“Ауыл уттары” гәзите ҡарамағында “Шишмәләр” исемле әҙәби ойошма эшләй. Уға тәү башлап, 30 йылдар элек, ошо гәзит журналистары Әхмәт Юланов, Ильяс Таҡалов, Фәрит Мортаев, Рәшит Түләшевтәр нигеҙ һалған. “Шишмәләр”ҙә ул саҡта башлап ижад иткән, аҙаҡ инде Яҙыусылар союзы ағзалары булып киткән билдәле әҙиптәр — Мөслим Әбсәләмов, Фәүзиә Юлдашбаева, Хәйҙәр Тапаҡов — ҡәләм нығытҡан. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уҡытыусы Әмир Моратов, матбуғат ветераны, мәҡәләләре, башватҡыстары менән республика гәзиттәре аша күптәргә таныш Фәрит Рәмов, шағирә, үҙешмәкәр композитор булараҡ танылған Флера Шәрипова, бик күп йырҙар авторы Мирсәйет Ҡылысов, йәш шағирә Зарина Бағышаева һәм башҡалар “Шишмәләр” ойошмаһынан инеш алып, артабан әҙәби ижад юлын дауам иткән.Әле лә райондың төрлө ауылдарында йәшәп ҡәләм тирбәткән ике тиҫтәгә яҡын ижадсыны берләштерә был ойошма. Район үҙәгендә, ауылдарҙа, мәктәптәрҙә “Шишмәләр” ағзалары менән осрашыуҙар үткәрелә. Ай һайын “Шишмәләр” битендә уларҙың шиғырҙарына, хикәйәләренә, нәҫерҙәренә урын бирелә. Бөгөн Ҡыҙҙарбиргән ауылынан Фирүзә Йәнгирова, Матрайҙан Зөлфиә Ғүмәрова, Яңы Яҡуптан Зәлиә Күлбаева, Аҡйондоҙ был ойошманың төп көсөн тәшкил итә. Өлкән апайҙарының үксәһенә баҫып килгән йәштәр ҙә бар. Улар – Сәләх ауылынан Рузилә Иҫәнбаева, Матрайҙан Ләйсән Шәрипова менән Әлиә Таһирова, Юлдыбайҙан Гөлли Ильясова, мәктәп уҡыусылары араһынан Фәнилә Ҡадаева, Нәзифә Аҡҡужина, Зәлиә Юлышева, Зәлиә Билалова, Гөлирә Әҙеһәмованы айырым әйтеп үтеү зарур. Үкенескә ҡаршы, ир-егет араһынан мәҡәләләр ебәреп тороусылар булһа ла, әҙәби ижад менән шөғөлләнгәндәр юҡ тиерлек.
“Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына үҙебеҙҙең ижад емештәребеҙҙән торған бер шәлкем шиғри күстәнәс ебәрәбеҙ.
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА,
“Ауыл уттары” гәзитенең баш мөхәррире, “Шишмәләр”ҙең етәксеһе.
Был донъяла беҙ мәңгелек түгелБыл донъяға мәңге килмәгәнде
Аңлап йәшәһә ине һәр кеше.
Иманлы ла булып, сауаптар ҙа алһа,
Уңып барыр ине һәр эше.
Был донъяға мәңге килмәгәнбеҙ,
Ғүмер юлын парлы үтәйек.
Өлгөрәйек, дуҫтар, эй, туғандар,
Бер-беребеҙҙе ҡәҙер итәйек.
Был донъяла беҙ мәңгелек түгел,
Бер кем белмәй күпме йәшәрен.
Бар бит әле минең был донъяла
Изгелектәр эшләп китәһем.
Гөлсирә ТАҺИРОВА.Һабыр ауылы.
Сафлыҡ яуа күктәнАп-аҡ ҡарҙар яуа бер туҡтамай,
Бер шашынып, бер тынып.
Төнгө күктә йөҙә тулған ай,
Уйсан урамдарҙы яҡтыртып.
Сафлыҡ яуа, аҡлыҡ – йәнгә дауа,
Ҡайғыларҙан янһа йөрәгең,
Шул ҡарҙарға ҡарап, серең сисһәң,
Тынысланыр нескә күңелең.
Аҡ төҫ алған ҡара ерҙе ҡаплап,
Юғалтҡандай бысраҡ уйҙарҙы.
Күңелдәрҙә балҡый яңы хистәр,
Яңы уйҙар биләй уларҙы.
Күктән сафлыҡ яуа...
Фәнилә ҠАДАЕВА.Сәләх ауылы.
Күңел яраһыҺулҡып һыҙлай яраларым,
Йөрәккәйем дауа табалмай.
Уңға-һулға бәргеләнәм,
Күңел ярам һис баҫылмай.
Был донъяла яҡын кешем
Мине тапап, иҙеп китте.
Баш өҫтөмдән ҡара болот,
Ғәрәсәтле дауыл үтте.
Күҙ йәштәрем түгеләләр
Битем буйлап юлаҡ-юлаҡ,
Тирә-яғым ҡара шәүлә,
Шыбырҙайҙар: “Илаҡ-илаҡ”.
Йән дуҫтарым ҡулын һуҙа:
“Сабыр төбө – һары алтын,
Тешең ҡыҫып сабырлыҡ йый,
Һыу һибәйек, һүнһен ялҡын”.
Зилә ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.Юлдыбай ауылы.
ЗамандаштарымаШыҡһыҙ һыуыҡ өйҙә бер яңғыҙың,
Уйҙарыңда түгел ил ғәме.
Ир уртаһы еткән баһадирҙы
Ҡолға һанарғамы, иргәме?
Эйе, ҡол! Ҡулдарыңа түгел,
Булмышыңа кейҙең бығауҙы.
Ғәзиз әсәң дә бит балаһына
Өмөт өҙөп, күптән һарғайҙы.
Аҡ биләүгә төргән саҡта әсәң
Аҡ өмөттәр һиңә бағланы.
Күҙ йәштәрен тыя алмай хәҙер:
“Улыҡайымдан ниңә уңманым?!”
Шешә менән ҡосаҡлашып үтә
Көндәр түгел, айҙар, йылдарың.
Ниндәй юлдан китер, ҡай һуҡмаҡтан,
Үҫә төшкәс, һинең улдарың?
Ауыр түгел тәрән упҡындарға
Тәгәрәп тә төшөп китеүе.
Аяныслы бары шул йыландың
Башҡайыңа ғына етеүе.
Ғәмһеҙ булма, уйла киләсәгең,
Баһаңды бел, һин бит — ил улы.
Батшаларға башың эймәгәнде,
Булма, башҡорт, йәшел йылан ҡоло!
Ил улдары, милләт әсәләре,
Ил хәстәре менән янығыҙ.
Минең теләк: килер быуындарға
Һәр саҡ өлгө булып ҡалығыҙ.
Гөлсәсәк ТОРОМТАЕВА.Һабыр ауылы.
***
Донъяларым буталып торған мәлдә,
Көс-дәрт өҫтәр өсөн күңелемә,
Барлыҡ эштәремде ташлап,
Ҡайтайымсы тыуған еремә.
Көтөп торғандарҙыр, ахырыһы,
Мин ҡайтҡанды әллә ҡайҙан белеп,
Аҡ күлдәкле ҡайындарым,
Юлға ҡаршы сыҡҡан теҙелеп.
Бында таныш миңә барыһы ла –
Төп-төҙ урамдары, һыу юлдары.
“Һаумыһығыҙ!” – ололай кеселәре,
“Һаумы, балам!”– тиҙәр ололары.
Ҡанат нығытҡан тыуған йортом
Торһа ла буш, беҙҙе көтөп,
Әлдә генә ауылдаштар йәшәй,
Тирә-йүнде көнләштереп.
Ер йөҙөнөң матурлығы булып,
Көс-дәрт биреп беҙҙең күңелгә,
Имен генә тыныс донъяларҙа
Йәшә, ауылҡайым, был ерҙә!
Зөмәрә АҠҠУЖИНА.Йылайыр ауылы.
ЕйәнсәремәАлтынайым, алтын айым минең,
Күҙҙәреңә һинең ҡарайым.
Матур йөҙҙәреңә бағайым да
Йырҙарымды һиңә йырлайым.
Таллыҡ буйы, эй, тал-тирәк,
Һыуҡайҙары аға сылтырап,
Шул һыуҙарҙа ҡыҙым сәсен йыуа,
Сәскәйҙәре китә ялтырап.
Ейәнсәрем, наҙлы гөлөм минең,
Балдан татлы балам балаһы.
Юлдарына аҫыл гөлдәр үҫһен –
Бәхет-шатлыҡ теләп ҡаламын.
Зәлиә КҮЛБАЕВА.Яңы Яҡуп ауылы.
Яҙҙар йәмеКөньяҡтарҙа яҙҙы ҡаршыланым,
Гөрләп аҡты марттың ҡарҙары,
Зәңгәр күктән бөтә донъяларҙы
Ер йәшәртер Ҡояш нурланы.
Ағастарҙы сәскәләргә күмде –
Хуш еҫтәрҙән баштар әйләнә,
Гөлдәр бында көнләп кенә түгел,
Сәғәт һайын үҫеп бөрөләнә.
Ошо гүзәллектең уртаһында
Күңелкәйем хозур табалмай.
Ышанмаһаң, үҙең барып ҡара,
Ул яҡтарҙа ҡоштар һайрамай.
Өйгә ҡайтҡас, ҡоштар һайрауынан,
Был яҙымдың таптым йәмдәрен.
Сыйырсығым ояһына ҡунып,
Көн буйына һипте көйҙәрен.
Кәкүк моңон, турғай, сәпсектәрҙең
Сырҡылдауын тыңлап кинәндем.
Һандуғаслы, моңло илкәйемдең
Тиңһеҙ икәненә инандым.
Мөғлифә ҮТӘШЕВА. Исҡужа ауылы.
Йәшлек, яҙ, мөхәббәт...Йәшлек – кеше тормошонда
Шау сәскәле, нурлы яҙҙай.
Ғүмерҙәрҙе яҡтыртыусы ҡояш,
Йөрәктәрҙә ҡала наҙҙай.
Йәшлек – яҙҙа,
Яҙҙа – мөхәббәт,
Йән сихәте, иң ләззәтле хис.
Ҡараңғылыҡ йәштәр дуҫы булһа,
Ғашиҡтарға ғына айлы кис.
Йәшлек, яҙ, наҙ, мөхәббәт –
Мәңге бергә йәшәр ошо көс.
Рузилә ИҪӘНБАЕВА.
Сәләх ауылы.
***
Минең кем икәнде белгең килһә,
Шәжәрәмде ҡара – белерһең.
Бар һорауға яуап, әйтерһең дә,
Күҙ алдынан үтә йүгереп.
Атайсалға, моңға һөйөү — йәндә,
Күҙҙәремдә — һауам күклеге,
Илһам тулы кескәй йөрәгем дә
Үҙе шуға иҫбат түгелме?
Шәжәрәмде ҡара, белгең килһә
Кем икәнен ата-бабамдың.
Быуындарҙан быуындарға күсә
Һәләттәрҙең иң-иң аҫылы.
Гөлли ИЛЬЯСОВА.Юлдыбай ауылы.
Ҡайтып барам...Ҡайтып барам тыуған яҡтарыма,
Һағыныуҙан шундай ашҡынып.
Хистәремә сыҙай алмайынса,
Йөрәккәйем тибә талпынып.
Көтә мине ҡуйы урмандарым,
Көтә йәмле Һаҡмар буйҙары.
Йәшәү көсө алып тыуған ерҙән,
Үтһә ине тормош юлдары.
Ҡайтып барам тыуған яҡтарыма,
Төрлө уйҙар сорнай күңелде.
Тыныс тормош, күктә ҡояш көлә –
Иң ҙур бәхет ошо түгелме!?
Рәйфә Билалова.Һабыр ауылы.