Ҡырмыҫҡалыла – “Әҙәби нағыш”04.02.2015
“Әҙәби нағыш” республика марафоны старт алды. Өфөләге тантанала Әҙәбиәт йылы символын – Йылъяҙма-китапты – мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа тапшырыуы хаҡында гәзит уҡыусыларға хәбәр иткәйнек инде. Ижади марафондың төп маҡсаттарының береһе – төбәктәрҙәге ҡәләм тирбәтеүселәрҙе табыу, милли матбуғат менән уҡыусы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу.
Иртәгә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә “Әҙәби нағыш” марафонында Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары менән бергә төбәк ижадсылары ла ҡатнаша. Түбәндә уларҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.


Балаға һөйөү

Яҡтылыҡҡа килгән сабый бала
Ғәзиз әсәһенә һыйына.
Бишек йырын тыңлап йоҡлағанда
Ырыҫ моңдарына ҡойона.

Атаһының көслө иңен тойоп,
Үҫә сабый, тағы нығына.
Әсә мөхәббәте ҡанат ҡуя,
Киңлектәргә бала талпына.

Ата-әсә балаһына ҡарап,
Һоҡланып та туймай, шатлана.
Үҙҙәренә оло терәк булыр
Кеше икәненә ышана.

Һәр кешенең ата-әсәһе бар,
Бишәү түгел, улар бер генә.
Ҡайғы-хәсрәт күрһәтмәйенсә,
Ҡәҙерҙәрен һәр саҡ бел генә.

Зөһрә КИЛДИНА.
Ибраһим ауылы.


Халҡың өсөн йәшәйһең

Иҫке Бәпес ауыл
хакимиәте башлығы
Нурия Иштуғановаға

Оло шәхестәргә тиңләйем,
Халҡың өсөн янып-көйгәнгә.
Бар булмышың, көсөң һалып,
Кеше күңелен аңлай белгәнгә.

Тормош булғас, төрлө саҡтар була —
Ҡояш түгелбеҙ беҙ һәр кемгә.
Дөрөҫ һүҙең, тапҡырлығың менән
Үтеп керҙең йөрәк түренә.

Яҡшылығың ерҙә ятып ҡалмаҫ,
Ташламаһын изге хистәрең.
Килер быуынға бирә алһаңсы
Үҙең белгән алым көстәрен.

Гүзәл ЙОМАҒОЛОВА.
Алайғыр ауылы.


Үтһен әйҙә!

Ғүмер үтә тиеп ҡайғырмайыҡ,
Үтһен, әйҙә, үтһен ғүмерҙәр.
Был донъяла бөтә нимәнән дә
Ҡала бит ул тик көл-күмерҙәр.

Үткән ғүмер, әйҙә, үтә бирһен,
Беҙҙән генә донъя ҡалмаған.
Һәр дәүерҙең үҙ миҙгеле үтеп,
Бар донъяны ялҡын ялмаған.

Һәр дәүерҙең үҙ ямғыры яуып,
Үҙ бураны ерҙә тулаған.
Алһыу таңда һандуғасы һайрап,
Ҡара төндә бүреһе олоған.

Үтһен, әйҙә, беҙ йәшәйбеҙ әле,
Усаҡтарҙа уттар яндырып.
Беҙ китмәйбеҙ әле баҡыйлыҡҡа,
Фани донъяларҙы ҡалдырып.

Динә МӨЛҠАМАНОВА.
Бишауыл-Уңғар ауылы.


Көтәм

Һис онотмам, бер килермен, тинең,
Тыуыр яҙҙа — һыуҙар ташҡанда.
Һандуғастар таңда һайрағанда,
Муйыл сәскәләре атҡанда.

Бәйләнгәндер беҙҙең сәстәр сәскә,
Килереңде һинең мин беләм.
Минең өсөн янып-көйөүеңде,
Ҡараш һалып яҡты йөҙ менән.

Киттең ышандырып, көтәм әле,
Һанай-һанай көн һәм төндәрен.
Йөрәгемдә һулымаҫ гөлдәрем бар,
Аҡыллым һин, минең бәхетем.

Рифғәт ТАЖЕТДИНОВ.
Покровка ауылы.


Күңелкәйем һине һағына

Аҡҡошҡайым ҡанат ҡағына,
Йөрәккәйем талпына.
Тыуып үҫкән ауылҡайым,
Күңелкәйем һине һағына.

Аҡҡошом ҡайтыр күленә,
Мин дә ҡайтырмын әле.
Һағыштан тыуған бәхеттең
Тәмен татырмын әле...

Римма СӨЛӘЙМӘНОВА.
Күлләр ауылы.


Ҡыш

Ҡыш килгән ап-аҡ ҡарҙарын
Тейәп ат санаһына.
Мамыҡ ҡына кескәй Кәзә
Тағылған бит артына.

Эй ашыға, ҡыуып етеп,
Уҙып, алға сығырға.
Ике мең дә ун бишенсе
Йылды ҡаршы алырға.

Ике мең дә ун дүртенсе
Йыл һандары тулғанда,
Хуш килһендәр яңы көндәр
Ғинуар айҙарында!

Яңы йылда һәр кемдең дә
Яңырһын яҙмыштары,
Күңелдәрен өтөп торған
Төҙәлһен яңылыштары.

Аяҡтарың еңел булһын,
Аҡ, йылғыр, етеҙ Кәзә!
Һикергеләп, “ми-ки-ки” тип,
Шыршы тирәһен биҙә.

Тышҡа сыҡ

Тәҙ(е)рәгә күҙ һалғайным,
Ҡояш йылмайып ҡарай.
Әйҙә, Тимерхан, тышҡа, тип,
Әйтерһең, ҡулын болғай.

Сабып сығырмын тышҡа
Быйма, тунымды кейеп.
Урамда яһалған тауҙан
Шыуып төшөрмөн менеп.

Ғәлимә ТИМЕРҒАЗИНА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.


Хыял юлына

Аҙна буйы буран, ҡар яуа,
Аҙна буйы епшек был һауа,
Иламһырап тора тирәктәр
Ботаҡтарын төрөп монарға.
Нисек түҙә икән буранға?

Елдәр ашығып көрттәр һылай,
Зәңгәр рәшә яуа селтәрләп.
Таң һыҙылған сихри ынйыһын
Алып осор тыуған яҡтарға.
Юлдарымды ҡуйыр кәртәләп.

Һағынамын, дуҫтар, илемде,
Юҡһынамын тулҡын Иҙелде.
Һандуғастар һайрар күл буйын,
Кәкүктәрҙең һағыш, зар-моңон.
Ырыҫлы бөркөтөн күгемдең, илемдең.

Алдарымда ята баҫыуҙар,
Алтын башаҡ тулы ҡырҙарым.
Диңгеҙгә тиң бойҙай яланы,
Туғайҙарҙың моңло йырҙары
Ҡолағымда тынмай сыңланы.

Аҙна буйы мамыҡ ҡар яуа,
Йөрәгемә һағыш моң яуа.
Зәңгәр рәшә аша наҙ яуа,
Тыуған яҡҡа хыял юл ала,
Өмөттәрҙән йәнгә моң тама.

Йылдар буйы күңел юҡһына ла
Кәкүктәргә ҡушылып моңлана.
Алыҫ китеү илдән ғәжәп түгел,
Тик ҡайтырға ғына һуңлама,
Һау ҡайтырға илгә һуңлама.

Наилә БИКТИМЕРОВА.


Яғымлы һүҙ — йән аҙығы

Күбәләктәй осоп аҡ ҡар яуа
Тыуған яҡтың зәңгәр күгенән.
Ергә килеп төшкән бөртөктәре
Ынйыларҙай булып күренә.

Оҙон көндәр яуҙы, туҡтаманы,
Эй, ҡоторҙо берсә бураны.
Ҡарҙар менән бергә һылап ҡуйҙы
Ауылымдың урам-ҡураһын.

Бар нәмәләр ҡар аҫтында ҡалды,
Тәбиғәтем шундай үҙгәргән.
Яман күҙҙән көскә йөрөгән йәнде
Һаҡлай төҫлө ялған һүҙҙәрҙән.

Кеше күңеле лә, аҡ ҡар төҫлө,
Яҡшы һүҙҙән ирей, ҡыуана.
Уйламайса әйткән ауыр һүҙҙән
Көскә торған йөрәк ыуала.

Ғәлиә ШӘРИПОВА.
Мырҙа ауылы.


Аҡ бейәләй

Аҡ бейәләй кейҙем ҡулдарыма...
Ул бейәләй — дуҫым бүләге.
Ошо йомшаҡ аҡ бейәләй төҫлө,
Аҡтан булған, ахыры, теләге.

Күҙ нурҙарын түгеп, аҡ дебеттән
Ҡушып йөрәгенең йылыһын,
Беҙҙең йәш саҡтарҙы иҫләй-иҫләй
Бәйләнеме икән? Илаһым...

Рәхмәт һиңә, минең йәшлек дуҫым!
Бүләктәрҙең бирҙең олоһон.
Кейгән һайын ҡулдарымда тоям
Һинең ҡулдарыңдың йылыһын.

Аҡ бейәләй ҡулдарымдан тотоп,
Йәшлегемә мине әйҙәләй.
Ҡулды ғына түгел, йөрәгемде
Йылытҡандай ап-аҡ бейәләй.

Фирүзә Абдуллина.
Иҫке Бәпес ауылы.



Тыуған йылыма

Мөғжизәгә өмөт итмәйем мин,
Һәүетемсә килһен, тим, йылым.
Аяҙ булһын күгем, ҡояш көлһөн,
Дуҫтар өсөн тыуһын һәр йырым.

Шатлыҡтарҙан баштар әйләнгәндә,
Яҡындарым булһын янымда.
Ситләшмәһен ине улар, йәндәремде
Һары һағыш ҡыйған сағында.

Фәрештәләр ҡанат йәйһәсе, тим,
Ҡылған минең һәр бер эшемә.
Хәрәмдәрҙән һаҡла, йә Хоҙайым,
Дарман бирсе хәләл көсөмә!

Ғаиләм-ҡәлғәм һәр саҡ тыныс булһын,
Игелекле үҫһен ейәндәр.
Үрнәк булһын улар тиңдәшенә,
Һоҡланырлыҡ булһын өлкәндәр.

Үҙһүҙле ул Кәзә тигәндәргә,
Минең яуап фәҡәт бер генә:
Тоғро дуҫ та, серҙәш һәм кәңәшсе —
Асҡысыңды таба бел генә.

Менәүәрә ИШҠАРИНА.
Мырҙа ауылы.


Вернуться назад