙар буласаҡ. Шуға күрә башҡорт телендә иркен аралаша белеү талап ителә. 10 мартҡаса 10 ҡыҙ һайлап алынырға тейеш, йәмғеһе 12 ҡыҙ көс һынашасаҡ, сөнки Өфөләге бәй­гелә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булған Әлфиә Килдейәрова менән Лениза Әбделмәнова, Мәскәү һәм Санкт-Петербург һылыуҡайҙары конкурсында еңгәнгә күрә, туранан-тура финалға үтте.
«Һылыуҡай-2015» бәйгеһенең финалы 10 апрелдә «Баш­ҡорт­остан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Әле билдәле булыуынса, сараға ҡунаҡ сифатында танылған поп-йондоҙ Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) һәм «Turkvision» ха­лыҡ-ара фестивале лауреаты «Заман» этно-рок төркөмөнөң килеүе көтөлә.






Вернуться назад