Ижадҡа илһамланып31.01.2015
Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында 20 йылдан ашыу АҠШ-та йәшәгәндән һуң былтыр декабрҙә генә тыуған еренә ҡайтҡан рәссам Ян Крыжевскийҙың шәхси күргәҙмәһе асылды.

Музей хеҙмәткәре Валентина Сорокина әйтеүенсә, “USA – UFA” тип аталған экспозицияға 24 эш йыйылған. Шуларҙың икәүһе – өр-яңы, әле тамамланмаған, дүртәүһе музей фондынан алынған, тағы ла 13-ө рәссам оҙаҡ йәшәгән Вологда художество галереяһынан килтерелгән. Бер нисә картина Нью-Йоркта йәшәгән осорон са­ғылдыра.
– Ян Крыжевскийҙың ҡайтыуы Баш­ҡортостандағы Мәҙәниәт йылының төп ваҡиғаларының береһенә әүерелде, – тине мәҙәниәт министры Әминә Шафи­ҡова. – Рәссамға ярҙам күрһәтеү буйынса ҙур эш ойошторолдо. Ул буш ҡул менән түгел, ә Башҡортостандың художество мәҙәниәте өсөн ҡиммәтле тәьҫораттар менән ҡайтты.







Вернуться назад