Рухи-мәҙәни ихтыяжға тоғро хеҙмәт итә13.02.2015
Кириллицаға нигеҙләнгән башҡорт алфавитына – 75 йыл
Башҡорт халҡының яҙма культураһы үҫешенең тиҫтәләгән быуатты үҙ эсенә алған тарихы бар. Хәҙерге башҡорт яҙма әҙәби теленең формалашыу һәм үҫеү тарихы, хронологик йәһәттән ҡарағанда, дүрт төрлө графиканы ҡулланыу осорҙарын үҙ эсенә ала.

V – X быуаттарҙа башҡорттар рун графикаһында тыуҙырылған, структур йәһәттән уйғыр, уғыҙ, ҡыпсаҡ телдәренең күп төрлө билдәләре тупланмаһынан тор­ған һәм төрки халыҡтарының күпселеге өсөн уртаҡ булған боронғо төрки әҙәби те­ле менән эш иткән. Рун гра­фи­ка­һын­дағы боронғо төрки яҙмаларында тер­кәлгән лт, мт, нт, рт, мк, нк, ңҡ ише дис­симилятив өн бәйләнеш фор­ма­ла­рының хәҙерге башҡорт телендәге көньяҡ диалектының урта һәм төньяҡ-көнбайыш диалектының ҡариҙел һөй­ләштәре өсөн хас күренеш булыуы (анта, пынта, төнтә, танҡа, килте, бирте һ.б.), әллә күпме һүҙ­ҙең хәҙерге башҡорт телендә лә элек нисек булһа, шул килеш һаҡланып ҡа­лыуы һәм боронғо асылынса ҡул­ла­нылыуы (йыр, алты, егерме, етмеш, бай, апа, кеше, баш, балбал (таш ҡатын (кеше) һыны), ҡот, тырнаҡ, ат, ҡолаҡ, ҡа­нат, кейек, кәкүк, ябалаҡ, балыҡ, ҡая, йәйләү, йәйәү һ.б.), ҡайһы бер башҡорт ырыу-ҡәбиләләре һәм аралары тамға­ларының рун алфавиты хәрефтәренә оҡшап тороуы ана шул хаҡта һөйләй.
Ҡайһы бер тел белгестәре боронғо төрки (рун) яҙыуының баш­ҡорттарҙа ҡул­ланылғанын, мәғлүмәттәр етерлек бул­мауға һылтанып, шик аҫтына ала. Әммә был яҙыуҙың археологик, эпитафик һәм башҡа төр ҡомартҡыларҙа һаҡланып ҡалған өлгөләре Башҡортостанда, Татарстанда, Сыуашстанда, Ырымбур өлкә­һендә, йәғни Тарихи Башҡортостанға ҡараған төбәктәрҙә хәҙер ҙә табылыуы уның киреһен һөйләй. Башҡорт тамға­ларын 1904 – 1906 йылдарҙа тәүгеләрҙән булып өйрәнгән һәм уларҙың ҡайһы берҙәренең рун алфавитына тап килеүен иҫбатлаған Д.Н. Соколов, VII – VIII быуаттарҙа барлыҡҡа килгән Орхон-Йәнәсәй эпитафик ҡомартҡыларындағы руник текстар менән хәҙерге башҡорт телендәге ҡайһы бер уртаҡлыҡтарҙы асыҡлаған М.Ә. Әхмәтов, башҡорт яҙма әҙәби теленең тарихын тикшергән И.Ғ. Ғәләүетдинов, лексикаһының тасуир­ламаһын биргән Э.Ф. Ишбирҙин, фо­нетикаһын, ономастикаһын, эт­но­лингвис­тикаһын өйрәнгән Ф.Ғ. Хисамитдинова, диалекттарына фәнни байҡау яһаған Т.Ғ. Байышев, Н.Х. Мәҡсүтова, Н.Х. Ишбулатов, С.Ф. Миржановаларҙың хеҙмәттәре лә рун графикаһының боронғо дәүерҙә башҡорттарҙа ла ҡул­ланылышта булыуын асыҡ дәлилләй. Ә бына улар Ислам динен ҡабул иткәндән һуң инде был графиканы аҡрынлап ғәрәп алфавиты алмаштыра башлай. Рунды­ҡына алмашҡа килгән был алфавит башҡорт халҡына мең йыл буйына – Х быуаттан алып 1928 йылға тиклем – тоғро хеҙмәт итте. Ғәрәп яҙыуында ул үҙенең әҙәбиәтен, фәнен, йәш быуынға белем биреү тармағын, рухи-мәҙәни тормоштоң башҡа өлкәләрен үҫтерҙе, бүтән халыҡтар һәм илдәр менән иҡтисади, сәйәси-дипломатик, мәҙәни бәйләнештәрен тормошҡа ашырҙы.
1928 йылда башҡорт халҡына өсөнсө тапҡыр алфавит алмаштырып, латин графикаһына күсергә тура килде. Баш­ҡорттарҙың тап халыҡ һәм милләт бу­лараҡ формалашыуы дәүерҙәрендә киң ҡулланылыу тапҡан, яҙма мәҙәниәте үҫешен тәьмин иткән ғәрәп яҙыуын алмаштырыу уларҙы нисәмә быуаттар һу­ҙымында формалашҡан һәм үҫкән тарихи-мәҙәни мираҫынан айырыуға, әллә күпме яҙма рухи байлығынан яҙҙырыуға килтерҙе.
Ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән быуындар яҡты донъянан китә барған һайын был мең йыллыҡ тарихи-мәҙәни мөхиттән айырылыу, уның рухи тамырҙарын, традицияларын юғалтыу көсәйә генә барҙы. Хатта “башҡорттоң революцияға тиклем яҙыуы ла, яҙма әҙәбиәте лә, ғилми хеҙмәттәре лә булмаған” тигән тезис барлыҡҡа килде. Уның тарихи дөрөҫлөккә бөтөнләй тап килмәүен, нигеҙһеҙ булыуын иҫбатларға тырышҡан зыялылар иһә ҡулға алынды, төрлөсә йәберләтелде. Һөҙөмтәлә ғәрәп яҙыуының, ғәрәп һәм фарсы телдәренең серҙәренә төшөнгән, тарихи, әҙәби, фәнни, публицистик, агиографик һәм башҡа төр ғәрәпсә яҙма мираҫтың һаҡланып ҡалған тиклемгеһен дә текстологик йәһәттән эшкәртеп, хәҙерге башҡорт теленә ярашлы ауҙарып бирерлек белгестәр ҙә булмай башланы. Был хәлдең ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтерәсәген тойомлап, ниһайәт, үткән быуаттың 70-се йылдарында Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында иҫке төрки һәм ғәрәп телдәрен уҡытыу яйға һалынды. Хәҙер ғәрәп теле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла, СССР тарҡалғандан һуңғы үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда асылған мәҙ­рәсәләрҙә лә өйрәнелә.

Уны үҙ алдына үҙләштереүсе зыялылар ҙа ишәйә. Ҡыҫҡаһы, ғәрәп алфавиты, ғәрәп яҙыуы, шул иҫәптән теле лә, әкренләп тормошобоҙҙа үҙ урынын ала бара.
Башҡорт халҡының алфавит алмаш­тырыуының өсөнсө этабына килгәндә, ул XX быуаттың 20-се йылдарында СССР халыҡтарының яҙыуҙарын латиницаға күсереп, бер системаға килтереү, унификациялау кампанияһына бәйләнгән. Һуңғы этап урыҫ телен дә латин гра­фикаһына күсереү менән тамамланырға тейеш була. Был эш менән Мәғариф халыҡ комиссариаты комиссияһы шө­ғөлләнә. Дөйөм алғанда, 66 тел, шул иҫәптән бығаса кириллицаға нигеҙләнгән яҙыуын барлыҡҡа килтергән яҡут һәм коми телдәре лә латинлаштырыла. Башҡорт халҡы ла 1928 йылда латин алфавитына нигеҙләнгән яҙыуға күсә. Әйтергә кәрәк, латин нигеҙендә төҙөлгән алфавит, ғәрәптеке менән сағыш­тырғанда, башҡорт теленең фонетик ҡоролошона тулыраҡ тап килгән, өндәре үҙенсәлектәрен яҙыуҙа сағылдырыуға киңерәк мөмкинлек биргән иң ҡулай алфавит һаналған. Заманында тел бел­гестәре лә, методистар ҙа, уҡытыусылар ҙа был яҙмаға ҡарата ыңғай ҡарашта торған, хуплауҙан, өҫтөнлөктәрен билдәләүҙән башҡа һүҙ әйтмәгән.
Ләкин тиҙҙән, 1930 йылдарҙа, СССР халыҡтарының яҙыуҙарын унификациялау буйынса кире кампания – кириллизация – башлана. Һөҙөмтәлә 1940 йылда башҡорт халҡына күп быуатлы тарихында дүртенсе мәртәбә алфавит ал­маштырырға тура килә. Тоталитар режим хөкөм һөргән илдә кириллицаға күсеү мәсьәләһе бик киҫкен ҡуйыла. СССР-ҙың күпселек төбәктәрендә был эш йылдам тормошҡа ашырыла. Коммунистарҙың, депутаттарҙың, комсомолдарҙың, төрлө ойошма һәм предприятие коллек­тивта­ры­ның йыйылыштарында ла, матбуғат баҫмаларында ла бәхәскә, фекер алышыуға юл ҡуйылмай, тик хуплау һүҙҙәре яңғырай. Үҙ яҙыуын грузиндар менән әрмәндәр генә һаҡлап алып ҡала. 1940 йылдың июнендә СССР-ға ҡушылған Балтик буйы республикалары халыҡтары ла бығаса үҙҙәре ҡулланған латин графикаһынан баш тартмай.
Башҡортостанда кириллицаға күсеү мәсьәләһе 1939 йылда ВКП(б)-ның өлкә комитеты ултырышында ике мәртәбә тикшерелә. Ҡарарҙар нигеҙендә башҡорт теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы проектын төҙөү өсөн комиссия ойошторола. Уның ағзалары баш ҡалҡытмай эшләй. 1939 йылдың 20 декабрендә инде БАССР-ҙың Юғары Советы латиндан урыҫ алфавитына күсеүҙе һәм уға нигеҙләнгән орфографияны раҫлау тураһында указ сығара. Был документта яңы графикаға күсеүҙе 1940 – 1941 йылдарҙа тамамлау ҡарала. Шуға ярашлы башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы 1940 йылда баҫтырып сығарыла, шул уҡ йылдың декабрендә конференция ойошторола. Унда кириллицаға ҡоролған башҡорт алфавиты һәм орфографияһының ғилми нигеҙҙәре хаҡында күренекле тел белгесе, төркиәтсе Н.К. Дмитриев сығыш яһай. Конференцияла яңы алфавит башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлектәренә яуап бирә, уға бер ни тиклем генә үҙгәрештәр индерергә кәрәк тип иҫәпләнеп, БАССР Юғары Советы Президиумына ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алыуҙы һорап мөрәжәғәт ителә.
Ҡайһы бер етешһеҙлектәре булыуына ҡарамаҫтан, кириллицаға нигеҙләнгән хәҙерге башҡорт теленең алфавиты бына 75 йыл инде башҡорт халҡының яҙыуға булған мәнфәғәттәрен, ижтимағи тор­мош­тоң төрлө өлкәһенә һәм тар­маҡ­тарына бәйле фекер-ҡарашын са­ғыл­дырыу ихтыяждарын тулыһынса үтәп килә. Дөрөҫ, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында СССР тар­ҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән Үзбәкстан, уның составындағы Ҡарағалпағстан, Азербайжан, Төркмәнстан кеүек дәүләттәр өлгөһөндә беҙҙә лә латин алфавитына яңынан ҡайтыу мәсьәләһе көн үҙәгенә ҡуйылды. Әммә ул ғилми даирәлә киң фекер алышыу, хөкүмәт кимәлендә ҡарау юғарылығына күтәрелмәне, ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күргән хуплауҙы йә хупламауҙы сағылдырған бер нисә мәҡәләнән ары китмәне.
Ә бына Татарстанда был мәсьәлә рәсми ҡуйылды. Күрше төбәктең Фәндәр ака­демияһында ғилми докладтар тыңланып, яңы алфавит, орфография проекттары, уларҙы тормошҡа ашырыу принциптары эшләнде. Улар, республиканың Министрҙар Кабинеты һәм Юғары Советы тарафынан ҡаралып, хуплау тапты. Латин графикаһында тәүге дәреслектәр, айырым китаптар донъя күрә башланы. Ләкин бындай эштәргә ҡарата Үҙәктең реакцияһы тиҙ булды. Рәсәй Конституция суды, уларҙы бер сәйәси-иҡтисади киңлектә, бер дәүләт эсендә эш иткән закондарға тап килмәгән акттар тип табып, ғәмәлдән сығарыу сараһын күрә һалды.
Әйткәндәй, Рәсәй һәм Беларусь менән берҙәм иҡтисади киңлекте, Таможня союзын булдырыу идеяһын башлап күтәреп сыҡҡан Ҡаҙағстан да быйыл майҙа ошо берләшмәнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы буласаҡ. Ҡырғыҙстан да кириллицаға нигеҙләнгән яҙыуынан баш тартырға ашыҡмай. Аныҡ сәйәси һәм иҡтисади шарттар һәм бурыстар, төрлө яҡлы бәйләнештәр алып барыуҙы уртаҡ графика сиктәрендә еңелләштереү уй-ниәте шуны талап итәлер, күрәһең. Бары был берҙәм Таможня союзына ингән Әрмәнстан ғына үҙенең быуаттар төпкөлөнән килгән, хатта Совет осоронда ла һаҡлап ҡала алған яҙыуы менән эш итә. Был дәүләттәр менән берлектә иҡтисади һәм башҡа йүнәлештә эш алып барыуҙан ситләшеп, йәнтәслим башлыса латин алфавитына таянып эш иткән Европа илдәре берләшмәһенә ынтылған Украина ла кириллицанан баш тартыу тураһында һүҙ ҡуйыртмай. Ни генә тимә, тарихи ысынбарлыҡтан, быуаттар һуҙымында формалашҡан һәм үҫкән традицияларҙан кинәт кенә йөҙ бороу еңелдән түгелдер.
Беҙҙә лә, бер сәйәси ҡоролош, ҡа­нун­дар системаһы эсендә йәшәгән башҡорт ил-ҡоронда ла, кириллицаға нигеҙләнгән алфавит һәм орфография йәшәһен, камиллашһын өсөн аныҡ тарихи ерлек, сәйәси, иҡтисади, мәҙәни шарттар етерлек. Шуға ла “Ҡайһы берәүҙәрҙең Ер шарының күп илдәрендә латин графикаһының ҡулланылыуына, уның ярҙамында киң мәғлүмәттәр донъяһына сығыу мөмкинлеге артыуға һылтанып ҡына кириллицанан баш тартып, латин алфавитына күсеү мәсьәләһен күтәреүе үҙен аҡлаймы икән?” тигән һорау тыуып ҡуя. Ни генә тимә, кириллицаға, икенсе төрлө әйткәндә – урыҫ алфавитына бер ни тиклем үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индереп төҙөлгән, 42 хәрефтән торған башҡорт алфавиты 28 хәрефкә нигеҙләнгән ғәрәп, 37 хәрефкә ҡоролған латин яҙыуҙарынан ярайһы өҫтөн тора, башҡорт һөйләү те­ленең фонетик үҙенсәлектәрен (мәҫәлән, сингармонизм, дифтонг күренештәрен) күпкә тулыраҡ сағылдыра. Ҡыҫҡаһы, урыҫ алфавитына нигеҙләнгән башҡорт яҙыуы, алда әйткәнебеҙсә, инде 75 йыл буйына үҙен аҡлай, халҡыбыҙҙың яҙыуға булған мәнфәғәттәрен үтәй, рухи-мәҙәни ихтыяждарына тоғро хеҙмәт итә килә.
Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә эшлә­гә­немде белгән ҡайһы бер иптәштәрҙең “Ғиниәт Сафиулла улы ниңә тел ғи­ле­менә бәйле мәҡәлә яҙырға булып китте икән?” тип уйлауы бар. Аптырайһы юҡ, тел һәм әҙәбиәт, уларҙы өйрәнгән филология фәненең тармаҡтары – айы­рыл­ғыһыҙ бәйләнештә йәшәгән, бер-береһен байытып килгән күренештәр. Әйтәйек, теге йәки был осорҙағы әҙәбиәттең йә әҙәби әҫәрҙәрҙең художестволы-эстетик кимәлен күҙ алдына тулыраҡ баҫтырырға теләйбеҙ икән, һис кенә лә уларҙың тел-стиль үҙенсәлектәрен асыҡлау мәсьә­ләһен ситләтеп үтә алмайбыҙ. Шунан һуң, телебеҙ яҙмышы бөтәбеҙҙең яҙмышы бит. Тимәк, уның нисегерәк үҫеүенә, ниндәй ижтимағи даирәлә, кимәлдә ҡулланылыуына, уҡытылыуына, ғилми планда өйрәнелеүенә һәм киләсәктәге яҙмышына ҡарата беребеҙ ҙә битараф ҡала алмайбыҙ, ҡалырға тейеш тә түгелбеҙ. Ә яҙма әҙәби телдең үҫеш үҙенсәлектәре һәм ижтимағи-функциональ кимәле, ижтимағи аңдың башҡа төрҙәре һәм формалары менән бер рәттән, иң элек әҙәбиәттең үҫеш үҙенсәлектәрендә, художестволы-эстетик кимәлендә сағылыш тапмай ҡалмай. Телдең байлығы һәм һығыл­малылығы, уны ҡуллана белеү маһирлығы образлы фекерләүҙең киңлеген һәм тәрән­леген, эстетик матурлыҡ кимәлен билдәләй.
Барлыҡ рухи-аң көсөмдө Совет дәүеренә тиклемге әҙәби мираҫыбыҙҙы, архив материалдарын, төрлө яҙыуҙағы ҡулъяҙма сығанаҡтарҙы өйрәнеүгә һәм киң ҡатлам уҡыусыға еткереүгә арнаған белгес булараҡ, шуны ла икеләнмәй әйтә алам: халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихында теге йәки был һүҙҙәр ҡасаныраҡ барлыҡҡа килгән һәм ниндәй графикала теркәлеп, ниндәйерәк мәғәнәлә ҡул­ла­нылған, теге йәки был телдәрҙән ­ҡа­саныраҡ, ниндәйерәк шарттарҙа ниндәй һүҙҙәр үҙләштерелгән, уларҙың ҡулланылыу даирәһе нисегерәк булған, башҡа телдәр аша ниндәйерәк әҙәби төшөнсәләр, терминдар, идеялар, мотивтар, сюжеттар, жанрҙар, сара-алымдар ҡабул ителгән һәм ижади ҡулланылған – быларҙың барыһы ла халҡыбыҙҙың аралашыу, фекер-лөғәт алмашыу даирәһен дә, ниндәйерәк тел байлығына таянып логик, образлы фекер йөрөтөү кимәлен, үҙенсәлектәрен күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек бирә. Ни генә тимә, әҙә­биәттең тарихы, теге йәки был осорҙағы үҫеш-үҙгәреше, идея-художество кимәле телдең үҫеш тарихы, хатта ниндәй графикала йәшәүе, мөмкинлектәрен аса алыу-алмауы шарттары менән туранан-тура бәйле. Ни өсөн тигәндә әҙәбиәт – бөтәһенән дә элек һүҙ менән эш иткән, телдең мөмкин­лектәрен тулыраҡ ҡулланырға тырышҡан сәнғәт формаһы. Уның яҙмышын, ижтимағи аң төрҙәренең һәм формаларының күпселегенеке кеүек үк, тел яҙмышынан айырып ҡарау мөмкин түгел. Бына шуға ла йәнә ҡабатлап: “Телебеҙ яҙмышы – беҙҙең яҙмы­шыбыҙ”, – тип әйтәһе, барыбыҙға ла шуны төптән аңлап эш итәһе генә ҡала.

Ғиниәт ҠУНАФИН,
профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының
мөхбир ағзаһы.


Вернуться назад