Һүҙ тылсымы10.02.2015
Эссе
– Шулай шул, улым. Шиғри илһам, дәрт, ялҡын менән дөрләгән, көслө хистәр менән ярһыған йәш егет Рәшит һүҙ магияһын аңғармай “Йөрәк” шиғырын “Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде” тигән шомло һүҙҙәр менән башлай. Был – алда әйтеләсәккә ишара. Һәр ваҡыт уйлап һөйләү зарур. “Һүҙ һүҙгә китер, һүҙ башҡа етер”; “Һүҙҙең ҡанаты бар” кеүек әйтемдәренә халҡыбыҙ ҙур мәғәнә һалған. Айырыуса ҙур оҫталыҡ менән тыуҙырылып, шиғри ағымға, урғылышҡа, шарламаға әүерелгән һүҙҙәр тормошҡа ашыусан. Аҡыл эйәләренең әйтеүенсә лә, һүҙҙәр һәм фекерҙәр матдиләшеүгә һәләтле. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иһә Рәшиттең маһирлығын, оҫталығын раҫлап, был шиғырға ошондай баһа бирә: “Һәр юлына, һәр һүҙенә әллә күпме ҡеүәт, хәрәкәт, ғәйәт көсөргәнешле кисерештәр тупланған ун алты юллыҡ шиғыр бер уҡыуҙа уҡ ятланып алына. Ул шул тиклем тығыҙ яҙылған, һәр һүҙгә шунан да күберәк уй-кисерештәр һыйҙырыу, уларға шунан да тосораҡ йөк һалыу, уларҙы шунан да нығыраҡ егеү, минеңсә, мөмкин булмаған хәл”. Эйе, был шиғырға хайран ҡалырлыҡ ҙур ҡеүәт, хатта ки йәшерен көс һалынған. Уның ни хәтле ҡөҙрәтлелеген күптәр төшөнөп тә етмәйҙер. Ул – хәс тә тылсымлы доға, мөғжизәле ырым!
– Атай, тимәк, шағир шиғырын илаһи ҡөҙрәт, дарман менән һуғарған, уны сихри осошҡа эйә иткән, – тине Илнур хистәрен тыйып тора алмай. – Тылсым, тигәндәй, телгә алғанымса, поэзия үҙе тулыһынса магиянан тыуған һәм үҫкән. Аһәңле шиғыр үҙе үк – әпсен-төпсөн, ырым, арбау! Шағир иһә – арбаусы, күрәҙәсе, им-том итеүсе, өшкөрөүсе! Шуның менән, йәғни тылсымлы һүҙ, сихри көс менән, ул уҡыусыларын үҙенә ҡарата, әүрәтә, имләй, уларҙың күңелен, зиһенен биләй, фиғелен буйһондора.
– Дөрөҫ, Илнур, – тип Ырыҫйән уҙаман улының фекерен хупланы. – Ысынлап та, “Йөрәк” шиғыры хис-тойғо, уй-фекерҙәр ташҡыны, яңғырашы йәһәтенән ифрат та оло дарманға эйә. Һүҙҙәре, зауыҡ менән затлы муйынсаға эҙмә-эҙлекле йыйылған аҫыл ынйылар кеүек, һәр ҡайһыһы үҙ урынында емелдәп, сағыу балҡып, күңелдәрҙе яулай, йә иһә “Урал батыр” эпосындағы ынйы башлы тылсымлы таяҡ һымаҡ ҡойон-ғәрәсәт тыуҙыра, йәнә лә доға һымаҡ Күккә ашып, илаһи көстәр менән бәйләнешкә инә. Иллә-мәгәр шағирҙың “Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде” тигән аңғармай ысҡындырған, уҡтай осорған һүҙҙәре зәхмәт булып үҙенә ҡайта, алдына килә. Баяғы: “Быйыл ғына сыҡҡан бала кәкүк саҡыра ла белмәй саҡыра тау-ташта”, – тип бер ҙә юҡҡа ғына йырламаным бит. Был – күрәһенә булыу, ғәмәлгә ашыу ғәләмәте. Ғәләмәт сигеү иһә – ыҙа күреү, яуап тотоу, ғибрәт булыу... “Бар Йыһандың тынын тоя инем ун һигеҙҙә генә көйөмә” тигән Рәшиттең уй-хистәр зыяратында “Ер аҫтына мине аттылар, бығау һалып, хискә, аҡылыма... Һәм мин киттем, гүйә, донъянан... Ғазап сигәм... Бары ла бында үле... Тирә-яғым тулы тик таш һын...” – тип өҙгөләнеүе бының асыҡ өлгөһө. “Ер аҫты упҡынына тартып индерҙе... Яҙмыш ауыр, асы, ай, асы!” – тиеүе язаға дусарлығына ишара. Ә бит оло аҡыл менән тыуҙырылған халҡыбыҙҙың классик йырҙарында тән ағзаларына зарар ҡылыу сағылмай. Улар – олуғ үрнәк, фәһем!..
Ырыҫйән уҙаман улдары менән бик ихлас әңгәмәләшә торһон, беҙ иһә ошо урында Изге Китап донъяһына сәфәр ҡылайыҡ. Дини ҡараш буйынса Аллаһ Тәғәлә әҙәмде үҙенең ҡиәфәт-сүрәте, йораты үә ишараты буйынса яралтҡан, уны башҡа бихисап заттарҙан юғары ҡуйған, уға күктәрҙәге һәм ерҙәге нәмәләрҙе буйһондорған. Әҙәмде бик камил яһап, ишетеү өсөн ҡолаҡтар, күреү өсөн күҙҙәр, ҡан йөрөшөн тәьмин итер мускуллы йөрәк биргән. Ишетеү һәләте һөҙөмтәһендә кеше асыш-яңылыҡтарҙы тыңлай, күҙҙәре Илаһ күренештәрен һәм мөғжизәләрен, йәнә лә ғүмеренә хәүеф тыуҙырыусыларҙы күрә. Ә йөрәге, аҡылы Раббыбыҙ мәғлүм иткән сүрә-аяттарҙы аңларға, рөхсәт ҡылынғанды тыйылғандан айырырға, шөбһәленән, шикленән, нәфсенән һәм хәрәмдән ҡурсаларға ярҙам итә. Тәндең башҡа ағзалары ла кешегә Илаһҡа табынырға булышлыҡ ҡылыу өсөн яратылған. Кеше бөтә ағзалары һау булған осраҡта ғына тейешенсә Уға һыйына, бөтә күңелен бирә ала. Ғәрип кеше мотлаҡ булғанды атҡарырға һәләтһеҙ. Шуға ла Шәриғәт үҙеңдең тәнеңә зыян ҡылыуҙы, уны физик һәм әхлаҡи яҡтан да хәүефкә ҡуйыуҙы ҡәтғи тыя һәм бик аныҡ итеп “үҙегеҙҙе һәләкәткә дусар итмәгеҙ” ти. Кешенең ғүмеренә, тәненә, намыҫына һәм милкенә хасланыуҙы, ҡул һуҙыуҙы ла тыя. Аҡылыңа зарар итеү – бик ҙур гонаһ! Һаулығына зыян ҡылыусы ҡаты сирҙәргә тарый. Һәр нәмәнән юғары, һәр нәмәнән ҡөҙрәтле Илаһ кешене золомдан ҡурсалап, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы, ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйыуҙы, упҡын ярына баҫыуҙы тыйып, “үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ” ти. Тыйылғанды тыңламаусы, һанға һуҡмаусы Аллаһ Тәғәләнең нәфрәтен тыуҙыра һәм Уның язаһына дусар була, үҙенә тән һәм йән ғазабы килтерә. Төшөнөр-төшөнмәҫтән башҡаларҙы ла тыйылғанға, шайтан вәсвәсәһенә өндәүсене яфаға тарыта. Сәләмәтлегенә зарар итергә, үҙ-үҙен харап ҡылырға ынтылыусылар ҡаты ауырыуға һабыштырыла...
– Тимәк, атай, – тине Камил, – Бөйөк барлыҡҡа килтереүсе, Ижадсы алдында гонаһ һаналған ысул менән үҙенең тәненә, йөрәгенә зыян иткән, был хәтәрҙе башҡаларға ла ишеттергән шағир, үҙе лә аңғармаҫтан, бәләгә тарый, Юғары Аҡыл язаһына, йән ғазабына дусар ҡылына. Йөрәк бит – аҡыл. Йөрәгеңде йолҡоу – аҡылыңды йолҡоу, зиһенеңдән яҙыу. Быны бит әле Рәшиттән байтаҡҡа өлкәндәр ҙә төптән уйламайынса, шиғри асыш, табыш итеп баһалап, өҙлөкһөҙ ҡабатлай, гонаһты арттырғандан-арттыра. Тән ағзаларыңа зыян ҡылыу асыш буламы һуң?..
– Ауырыған сағында тыуған йортонда иҫе ваҡытлыса асылып китеп, Хоҙай тарафынан аңының томаланыуын тойопмо, Рәшит: “Ошолар ғына башыма етте”, – тип яҙмаларын мейескә тыға, шиғырҙарын утҡа яға. Рауил Бикбаев һығымта яһағанса: “Беҙ быны бер ваҡытта ла аңлап бөтә алмаясаҡбыҙ. Ниндәй хазиналар көлгә әйләнде икән ул мейестә? Шағир ул ялҡында, бәлки, үҙенең һуңғы өмөттәрен, һуңғы хыялдарын яндырғандыр, мейестә ут һүнгәндә, бәлки, Рәшиттең бөйөк зиһенендәге һуңғы балҡыштар ҙа һүнә барғандыр. Тәҡдир тигәндәре бына шулай аяуһыҙ шул, йондоҙ кеүек шәхестәрҙе лә ҡыҙғанып тормай. Шағирҙың “Йәшен” исемле китабына инеш һүҙендә Риф Мифтахов: “Табиптар Рәшиткә ниндәй диагноз ҡуйғандыр, ә мин уны йән яныуы тип атар инем”, – тип бик дөрөҫ әйтә. Ысынлап та, йән яныуы... Шиғриәт, ижад өсөн, матурлыҡ, гармония өсөн, тормоштоң бөйөклөгөн раҫлау өсөн шағир аҡылының туҡтауһыҙ титаник эшмәкәрлеге һәм шул юғары маҡсаттарға ынтылып, кешеләр менән генә түгел, илаһи көстәр менән, Йыһан менән һөйләшеп йәшәгәндә, иҫ китмәле көсөргәнешле рухи йәшәйештә зиһендең, күңелдең, йәндең яныуы”... “Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде” тигән һүҙҙәрҙең матдиләшеп, эйәһенең алдына килеү, уны мәңгелек яфаға һалыу сәбәбен Рауил Бикбаев асыҡтан-асыҡ төшөнөп бөтмәһә лә, быны ниндәйҙер кимәлдә, әйтәйек, “илаһи көстәр менән, Йыһан менән һөйләшеп йәшәгәндә” тигән фекере менән барыбер төҫмөрләй кеүек.
“Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе”
Илнур ниҙелер иҫенә төшөрөп, берсә йылмайып, берсә моңһоуланып ҡуйҙы. Атаһы улының йөҙө үҙгәреп, күңеленең шөбһәләнеүен дә шунда уҡ шәйләне. Бәлки, хәтеренә килгәнен бигүк ишеттерергә лә алҡынмайҙыр...
– Улым, уйыңдағын әйт, ҡыйынһынма.
– Ҡөрьән шағир халҡын бигүк өнәп бөтмәй кеүек. ”Шағирҙар” сүрәһенән аңлауымса, шағирҙарға аҙашҡан кешеләр эйәрә (Ҡөрьән – шиғыр, Пәйғәмбәр шағир түгел, сөнки Ҡөрьән Хәҡиҡәткә юл күрһәтә). Аныҡ әйтелеүенсә, “күрмәнеңме уларҙың (шағирҙарҙың) һәр үҙәндә йөрөгәндәрен (шиғыр сығарғандарын) һәм үҙҙәре ҡылмаған нәмәләр тураһында һөйләгәндәрен, иман килтергән һәм изге эштәр ҡылған, Аллаһты күп тапҡыр иҫкә алғандарҙан, яҡлағандарҙан (үҙҙәренең шиғырҙары менән) башҡа, һәм улар йәбер күргәндән һуң ярҙам алдылар, һәм золом ҡылыусылар (Хаҡ Дингә үә Пәйғәмбәргә) үҙҙәренең ниндәй боролош менән боролоуҙарын белерҙәр”. Дин әһелдәренең: “Хаҡлыҡҡа ҡаршы булған шағирҙарға Ҡөрьән әһеле эйәрмәҫ, ахмаҡ үә аҙғын кешеләр генә эйәрер... Улар яҡшы эш ҡылмаһа ла, беҙ яҡшы эште башҡарабыҙ, тип ялған һөйләр... Исламды маҡтап шиғыр әйтеүселәр, кафырҙарҙан золом күргәндән һуң, Аллаһ ярҙамы менән өҫкә сыҡты, алға китте... Золом ҡылыусы кафырҙар тиҙҙән белерҙәр ниндәй урынға ҡайтарыласаҡтарын” кеүек тәфсирҙәре лә бар.
– Тәрәндән төшөнгәнгә сүрәләге был аят бик ғибрәтле, беҙҙең әңгәмәбеҙ өсөн дә фәһемле. Рәми Ғариповса иһә, шағир – ел ул, донъя, заман еле, – ҡайҙа булһа, нейгә ҡағылһа, көйөн шунан ала... Минең уйымса ла, шағирҙар буш хыялдар диңгеҙендә генә йөҙмәй, туҙға яҙмаған, башҡа һыймаған, мәғәнәһеҙ нәмәләр менән мауыҡмай, һауаланмай, түбәнлеккә төшмәй, ике йөҙлөләнмәй, фәҡәт хәҡиҡәткә хеҙмәт итергә, яҡшылыҡты ғына ат итеп, күңелдәрҙә изге хистәр уятырға, ҡәрҙәштәрен нур, белем һәм моң менән һуғарырға, иманға, яҡтыға, хаҡлыҡҡа әйҙәргә, уларҙың зиһенен асырға, аҡылын арттырырға тейештәр. Әйткәндәй, донъяны, шиғриәтте бөтә тәрәнлеге, нескәлеге менән тойған, “Мин тағы ла бер яҙҙы күрһәм, тәгәрәһәм ҡыҙыл үләнгә, тын да алмай ятһам күккә ҡарап, иҫәпләмә мине үлгәнгә” тигән, күпте күргән Рәмиебеҙ иҫән-һау, шәп сағында уҡ үҙенә йыш-йыш ҡына ҡыҫҡа ғүмер күҙаллай:
Кәкүк, кәкүк! Үпкәләмәм,
Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе:
Бар ҡайғыһын, бар шатлығын
Татып китәм был ерҙең...
***
Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм,
Ҡайғырма һис минең киткәнгә...
***
Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ
ташлайһың...
***
Мин дә булмам бер көн,
дуҫҡайҙарым,
Йәнем осоп китер күктәргә...
***
Бына инде мин дә үлдем бит,
Төшөп китте ҡулдан ҡәләмем...
***
Тик белмәйем: тағын да бер яҙым
Насипмылыр миңә, юҡмылыр?..
***
Күңел үлгән, күңел төңөлгән дә
Тере хистәр күптән күмелгән.
Бер ниндәй көн, бер ниндәй төн
хатта
Серле уйҙар һалмай күңелгә...
Тормош михнәте, яҙмыш зәһәрлеге, йәбер-золом фани донъянан биҙҙереп, төшөнкөлөккә, йәшәү нурының һүрелеүенә, күңеленең үлеүенә этәрҙеме икән Рәмиҙе?.. “Әй тәбиғәт! Бармы һиндәгеләй шундай оло сәнғәт донъяла?” тип һоҡланған шағирға ҡапыл да ул йәнһеҙ, өнһөҙ: “Мәғәнәһеҙ, ғәмһеҙ ярты ай... Нуры ла юҡ, йыры ла юҡ уның”... “Һөйөү үтте. Дуҫтар китте, ҡалды һағыш һәм яра. Тормош шулай яҙмыш менән аяу белмәй шаяра”…
Бынан һуң, һүнер алдынан, балаларына: “Бәләкәс ғазаптарыма тыбырсынһам да, ололарына түҙерлек оло көс бар, буғай, миндә. Мине һындырыу әлегә мөмкин түгел...” – тигән Рәми 19 февралдә яҙған һуңғы “Февраль бураны” шиғырында йәнә үлемен көҫәй:
... Был донъяла булыр
Барыһы ла,
Һинең менән бары
Мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр
Бар бит –
Ҡалай үлмәк кәрәк,
Күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин,
Түҙалмам...
Һәм, тәҡдире етеп, ҡырҡ биш йәшендә генә әйләнеп ҡайтмаҫ ергә юллана. Аллаһ ҡушҡан күрәсәк, үлем сәғәте, тиһәк тә, барыбер шағир һүҙ магияһы менән әжәлен үҙе ашыҡтырған кеүек.
“Тарҡау уйҙар” шиғырында “Өҙ башымды, эй Хоҙайым, был миңә ысын баш түгел”, “Йән”дә “Сыҡ, йәнем, тән зинданынан, Күккә ос, йәмлән йәнә”, “Йәш шағирҙың ҡәбер ташында” иһә “Тар ҡәберҙең ҡуйынына керҙем – ҡотолдом донъянан, сөнки биҙҙем донъянан, артыҡ тораһым килмәне, йәшләй үк керҙем ләхеткә, киң түшәкте тарһынып, төп ятаҡ булғанға ләхетем, тарһынаһым килмәне”, “Бәхетһеҙ мин”дә “Ҡайҙа барһам да, ҡайҙа торһам да бәхетһеҙ кәүҙә мин” тип яҙған Шәйехзада Бабич егерме дүрт йәшендә генә ҡыҙылдар тарафынан тураҡлана. Был – тормош ысынбарлығы!