“Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”31.01.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡорт­остан” гәзите уҡыусылар, зыялылар араһында “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын ойоштора.

Хөрмәтле замандаштар, милләт­тәш­тә­ре­беҙҙең күбеһе Башҡортостандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәт­тәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәк­тәренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә йәшәгән халҡыбыҙ вәкил­дәре туған телебеҙҙә аралашыуға һыуһап көн итә. “Баш­ҡортса әҫәрҙәр уҡыһаҡ, ҡулы­быҙға туған телдә сыҡҡан китапты тотһаҡ, ҙур ҡыуа­ныс кисерәбеҙ! “Бәйләнеш­тә” социаль селтәре­нең башҡорт­са интерфейсы беҙҙең рухи ынтылыш­тарыбыҙҙы бер ни тиклем ҡәнәғәтләндерә. Китаптар беҙгә лә килеп етһен ине!” – тип яҙа Марат исемле Силәбе өлкәһе егете.
Ә ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡ­лашҡандар, аралашыуға һыуһағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ситтә йәшәгән халҡыбыҙ вәкил­дәренә ярҙам ҡулы һуҙа­йыҡ. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өл­кә­­ләрендә, Пермь крайы һәм башҡа яҡ­тарҙа төпләнгән мил­ләттәштәребеҙ башҡорт­са китап уҡып ҡыуанһын!
Ошоно иҫәпкә алып, “Баш­ҡорт­ос­тан” гәзите редак­цияһы “Ҡан-ҡәрҙәш­тәргә – ки­тап” акцияһын ойош­тора. Моғайын, күптәре­геҙҙең йортонда бүләк итерлек, яңы йәки ҡат-ҡат уҡылған китаптар бар­ҙыр. Уларҙағы рухи байлыҡ башҡаларға ла ҡыуаныс килтерһен ине. Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй, бүлеш­кәндән йыр-моң арта ғына.
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән рухи хазина­ларыбыҙҙың сағылышы булған милли китаптар көтөп ҡалабыҙ! Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам редак­циябыҙҙың 512-се бүлмәһендә ҡабул ителә.





Вернуться назад