Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы Әҙәбиәт йылын күптәр былтырғы Мәҙәниәт йылының дауамы булараҡ ҡабул итте. Бигерәк тә үҙҙәре ҡәләм тирбәткәндәр исемле йылға ҙур өмөт бағлай, ижадының ташҡа баҫылып сығыуын теләй, шулай уҡ китап уҡыусыларҙың артырыуы хаҡында хыяллана. Һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы, өс балаға әсәй булған китап авторы Рәмилә Торомтаева быйылғы йылдан нимәләр көтә икән? Һүҙҙе уға бирәйек.— Һәр кешенең китап уҡыу даирәһен билдәләүҙә, зауығын үҫтереүҙә башҡарылаһы эштәр бер генә йыл эсенә, әлбиттә, һыймаясаҡ. Әммә йәмғиәтте дәррәү китап уҡыуға ылыҡтырыу өсөн был отошло булмаҡсы. Һәр хәлдә мин шуға өмөт итәм. Нисек кенә әйтһәк тә, әҙәбиәт, тәү сиратта, ул – китап, һәм, әйтергә кәрәк, яҡшы әҙәбиәт — ул да яҡшы китап.
Үҙемдең ижадыма шәхсән килгәндә, 2008 йылда ғына яҙа башланым, хикәйәләрем бер-бер артлы төрлө матбуғат сараларында баҫыла барҙы. “Йәш тауыштар серияһы”нда тәүге “Тамғалы кейеҙ” исемле китабым сыҡты.
Ижадыма етди ҡарайым, яңы сюжеттар эҙләйем, әлегә күңелемдә йөрөгән геройҙарымдың холоҡ-фиғелен билдәләргә маташам, ҡайһылары, өйрәнеп тә өлгөрмәйем, юҡҡа сыға...
Әҙәбиәт йылы күңелгә илһам килтерер, яңы әҫәрҙәргә нигеҙ һалыр, үҙенсәлекле образдар тыуҙырыр тигән теләктәмен. Кем белә, бәлки, яңы китабымды ла ҡулыма алыу бәхетен татырмын.