Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә рухиәткә иғтибарҙың артыуы – йән ҡыуанысы. Нимә генә тиһәк тә, кешенең, йәмғиәттең, тотош дәүләттең ҡаҡшауы нәҡ шуның бүҫкәреүенә бәйле. Рухиәт – йәшәйеш имәненең үҙәге ул. Былтыр илебеҙ Мәҙәниәт йылы менән шаулап йәшәһә, быйыл иһә Әҙәбиәт йылын ҡыуанып ҡаршыланы.
Республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылы рәсми рәүештә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башланды.
– Беҙ йәш быуында әҙәби китаптарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, тантанаға йыйылған халыҡты тәбрикләп. – Заман талабына яуап биргән аудио-китап, интернет-китап кеүек алымдарҙы файҙаланырға кәрәк. Әҙәбиәтебеҙҙең иң яҡшы өлгөләре менән сит ил уҡыусылары ла танышһын. Әлбиттә, туған телде һаҡлау төп мәсьәлә булып ҡала. Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле булараҡ, урыҫ телен төплө белеүҙе тәьмин итергә, шул уҡ ваҡытта башҡорт телен һаҡларға һәм үҫтерергә лә бурыслыбыҙ.
Гәзит уҡыусылар Әҙәбиәт йылының эмблемаһы менән күптән таныш инде. Тантана барышында уның авторы Игорь Тонконоговҡа еңеүсе сертификаты тапшырылды.
Халыҡ күңелендә яҡты бер нур булып ҡалған былтырғы Мәҙәниәт йылы штандартының райондар буйлап сәйәхәтен йылы тойғолар менән хәтергә алабыҙ. Был йола быйыл да дауам итәсәк – “Әҙәби нағыш” тип аталған республика марафоны сәфәргә юлланды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова марафондың символын – Әҙәбиәт йылының йылъяҙмаһына әүереләсәк ҙур китапты – тәүгеләрҙән булып Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа тапшырҙы. Был китап Башҡортостандың бар тарафтарын урап сығасаҡ.
Хәтерегеҙҙәлер, марафонды беренселәрҙән булып Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәге – Ғафури районы ҡабул итергә тейеш ине. Был хаҡта беҙ ҙә гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ. Үкенескә ҡаршы, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында район Әҙәбиәт йылының марафонын беренсе булып ҡабул итергә был район хакимиәте башлығы килмәгән...
– Марафондың төп маҡсаты – һәләтле йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү. Күптәр яҙыша бөгөн, ләкин өмөт уятҡандары күренмәй. Беҙ тәжрибә мәктәптәре ойоштороп, уларҙы оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрөргә, алмаш әҙерләргә тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев. – Республикабыҙ төбәктәрендә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазиндары асыласаҡ. Шулай уҡ мохтаж яҙыусыларға фатир һәм ер бүлеп биреү, китаптарын нәшер итеү буйынса эштәр башҡарыласаҡ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Башҡортостан бында башлана” тигән шиғырын уҡып, кисәгә йәм өҫтәп ебәрҙе. Йөрәктәргә үтеп ингән шиғри һүҙҙәр Әҙәбиәт йылына фатиха булып яңғырағандай булды.
Тантана сәнғәт оҫталарының концерты, республикабыҙҙа үткән төрлө конкурстарҙа еңеүселәрҙең сығышы менән тамамланды.