“Әҙәби нағыш”тың ҡанат ҡағышы13.02.2015
Әҙәбиәт – тормош арбаһының күсәре ул. Шул күсәрһеҙ сәйәси тәгәрмәсебеҙҙең әйләнеүен күҙ алдына ла килтереп булмай. Әлбиттә, иң мөһиме – ошо “арба”ны тартып барыусы, йәғни иңенә иң ауыр йөк ятҡан халыҡ барлығын бер минутҡа ла оноторға ярамай.
Йылдың Әҙәбиәт йылы тип аталыуы юҡҡа түгел. Рухи ҡиблабыҙ буталып, матди ихтыяждар өҫкә сыҡҡан осорҙа әҙәбиәт йәнебеҙгә им, юл күрһәтер маяҡ булыр. Быны беҙҙең тарихыбыҙ ҙа раҫлай: “Ҡорос нисек сыныҡты”, “Тымыҡ Дон”, “Ырғыҙ”, “Кәмһетелгәндәр” кеүек әҫәрҙәрҙе уҡып үҫкән быуын ил өҫтөнә ябырылған ҡара яуҙарҙы еңеп сыҡты, Йыһанға тәүге кешене осорҙо, гигант завод-фабрикалар төҙөнө... Рухы сибек ҡәүем бындай батырлыҡтар ҡылырға һәләтле түгел!
Әҙәбиәт йылы, тотош Рәсәйҙәге кеүек, беҙҙә лә дәррәү башланып китте. “Әҙәби нағыш” марафоны Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрен айҡап-байҡап сығасаҡ. 5 февралдә Ҡырмыҫҡалы районында гөрләп үткән әҙәбиәт байрамы тураһында “Башҡортостан” бәйән итте инде. Кисә Ҡырмыҫҡалы делегацияһы Йылъяҙма-китапты Йылайыр районына тапшырҙы (был хаҡта гәзиттең алдағы һандарының береһендә ентекләберәк яҙырбыҙ).
Артабан “Әҙәби нағыш”ты түбәндәге сәфәрҙәр көтә:
19 февралдә – Балаҡатайҙа; 26 февралдә – Ауырғазыла; 5 мартта – Архангелдә; 12 мартта – Иглиндә; 19 мартта – Нуриманда; 26 мартта – Ҡариҙелдә; 2 апрелдә – Мишкәлә; 9 апрелдә – Дүртөйлөлә; 16 апрелдә – Саҡмағошта; 23 апрелдә – Ғафуриҙа; 30 апрелдә – Кушнаренкола һәм башҡа райондарҙа. Исемлекте киләһе айҙарҙа артабан дауам итербеҙ.
Иң мөһиме – был саралар үткән көндәрҙә өр-яңы китаптар һатып алыу, “Башҡортостан” гәзитенә һәм башҡа баҫмаларға яҙылыу мөмкинлеге буласаҡ.
Рухиәт байрамынан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!